Һеҙҙең иғтибарға әсәйем Хөснизан Айсыуаҡованың Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яҙған көндәлектәрен тәҡдим итәм. Ул туғыҙ балаға ғүмер биргән һөйөклө әсә, абруйлы уҡытыусы, мәктәп директоры, ауылдаштарының оло итирамын яулаған кеше булды. “Үҙ ғүмеремдә 15 етем бала көттөм”, – ти торғайны, йәғни ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы алып тәрбиәләгән. Ул Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының, колхоздың, мәктәптең тарихын яҙҙы, был яҙмалар мәктәп музейында һаҡлана. Әсәйем 2002 йыл аҙағында 84 йәшендә вафат булды.
Әлеге көндәлектәр Бөйөк Ватан һуғышы осороноң бар ауырлыҡтарын, халыҡтың шул йылдарҙағы тормошон, Еңеүгә ынтылышын асыҡ сағылдыра.
“Мин, Хөснизан Ғибат ҡыҙы Айсыуаҡова, 1918 йылда Сибай ауылында тыуғанмын. 1935 йылда 7-се класты тамамлап, Ырымбур ҡалаһындағы Башпедтехникумға уҡырға барҙым. Артабан техникум Темәскә күсте. 1938 йылда уҡыуҙы тамамлап, ике йыл Түбә руднигы мәктәбендә уҡыттым. 1940 йылдың апрелендә мәғариф бүлеге мине Өфөгә уҡытыусылар курсына ебәрҙе. Ошо йылдың декабрендә Сибай ете йыллыҡ мәктәбенә тарих уҡытыусыһы итеп билдәләндем...”
Шулай итеп башлана ҡулымдағы биттәре һарғайып, өҙгөләнә башлаған көндәлек. Ҡайһы бер урындары ҡәләм менән яҙылғанға күрә юйылған, латин хәрефтәре менән яҙылғандары ла бар. Һигеҙ тиҫтә йылды һаҡлаған был көндәлектә – ауыл халҡы кисергән ҡыйынлыҡтар, аслыҡ, буранлы ҡыш айҙары, уҡыусы балаларҙың, уҡытыусыларҙың алһыҙ-ялһыҙ эшләүе, “ҡара ҡағыҙ” килтергән ҡайғылы мәлдәр...
1942 йыл
1 октябрь. Мине мәғариф бүлегенә саҡырттылар. 24 сентябрҙә Баймаҡҡа барып йоҡланым. Иртәгәһенә элекке директор Һәҙиә Азаматова урынына Сибай ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп билдәләнеләр. Бойороҡ – 25 сентябрҙән. Ҡурҡам, уйланам. Атай репрессияға дусар ителгән, мин – хәлфә балаһы, әсәйем Мәфтүхә – Муллаҡайҙан Аллабирҙин Мөхәмәдиәр хәҙрәттең ҡыҙы. Халыҡ нисек ҡабул итер? Улыма бер генә йәш.
5 октябрь. Бала йоҡлап китте, сәғәт 12.00.
Мәктәптә уҡыусылар, уҡытыусылар мине яҡшы ҡабул итте. Башланғыс кластарҙа Ғәйникамал Бикҡолова, Ғәрифә Хөсәйенова эшләй. Уҡытыусылар етмәй, 7-се класты тамамлағандар ҙа уҡытып йөрөй: Гөлшат Уйылданова, Рәйсә Мотаева, Зәки Айсыуаҡов һәм башҡалар. Вәли Баймөхәмәтов – физика, математика уҡытыусыһы. Агишева – химия, биология, Разяренова – рус теле. Мин тарих, география, конституциянан уҡытам.
2 ноябрь. Ҡырҙа урып-йыйыу эштәре тамамланып, уҡыта башланыҡ. Балалар йонсоу, кейемдәре йоҡа. Күбеһе сабата, иҫке ботинка кейә. Ямғыр, бысраҡ, кластар һыуыҡ, тиҙәк яғабыҙ, мейестең йылыһы тиҙ генә бөтә. Ҡыҙҙар аяғын күлдәк итәгенә төрөп, бөкләп ултыра. Тәнәфестә шым ғына ултырылар, коридор һыуыҡ.
12 ноябрь. Райондан бойороҡ килде: агитация эшен көсәйтергә, паникаға бирелмәҫкә. 16–17 йәше тулған үҫмер егеттәрҙе русса һөйләшергә, яҙырға өйрәтергә, улар һалдатҡа китәсәк. Уҡытыусылар менән бергәләп ошо эшкә тотондоҡ, өй һайын йөрөйбөҙ, ауылды бүлеп алдыҡ. Кешеләрҙең кәйефе юҡ, немецтар Волгаға еткән, тиҙәр.
15 ноябрь. Колхоз рәйесе Ибраһим Уйылданов саҡыртты. Яланда эҫкерттәрҙә ятҡан башаҡты һуғып алырға, орлоҡто келәттәргә ташырға кәрәк. Уҡытыусылар эштән һуң йөрөһөн, тине. Миңә хисапсы булырға ҡушты. Фронтҡа иген оҙатасаҡбыҙ.
3 декабрь. Аттар аҙ, һуғышҡа алып киттеләр. Игенде үгеҙ менән ташыйбыҙ, унан Сара станцияһына ылау менән оҙатабыҙ. Уҡыусылар иген һуғырға ярҙам итә, фермала малдың аҫтын таҙарта, быҙау ҡарай.
12 декабрь. Уҡыу әсбаптары етешмәй, яҙырға ҡара юҡ. Ерек ҡабығын тутлы тимер менән ҡайнатып, ҡара яһайбыҙ, ҡором да ҡулланабыҙ. Дәфтәр етешмәй, китап биттәренә яҙҙырабыҙ. Эш ҡағыҙҙары ла шулай. Дүрт-биш балаға – бер дәреслек. Тарих китабы бөтөнләй юҡ, мин русса китапты башҡортсаға тәржемә итеп һөйләп яҙҙырам. География карталарын урланылар, артындағы сепрәгенән кейем тегеү өсөн.
24 декабрь. Сәйҙелвара ағайымдан хәбәр юҡ, йәйгеһен Мәскәү янында һуғышабыҙ, тип яҙғайны. Хәйревара ағайҙан еңгәйгә һирәкләп хат килә, шофер икән. Барый ағай һөргөндә, Себерҙә, улы Илгизгә туғыҙ йәш, беҙҙең менән йәшәй. Зәкиҙе лә һуғышҡа алырҙар инде, уға 17 тулды. Сасҡау һыуыҡ, малға ҡыйын, колхоз малын кәметмәҫкә, тигән бойороҡ бирелде.
1943 йыл
24 ғинуар. Кис ауыл урамын йөрөп әйләнәм. Уҡытыусылар сиратлап дежур итә. Фермаға, ат һарайына барабыҙ, төн уртаһында ҡарауылсылар йоҡлап китмәһен, бүреләр һарайға төшмәһен – ҡарайбыҙ. Өйҙәрҙә ут юҡ, мейес тә яҡмайҙар, немец самолеттарынан һаҡланырға, тигән бойороҡ бар.
6 февраль. Мин 6-сы кластың етәксеһемен дә. Фронтҡа посылка әҙерләнек: Рәхмәт Айытҡолов – ярты кило икмәк; Гәүһәр Айсыуаҡова – теш щеткаһы, ике ҡәләм, тәмәке янсығы; Ғилминур Бикҡолова– ике ҡәләм, ҡулъяулыҡ; Нәзифә Бикколова – ике ҡәләм, ҡулъяулыҡ; Сәғиҙә Бикҡолова – ярты кило икмәк; Ғөбәйт Ишбирҙин – ҡәләм, тәмәке янсығы; Зөләйха Ҡотлоғужина – ҡулъяулыҡ, дәфтәр, ҡәләм; Әшрәф Мотаев – ике ҡәләм, тараҡ; Хәкимйән Мотаев – ярты кило икмәк; Әхтәм Нәбиуллин – ярты кило ит; Фәйзрахман Рысҡужин – ярты кило икмәк; Сирғәлин – ярты кило икмәк; Хәтмулла Һунаршин – ярты кило икмәк; Ғәшүрә Хәмзина – ике ҡәләм, тәмәке янсығы; Йәнтүрин ике ҡәләм, тараҡ, теш щеткаһы алып килде. (Был исемлектәге кешеләрҙең күбеһе бөгөн юҡ инде, уларҙың балалары, ейәндәре ғорурланып уҡыһын, сөнки һәр кем Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан – автор).
17 февраль, сәғәт 11.30. Балалар күпләп ауырый, киҙеү таралды. Өлкәндәр ҙә сирләй, ләкин эшкә сыға. Сыҡмаған кешегә “труддень” яҙылмай. Ғаиләһе менән үлгәндәр бар, өйҙәре буш тора. Уҡытыусыларға ауырыған балаларҙың өйҙәренә барып хәл белешергә ҡуштым. Дарыу үләндәре менән дауаларға тырышабыҙ: мәтрүшкә, әрем, ҡарағат, еҙә, юл япрағы һәм башҡа үләндәрҙе йәйгеһен йыйып киптерәбеҙ.
20 март, сәғәт 12.00. Мәктәпте йылытырға утын юҡ, тиҙәк тә бөтөп бара. Бүлмәләр һыуыҡ, иҙәндә һыу боҙланып ята. Партала торған ҡара шешәлә килеш туңа. Балалар тырыш, дәрескә теүәл йөрөй, ҡушҡан эште үтәй.
6 апрель. Ҡара ер асыла башланы. Колхоздан һәр уҡыусыға норма бирелде: биш күнәк көл йыйып, үҙеңдең бригадаға тәғәйен урынға алып барырға. Ҡош тиҙәктәре лә йыйырға тейештәр.
28 апрель, сәғәт 11.30. Көндәр йылына, күк үләнгә баҫтыҡ. Балалар тауға йыуаға йөрөй, ҡарғалаҡ, әтнәкәс, тамыр йыйып ҡайта, әсе ҡатыҡҡа турап ашайҙар. Һарына эҙләп Сатраны, Әһелбәк тауын, Ҡалмаҡ күлен үтеп китәләр. Һарынаны ыумасҡа ла, мысай икмәгенә лә ҡатнаштырып бешерәләр.
3 май. Колхоз сәсеүгә төшөргә йыйына, һабандарҙы ремонтлап, ҡамыт-йүгәндәрҙе йүнәтәләр. Ер һыуыҡ әле, батҡыл.
10 май. Уйылданов ағай халыҡты сходҡа йыйҙы. Ауылдан рудникка “узкоколейка” һалына, Айсыуаҡ тауынан вагонеткаларға кварц тейәп, станцияға ташырға тейештәр. Күпләп эшселәр кәрәк була.
15 май, сәғәт төнгө 11.15. Уҡыуҙы тамамлап, мәктәпте ремонтларға тотондоҡ. Үҙебеҙ балсыҡ ташып баҫабыҙ ҙа һылайбыҙ. Уҡыусылар ярҙам итә, балсыҡ килтерә, һыу ташый. Эзбиз юҡ тиерлек, барынса аҡлайбыҙ.
18 май, сәғәт төнгө беренсе ярты. Сәсеүҙә ҡатнашыу өсөн ирҙәр аҙ, булғаны ла – ҡарттар, инвалидтар. Аттар ҙа аҙ. Аттың артынан ике үгеҙҙе ярышлатып егәләр. Алдан атты етәкләп малайҙар атлай. Бер төрәнле һабанды бер кеше тотоп бара. Балалар йәл, аяҡ кейеме батҡаҡ ерҙә батып ҡала, итек юҡ, һыуыҡ ерҙә көнө буйы ялан аяҡ йөрөйҙәр. Сәғәҙәт Ишбирҙин, Әхәт Нәбиуллин, Хәтмулла Һунаршин һәм башҡа 6-7-се класс малайҙары ярҙам итә. Аттар ҙа, үгеҙҙәр ҙә арый, уларҙы ялға туҡтаталар. Шул саҡта уҡытыусылар агитация эшен алып бара. Ер тырматыу, иген сәсеү эштәренә һыйырҙарҙы ла егәләр. Райондан килеп тикшереп торалар.
16 июнь. Бесәнгә төшкәнгә тиклем тиҙәк һуғыу эше башланды, сөнки ул – төп яғыулыҡ, мәктәпкә күпләп әҙерләргә кәрәк. Уҡыусылар, уҡытыусылар менән күмәкләп тиҙәк һуғып, киптереп, өйөп ҡуйырға кәрәк. Утын бирәләр, тик етерлек түгел. Мәктәпкә, кәнсәгә, клубҡа, кешеләр үҙҙәренә лә әҙерләй.
20 июнь. Бесән етте. 2-3-сө кластар – ҡул тырмаһында, 4-5-се кластар – ат тырмаһында, күбә тарттырыуҙа, 6-7-се класс уҡыусылары ат косилкаһында йөрөй. Уҡытыусылар балалар менән бергә эшләй. Ғөбәйт Ишбирҙин, Ғөмәр Алтыншин, Хәлфетдин Рахманғолов, Һиҙиәт Шәйҙуллин, Имам Биктимеров, Хәтмулла Һунаршин, Солтангәрәй һәм Ингел Күсәбаев, Сәлимйән Сәйфетдинов һ.б. косилка менән бесән саба. Уйылданов миңә ҡатын-ҡыҙҙарҙан салғысылар бригадаһы төҙөргә ҡушты. 20 салғы бар, 40 салғысы алмашлап, ҡараңғы төшкәнсе сабабыҙ. Ҡыуышта йоҡлап йөрөйбөҙ. Иртәнге ысыҡта һәйбәт сабыла. Мин бригадир, хисапсы, бергә бесән сабам, күбәләйбеҙ. Сәғит ағай Рөстәнов салғы сүкей.
17 июль, сәғәт төнгө 11.00. Игенде ҡый үләне, билсән, әрем баҫа башланы. Балалар уҡытыусылары менән утауға йөрөй. Оҙонғыр буйында (хәҙерге аэропорт, Көньяҡ ҡасабаһы урынлашҡан ер – автор) ҡыуыштар ҡороп йәшәйҙәр. Ғәрифә Хөсәйенова класы менән эшләй. Төлкөҡамағанда ла утауҙа уҡыусылар бригадаһы ята (элеватор, Алтын ҡасабаһы, Ҡамаған карьеры, Ҡамышлы үҙәк – автор). Төнгә хәтлем эшләп, арып йоҡлап китәләр.
1 август. Уҡыусылар Сатрала, Таҙғаҡта өлкәндәргә торф сығарыуҙа ярҙам итә. Ҡатындар махсус көрәк менән торф ҡырҡа, балалар ситкә сығарып, штабелләп өйөп бара. Шунда ятып кибә. Аҙаҡтан ылау менән рудниктың станцияһына ташыйҙар. “Труддень” яҙыла, икмәк бирәләр.
26 август. Баймаҡҡа, мәғариф бүлегенә барып, мәктәпкә бүленгән әсбап, китап, дәфтәр, ручка, перо, ҡәләм һ.б. алдым. Яңы техникум тамамлаған йәш математика уҡытыусыһы Ғәйшә Баһауетдинованы алып ҡайттым. Төн ине, мәктәп ҡарауылсыһы Хәбибъямал апай Күсәбаеваға фатирға урынлаштырҙым. Яңы уҡыу йылына әҙерләнә башланыҡ.
1 сентябрь, сәғәт төнгө 1.00. Иртәнсәк мәктәптең ишек алдында линейка үткәрҙек. Колхоз рәйесе Уйылданов атта һыбай килеп туҡтаны ла: “Хәҙер яланға башаҡ йыйырға барығыҙ, эш бөтмәйенсә ҡайтмайһығыҙ!” – тип бойорҙо. 1-се кластан башҡа уҡыусыларҙы кейем алмаштырырға ҡайтарҙыҡ. Төлкөҡамағанға, Оҙонғыр яланына бригадаларға бүлдек. Уҡытыусылары – Ғәйникамал Бикҡолова, Ғилминур Килдейәрова, Ғәрифә Хөсәйенова, Ғөбәйҙә Бикҡолова, Хәлиҙә Зәкирова, Зәкиә Ҡотлоғужина, Ғәйшә Баһауетдинова, Шәмсинур Хәмзина. Төш мәленә барып етеп, эш башланды, жнейканан ҡалған башаҡтарҙы сүпләп, тоҡҡа тултыралар. Уларҙы йөккә тейәп, комбайнға һуғырға алып баралар. Комбайн ауыҙына көслөрәк ирҙәр башаҡтарҙы һалып тора, сыҡҡан һаламын эҫкерткә өйәләр. Берәү ҙә ауылға ҡайтмай, ҡыуыштарҙа, һалам өҫтөндә йоҡлап йөрөйҙәр.
5 сентябрь. Миңә Уйылданов ағай: “Ураҡсылар бригадаһын йый ҙа ҡайҙа иген урылмай ҡалған – шуны урығыҙ”, – тине. Ҡатындарҙы йыйҙым, игенде ураҡ менән урып, көлтәгә өйә барабыҙ, ҡыш уларҙы һуғырға әҙерләйбеҙ. Күп ҡатындар бәләкәй балаларын алған. Хәмиҙә апай Айытҡолова бәпесе Мәүжидәһе менән сыҡты, уны ҡыуышта ҡалдыра ла үҙе иген урырға китә. Сабый илай, мин имеҙеп йөрөйөм, үҙемдең балам өйҙә, әсәйем ҡарай. Ғәйзә апай Һунаршина – улы Сәфәрғәлене, Биктимерова Һәҙиә апай малайҙары Рәшит менән Рафаилды гел эшкә алып йөрөй, балалар аҙ булһа ла ашай. Һыйыры, малы булғандар йәйәүләп кискә өйҙәренә ҡайта. Таң атыуға тағы килә, һуңламайҙар. Уйылданов ныҡ тикшерә.
24 сентябрь, сәғәт төнгө 12.30. Бер генә лә буш ваҡыт юҡ. Эш ни тиклем күп булһа, кеше шул тиклем егәрлеләнеп китә икән, бөтәһенә лә өлгөрәһең. Фронтҡа посылка йыйҙыҡ – бейәләй, ойоҡбаш, янсыҡ, ҡәләм, ҡулъяулыҡ һ.б. Кемдер икмәк киптерҙе, ит, май ҙа бирҙеләр. Уҡытыусылар халыҡтан һалым йыя, һәр төрлө һалым күп, өй һайын йөрөйбөҙ.
28 октябрь, сәғәт төнгө 11.00. Мәктәптә уҡыуҙар башланды, линейка үткәрҙек, һәр кластың эшен баһаланыҡ. Уҡыусыларҙың күбеһенең өҫ кейеме туҙған, ләкин таҙа йөрөйҙәр. Дәреслектәр етешмәй, дүрт-биш балаға берәү, партала дүрт кеше ултыра. Уҡытыусылар етешмәй, Сәғит Ишбирҙин, Ғилман Яҡупов, Зәки Айсыуаҡов фронтта. Яңылыҡтарҙы халыҡҡа еткереп торабыҙ.
8 ноябрь. 7 ноябрҙә халыҡты клубҡа йыйҙыҡ. Башта Уйылданов, унан Хәмзина һөйләне, мин дә сығыш яһаным. Халыҡтың рухын күтәрергә тырышабыҙ. Уҡытыусылар концерт ҡуйҙы. Егеттәр булмағас, мин һәм Ғәйшә Шәкир ҡыҙы егет булып бейенек. Ғәйшә акробат икән, сәхнәлә төрлө фигуралар күрһәтте, русса йырланы. Ғөбәйҙә Бикҡолова рус бейеүен башҡарҙы. Мин мандолинала уйнап бейеттем. Халыҡ күңелләнеп китте, концертты балалар ҙа ҡараны.
28 ноябрь. Уйылданов иртәнсәк мәктәпкә килде. Эҫкерттә ятҡан башаҡтарҙы һуғып, игенде келәттәргә тултырырға ҡушты. Беҙ дәрестән һуң башаҡ һуға башланыҡ. Төндә өйгә ҡайтҡас, дәрескә әҙерләнәбеҙ.
12 декабрь. Төшкә тиклем – уҡытыуҙа, дәрестән һуң башаҡ һуғырға йөрөйбөҙ. Халыҡҡа сүпле, елгәргәндән ҡалған мысай, ҡырлыҡлы иген бүләләр. Таҙараҡ бойҙайҙы икмәкләтә, онлата өләшәләр. Һуғыш ҡануны шулай.
27 декабрь. Йәш үҫмерҙәрҙе ФЗО-ға ебәрҙеләр, улар – кисәге уҡыусылар. Нурия Ҡасимова, Һылыубикә Байегетова, Мөслимә Вәлиуллина, Биби Һунаршина, Сәлимйән Байегетов, Наҡия Хәмзина, Нәзирә Батыршина ФЗО-ға алынды.
1944 йыл
16 ғинуар, сәғәт төнгө 10.00. Дүрт бригаданың аттары торған һарайҙа ҡарауылсы ла, конюх та – ҡатын-ҡыҙҙар. Ҡырҙағы бесәнде ташыу уларҙың елкәһендә. 7-се класты тамамлаған үҫмерҙәр ҙә бында эшләй. Магниттан ат менән мискәләрҙә тракторҙар өсөн яғыулыҡ ташыла, сәсеүгә запас йыйыла. Ололар менән Мөхәмәдиә Исмәғилев, Ишбулды Уралбаев, Имам Биктимеров йөрөй. Ҡайһы ваҡытта сәфәрҙәре бер аҙнаға һуҙыла.
1 февраль. Таҙғаҡтан рудник станцияһына торф ташыйҙар. Әсәләренә ярҙамсы булып уҡыусы балалар ҙа йөрөй. Ҡай саҡта дәрестәре лә ҡала. Бер йөк торфҡа 200 грамм икмәк бирәләр, дүрт йөк булһа, 800 грамм икмәк. Шулай итеп өйҙә ас ултырған балаларын туйындыралар. Уҡыусылар күпләп ауырый. Көндәр һыуыҡ.
3 март, сәғәт төнгө 10.30. Совет Армияһы немецтарҙы илдән ҡыуа, еребеҙҙе азат итә. Үлем тураһында хәбәрҙәр ҙә күбәйҙе. Сәйҙелвара ағай хәбәрһеҙ юғалған тип ҡағыҙ килде, атай тереме, юҡмы – белмәйбеҙ. Бер ағай – һөргөндә, бер ағай менән ҡусты һуғышта. Әсәйем ҡайғынан түшәккә ятты, ауырый. Уға ни бары 53 йәш. Мин гел ҡырҙа, эштә йөрөйөм.
22 июнь. Айсыуаҡ тауынан станцияға кварц ташыйҙар. “Узкоколейка” һалғанда эшкә күп кеше сыҡты, балалар ҙа эшләне. Көнөнә ярты кило, балаларға 200 грамм икмәк алыу күптәргә оло шатлыҡ.
4 июль, сәғәт төнгө 11.30. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, район һабантуйына әҙерлек башланды. Кем көрәшә, кем йырлай, бейей һ.б. Ат сабышына 13 йәшлек үҫмер – Уйылдановтың ат ҡараусыһы Сәғәҙәт Ишбирҙин әҙерләнә. Ул 4-се кластан уҡыуын ташлап, ат ҡараусы булып эшләп йөрөй. Ермак исемле аты менән районда икенсе урын яуланы. Һабантуй халыҡтың күңелен күтәрҙе.
15 август. Яңы уҡыу йылына әҙерләнәбеҙ. Мәктәпте ремонтланыҡ, яғыулыҡ бар, мәғариф бүлеге килеп ҡарап китте. Йәйгеһен эш күп булды, балалар алһыҙ-ялһыҙ колхозда эшләне.
16 сентябрь. Бөтә мәктәп – ураҡ эшендә. Уҡыусылар башаҡ йыя. Өлкәнерәктәре үгеҙ менән ташый, игенде келәттәргә тултыра. Тәүге уңыштан он тарттырып, икмәк нормаһын арттырҙылар. Балалар туйғансы икмәк ашаны. Малайҙар аҫты асмалы таҡта күрепкә, биҙрә менән тейәп, ырҙындан (хәҙерге “Сибай уттары” магазины урыны – автор) ауылға иген ташый.
24 сентябрь. Әсәй үлгәндән һуң улымды эшкә бергә алып йөрөйөм. Төлкөҡамағанда көнө буйы ураҡтабыҙ. Бәләкәй балалар күп кенә, ҡыуыш алдында уйнап ҡалалар. Кис килһәм, улым юғалған. Бабис Мотаев менән киткән. Бабис табылған, Ришат юҡ. Төнө буйы эҙләнек. Иртәгәһен кискә ҡарай Казанка ауылы аръяғында сиған йәйләүенән табып алдыҡ, арыған баланы улар ашатҡан, йоҡлатҡан.
3 ноябрь, сәғәт төнгө 11.00. Урып-йыйыу эшен тамамлап, мәктәптә уҡыуҙар башланды. Уйылданов МТС-тан сым һуҙҙырып, кәнсәгә, келәткә, клубҡа электр уты үткәртте. Кәнсәгә радиоалғыс килтерҙе. Яңылыҡтар тыңлай башланыҡ.
9 декабрь, сәғәт төнгө 12.00. Райондан агитация эшен йәнләндерергә, хәрби листоктар сығарырға, һалымды кәметмәҫкә, теүәл йыйырға, тигән бойороҡ килде. Уҡытыусылар бүлеп бирелгән участкаларында эш алып бара. Мәктәп уҡыусылары дәрестән һуң башаҡ һуғыуҙа, фермала мал ҡарауҙа ярҙам итә. Уҡыу менән эш бергә бара.
1945 йыл
3 ғинуар. Радиоалғыстан дошманды ҡыйратыу хәбәрен тыңлайбыҙ, халыҡтың рухы күтәрелә башланы, тик аслыҡ үҙәккә үтә, “балаларға нимә ашатырға” тигән әсәйҙәр бар. Һыйыры булмағандар ныҡ асыға.
27 ғинуар. Йәштәр, үҫмерҙәр, һыуыҡ булһа ла, клубҡа йыйылып уйнай башланы. Кәрәсин юҡ. Ярты метр туҡыманы иретелгән туң майға һалып, табала шуны яндырып, шуның яҡтыһында бейейҙәр, уйнайҙар. Йыш ҡына кис өйгә килеп, мине мандолинала уйнарға саҡыралар. Баланы күрше ҡыҙ ҡарап тора.
15 февраль. Уҡытыусылар концерт та, пьеса ла ҡуябыҙ. “Ғәлиәбаныу”ҙы сәхнәләштерҙек. Халыҡҡа оҡшаны, балалар ҙа ҡараны.
1 март, сәғәт киске 10.30. Уҡыусылар йонсоу, асыға, ауырый. Өлкән малайҙар Ҡарағайлы йылғаһы аръяғындағы ағаслыҡта ҡуянға тоҙаҡ ҡуя. Оҙон тәнәфестә шул тоҙаҡтарын ҡарап киләләр. Күп малайҙар ҡыш буйы ҡуянға һунар итте, уның итенән дә, тиреһенән дә файҙа күрәләр.
10 март. Дәрескә килмәй башлаған уҡыусының өйөнә барабыҙ. Бөгөн мин өс көн килмәгән уҡыусыға барҙым. Урындыҡта З. апай үҙе, ҡарт әсәһе, ике ҡыҙы сәй эсеп ултыра. Үлән сәйе. Алдарында таш тоҙҙан башҡа ризыҡ юҡ. Тоҙ ялап, сәй эсәләр. Мин хәл белештем дә сығып ауыл советына барҙым, ярҙам итербеҙ, тинеләр. Илгиз аша икмәк, бер туҫтаҡ он, ойотҡан ебәрҙем. Уларҙың һыйыры юҡ шул. Яҙға ҡарай кешеләр ныҡ йонсоно.
2 апрель. Совет Армияһы Германияға еткән тигән хәбәр таралды. Шатлыҡ. Кешеләргә һөйләйбеҙ, уҡыусыларҙы дәртләндерәбеҙ.
23 апрель, сәғәт төнгө 11.30. Бөгөн ҡояшлы көн булды, ҡар ирей. Дәрес бөткәс, уҡыусылар менән тау битенә сыҡтыҡ, төрлө уйындар ойошторҙоҡ. Мин кәнсәгә колхоз рәйесе менән һөйләшергә барҙым. Ремонт яһарға кәрәк. Эзбиз юҡ, тәҙрәләрҙең быялаһы ватыҡ, мейестәр төтәй, түшәмдән һыу тама. Уйылданов ағай, ярҙам итербеҙ, тине. Колхоз сәсеүгә әҙерләнә.
9 май. Радиоалғыстан Еңеү тураһында хәбәр иттеләр. Хөснулла Хәмитов, Аҡбирҙе Үтәмешев, Ингел Күсәбаев, Ирек Рыҫмөхәмәтов ҡыҙыл флаг күтәреп сыҡҡан. Һуғыш бөттө, беҙ еңдек, тип халыҡ ҡыуана, илай, ҡосаҡлаша. Уҡыусыларҙың йөҙҙәре балҡып тора. Ҡайһы берҙәренең күҙендә йәш: кемдеңдер атаһы үлгән, кемдәрелер хат-хәбәр алғаны юҡ. Ҡайғы ла, шатлыҡ та. Күпселек халыҡ ҡырҙа – сәсеүҙә. “Еңеү! Беҙ еңдек!” – тип малайҙар ҡырға һыбай сапты...”
Ҡәҙерле әсәйем көндәлек яҙыуҙы артабан да дауам иткән. Ошо Бөйөк Еңеү тураһындағы шатлыҡлы юлдар менән уның яҙмаһын тамамлайым. Мәҡәләм һуңында ошо көндәлектә телгә алынған үҫмер малай – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәғәҙәт Ғәтиәт улы Ишбирҙиндең әсәйем хаҡындағы фекерен дә килтереп үтеү урынлы булыр: “Уҡытыусылар һуғыш осоронда тылда героик эш башҡарҙы. Улар лектор ҙа, политинформатор ҙа, артист та булды. Тарих уҡытыусыһы, мәктәп директоры Хөснизан Ғибәт ҡыҙы Айсыуаҡова был изге эштә етәксе булды. Ул яҡшы күңелле, ярҙамсыл, изгелекле, халыҡ ихтирамын яулаған ысын уҡытыусы ине. 4-се кластан уҡыуҙы ташлап, колхозда ат ҡараусы булып эшләргә, ишле ғаиләбеҙҙе ҡарарға тура килде. Артабан Хөснизан апайҙың кәңәше менән уҡыуымды дауам иттем. Юғары белемле уҡытыусы, мәктәп директоры булып китеүемдә, әлбиттә, уның да ҙур өлөшө бар...”
Рәсимә АЙСЫУАҠОВА, мәғариф ветераны.
Сибай ҡалаһы.