Хөрмәтле дуҫтар!
18 апрелдән башлап “Башҡортостан” республика гәзите, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арнап, “Ялҡынлы йылдар яҙмаһы” мәҡәләләр конкурсы иғлан итә. Ул 30 июнгә ҡәҙәр барасаҡ. Барығыҙҙы ла ошо бәйгелә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙҙең һәр ғаиләһендә тәрән эҙ ҡалдырған. Ҡанлы ла, данлы ла йылдар тураһында хәтирәләр, яҡын кешеләрегеҙ хаҡында иҫтәлек һаҡлайһығыҙ икән, улар менән уртаҡлашығыҙ!
Конкурстың маҡсаты – Ватаныбыҙҙың тарихи үткәненә ҡыҙыҡһыныуҙы, ихтирамды арттырыу, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу; башҡорт телендә Бөйөк Ватан һуғышы, Бөйөк Еңеү темаһына яҙылған мәҡәләләр аша тарихи хәтерҙе һаҡлауға, ватансылыҡ тойғоһона булышлыҡ ҡылыу; һәләтле авторҙарҙы билдәләү, уларҙы дәртләндереү.
Тәҡдим ителгән эштәрҙең темаһы конкурстың маҡсаттарына тап килергә тейеш. Конкурс комиссияһы мәҡәләләрҙе баһалағанда йөкмәткеһенә, һүрәтләү оҫталығына, телдең үҙенсәлектәрен аңлап, дөрөҫ яҙыуға иғтибар итәсәк.
Конкурста 14 йәш һәм унан өлкәнерәктәр ҡатнаша ала. Бер ҡатнашыусынан ҡабул ителгән эштәр һаны сикләнмәй.
Ҡатнашыусылар үҙҙәренең исем-шәрифен, адресын һәм телефонын күрһәтеп, мәҡәләләрен электрон вариантта редакцияға алып килеп тапшыра (450079, Өфө ҡалаһы,
Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 5-се ҡат) йә электрон почтаға ([email protected]) ебәрә ала.
Техник талаптар:
Мәҡәлә компьютерҙа А4 форматында 14-се кегль Palatino Linotype шрифты менән йыйылырға; юлдар араһы – 1,5 булырға; күләме 6,5 биттән артмаҫҡа тейеш.
Конкурсҡа эштәр 2022 йылдың 18 апреленән 30 июнгә ҡәҙәр ҡабул ителә. Иң яҡшы тип табылғандары гәзит биттәрендә донъя күрә. Еңеүселәр аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙән конкурсҡа йөкмәткеле мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ!
Конкурстың тулы положениеһы менән сайтта (www.bashgazet.ru) түбәндәрәк танышырға мөмкин.
“Башҡортостан” республика гәзитенең Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған “Ялҡынлы йылдар яҙмаһы” мәҡәләләр конкурсының Положениеһы“Башҡортостан” республика гәзитенең Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған “Ялҡынлы йылдар яҙмаһы” мәҡәләләр конкурсының Положениеһы
1. Дөйөм шарттар.
Ошо шарттар ижади мәҡәләләр конкурсын ойошторор һәм үткәрер өсөн нигеҙ булып тора.
Конкурстың ойоштороусыһы – “Башҡортостан” гәзите.
Конкурс комиссияһы конкурсты үткәреү тәртибен һәм ваҡытын, ҡатнашыусыларҙың ижадын баһалау шарттарын билдәләй.
2. Конкурстың бурыс, маҡсаттары
Конкурстың маҡсаты – Ватаныбыҙҙың тарихи үткәненә ҡыҙыҡһыныуҙы, ихтирамды арттырыу, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу; башҡорт телендә Бөйөк Ватан һуғышы, Бөйөк Еңеү темаһына яҙылған мәҡәләләр аша тарихи хәтерҙе һаҡлауға, ватансылыҡ тойғоһона булышлыҡ ҡылыу; мөһим темаға яҙа алған һәләтле авторҙарҙы билдәләү, уларҙы дәртләндереү.
3. Конкурста ҡатнашыусылар.
Конкурста Башҡортостан Республикаһында йәшәгән 18 йәш һәм унан өлкәнерәк авторҙар ҡатнаша ала.
4. Конкурста ҡатнашыу тәртибе.
Ҡатнашыусылар үҙҙәренең дөрөҫ итеп яҙылған исем-шәрифен, адресын һәм телефонын күрһәтеп, мәҡәләләрен электрон вариантта редакцияға алып килеп тапшыра (450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 5-се ҡат) йә электрон почтаға ([email protected]) ебәрә.
5. Конкурсты үткәреү тәртибе.
Конкурсҡа эштәр 2022 йылдың 18 апреленән 30 июненә ҡәҙәр ҡабул ителә. Иң яҡшы тип табылғандары гәзит биттәрендә донъя күрә.
6. Конкурсҡа ебәрелгән мәҡәләләргә талаптар:
– яҙмалар башҡорт телендә булырға, Бөйөк Ватан һуғышы, Еңеү темаһын йәнле һүрәтләүгә арналырға тейеш;
– жанр йәһәтенән сикләү булмай;
– конкурс комиссияһы мәҡәләләрҙе баһалағанда уның йөкмәткеһе асылыуға, һүрәтләү оҫталығына, телдең үҙенсәлектәрен аңлап, дөрөҫ яҙыуға иғтибар итә;
– ҡатнашыусынан ҡабул ителгән эштәр һаны сикләнмәй;
– мәҡәлә компьютерҙа А4 форматында 14-се кегль Palatino Linotype шрифты менән йыйылырға; юлдар араһы – 1,5 булырға; күләме 6,5 биттән артмаҫҡа тейеш.
Положениеның шарттарына тап килмәгән мәҡәләләр конкурсҡа үткәрелмәй.
7. Конкурс комиссияһы.
Мәҡәләләрҙе редакцияның тәжрибәле, абруйлы ижади составы ҡарай һәм баһалай.
8. Еңеүселәрҙе билдәләү.
Конкурс аҙағында өс еңеүсе билдәләнеп, улар аҡсалата премия менән бүләкләнә. Ҡалған ҡатнашыусыларға редакцияның Рәхмәт хаты тапшырыла.
Фото: https: kwork.ru