

15 апрелдән “Башҡортостан” республика гәзите, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арнап, “Ялҡынлы йылдар яҙмаһы” тигән ижади конкурс иғлан итә. Ул 30 июнгә ҡәҙәр барасаҡ. Һүрәтләмә, мәҡәлә, әңгәмәләрегеҙҙе, хикәйә, эссе йә парсаларығыҙҙы редакцияға ебәрегеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙҙең һәр ғаиләһендә тәрән эҙ ҡалдырған. Ҡанлы ла, данлы ла йылдар тураһында хәтирәләр, яҡын кешеләрегеҙ хаҡында иҫтәлек һаҡлайһығыҙ икән, улар менән уртаҡлашығыҙ.
Конкурстың маҡсаты – Ватаныбыҙҙың тарихи үткәненә ҡыҙыҡһыныуҙы, ихтирамды арттырыу, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу; башҡорт телендә Бөйөк Ватан һуғышы, Бөйөк Еңеү темаһына яҙылған мәҡәләләр аша тарихи хәтерҙе һаҡлауға, ватансылыҡ тойғоһона булышлыҡ ҡылыу; һәләтле авторҙарҙы билдәләү, уларҙы дәртләндереү.
Тәҡдим ителгән эштәрҙең темаһы конкурстың маҡсаттарына тап килергә тейеш. Конкурс комиссияһы мәҡәләләрҙе баһалағанда йөкмәткеһенә, һүрәтләү оҫталығына, телдең үҙенсәлектәрен аңлап, дөрөҫ яҙыуға иғтибар итәсәк.
Конкурста 14 йәше тулған үҫмерҙәрҙән алып, төрлө йәштәге өлкәндәр ҡатнаша ала. Бер ҡатнашыусынан ҡабул ителгән эштәр һаны сикләнмәй.
Бәйгеселәр үҙҙәренең исем-шәрифен, адресын һәм телефонын күрһәтеп, яҙмаларын электрон вариантта редакцияға алып килеп тапшыра (450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 5-се ҡат, 518-се бүлмә) йә электрон почтаға (bashgazet@mail.ru) ебәрә ала.
Мәҡәлә компьютерҙа А4 форматында 14-се кегль Palatino Linotype шрифты менән йыйылырға; юлдар араһы 1,5 см булырға; күләме 6,5 биттән артмаҫҡа тейеш.
Конкурсҡа ижади эштәр 2022 йылдың 18 апреленән 30 июнгә ҡәҙәр ҡабул ителә. Иң яҡшы тип табылғандары гәзит биттәрендә донъя күрә. Еңеүселәр аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙән конкурсҡа йөкмәткеле мәҡәләләр көтәбеҙ. Конкурстың тулы положениеһы менән сайтта (https://bashgazet.ru/articles/0905/2022-04-14/ya-y-izhadi-konkurs-i-lan-it-be-2768643) танышырға мөмкин.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.