Айҙар Ғәлимов артабан йырлармы, юҡмы?

Йырсының ысынлап та һаулыҡ менән етди проблемалары булған. Операциянан һуң ул әле һаман тергеҙеү үтә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Айҙар Ғәлимов артабан йырлармы, юҡмы?Айҙар Ғәлимов артабан йырлармы, юҡмы?
Айҙар Ғәлимов артабан йырлармы, юҡмы?

Һуңғы көндәрҙә интернетта яратҡан йырсыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов тураһында төрлө имеш-мимеш таралды. Йәнәһе, ул яңы концерт программаһы әҙерләгән, ләкин уның һаулығы менән етди проблема барлыҡҡа килгән һәм ул концерттарын туҡтата. Һөҙөмтәлә, ошо көндәрҙә йырсы тамашасыларға аңлатмалар менән мөрәжәғәт итте.

Айҙар Ғәлимов һүҙҙәренсә, ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары һәм тамашасылар уның һүҙҙәрен дөрөҫ аңламаған, шуға күрә концерттарҙың тулыһынса туҡтатылыуы тураһында имеш-мимештәр таралған.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары һәм тамашасылар мине дөрөҫ аңламаны. Һөҙөмтәлә мин концерт эшмәкәрлеген дауам итә алмайым, һәм бөтә концерттарым туҡтатыла тигән мәғлүмәт таралды. Шуның өсөн аңлатырға теләйем. Ысынлап та, был мәл булды, һаулығым менән проблема килеп сыҡты. Әммә был яңы программаны төҙөү башында, йәғни дүрт ай элек килеп сыҡты. Быларҙың барыһын да үттек, бөтәһен дә кисерҙек. Әле тергеҙеү процесы бара. Был эшкә ҡамасауламай. Бынан тыш, эш барышында тергеҙеү тағы ла яҡшыраҡ барасаҡ, — тип аңлатты Айҙар Ғәлимов.

Йырсы әйтеүенсә, яңы программаның премьераһы үткән дә.

– Беҙ һәйбәт концерт программаһы эшләнек, тип иҫәпләйем. Алдан иғлан ителгән, планлаштырылған һәм рекламала булған бөтә концерттар ҙа үтәсәк. Алға барабыҙ, йырҙарыбыҙ, алҡыштарыбыҙ һәм энергиябыҙ менән бергә тергеҙеләсәкбеҙ, – тине ул.

Шулай уҡ Айҙар Ғәлимов әйтеүенсә, ул етди операция яһатҡан. Бөгөн барыһы ла яҡшы. “Йырланмаған йырҙарым бар әле”, тип тамамланы ул.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева