9 май - Еңеү көнө
19 Апрель 2022, 09:45

Яугир хәбәрһеҙ юғалмай

Уҡытыусы Нәжметдин Бикмәтов Сталинград өсөн алышта ҡатнаша.

Сталинградта һуғышҡан ауылдашым Нәжметдин ағай Бикмәтов тураһында мәҡәлә яҙыу теләге Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбендә крайҙы өйрәнеү музейы төҙөй башлағанда уҡ уянғайны. Тере ваҡытында күрмәһәм дә, уның тураһында апаруҡ хәбәрҙармын. Ауылдың оло быуын кешеләре, тиңдәштәре менән һөйләшеп ултырғаным булды. Бөтәһенең дә фекере бер: “Изге күңелле, ярҙамсыл, уҡымышлы, белемле кеше ине. Бик эшсән, тырыш, ябай булды. Ҡайһы берәүҙәр кеүек “мин уҡытыусы!” тиеп үҙен фыртым тотманы. Ауылда өмә кеүек ниндәй генә дөйөм эш булмаһын, уның уртаһында йөрөнө”.

Ғәлимә еңгәй, Нәжметдин ағай­ҙың ҡатыны, иҫән ине әле. Уйлана-уйлана уның өйөнә юлландым. Һуғыш арҡаһында ғүмерен яңғыҙ­лыҡта үткәргән фронтовик инәй-апайҙарҙы йәлләйем мин. Былай ҙа китек күңелле кеше бит улар. Ә һин, хәтирәләрҙе аҡтарып, уларҙың ҡайғыларын яңыртаһың...

Еңгәй асыҡ йөҙ менән ҡаршы­ланы. Тәүҙә үткәндәрҙе иҫләп ул­тырҙыҡ. Унан һүҙҙе Сталинград өсөн һуғышта ҡатнашҡан иренә күсерҙем.

– Ауылдың беренсе мөғәллиме Мансур хәлфәнең тәүге уҡыусы­лары беҙ. Уның үҙенә оҡшап, күп­тәребеҙ аҙаҡ йә уҡытыусы, йә етәк­се булып киттек, ти торғайны Нәж­метдин, ғорурланып. Ағайыңды тәүҙә, 1929 йылда, Ҡалғаһауға ололарҙы уҡытырға ебәрәләр. Ғәлиәкбәр ауыл советына ҡарай ине ул ауыл. Унан Мәндәғолға күсерҙеләр. Шунда эшләгәндә өс айға Стәрлегә уҡырға китте. Унан һуң Ҡыпсаҡҡа күстек, 1931 – 1932 йылдарҙа ағайың шунда уҡытты. Унан бер йыл Тимерҙә эшләне. 1933 – 1934 йылдарҙа Байназарҙа һабаҡ бирҙе. Шунан Бөрйәнгә РОНО-ға инспектор итеп тәғәйен­ләнде. Бер йыл эшләгәс, 1936 – 1939 йылдарҙа Стәрлелә рабфакта уҡыны. Аҙаҡ Тимер ауылында директор булды, шунан Янһарыға күсерҙеләр. Һуғыш башланғанда шунда инек. Ай ярымға Өфөгә курсҡа ебәрелгән еренән 15 көн уҡып, кире ҡайтты. Янһары мәктәбе ҙур, 10 класлыҡ. Күп ирҙәр һуғышта. Директор вазифаһындағы аға­йың­ды алыштырырҙай кеше булмаған­дыр инде, фронтҡа ебәрмәй, кисек­терә килделәр.

Башҡа ир-ат Тыуған илен һаҡ­лар өсөн ҡулына ҡорал алғанда, үҙенең ауылда ҡалғанына ныҡ уңайһыҙлана Нәжметдин ағай. Фронтҡа ни ҡәҙәре ашҡынһа ла, ебәрмәйҙәр. Мөғәллимгә тыуасаҡ балаһын күрергә, уға Фатима тип исем ҡушырға ла насип була. Күңеле менән күптән фронтта булһа ла, ебәрә һалмайҙар. Үҙен һалдат итеп һанай. Был көндәле­гендәге һуңғы яҙмаһында ла күренә: “20.03.1942 йыл. Тарихи йыр:

Ебәрһәнә, атай, мин китәйем,

Ҡайҙа минең ҡайыш йүгәнем?

Күп егеттәр шулай ҡуҙғалғанда,

Былай ятыу миңә түбәнһеү.

Олатайҙар иңенә төшкән яу беҙҙең иңебеҙгә лә төштө. Гитлер ирекле илебеҙгә ҡанлы ҡулын һуҙҙы. Беҙҙең аранан күп егеттәр, хатта ҡарттар ҙа Тыуған иле­беҙҙе ҡәбәхәт гитлерсыларҙан һаҡлар өсөн сафҡа баҫты һәм шул юлда үҙҙәрен аямай көрәште. Ә беҙ ошо көнгә тиклем тылда көрәштек. Нисек көрәшкәнбеҙҙер, уныһын халыҡ белә. Инде беҙгә лә фронтта көрәшергә ваҡыт килеп етте. Киттек, киттек! Тағы ла бер киттек!

Беҙ бөтәбеҙ ҙә халыҡ азат­лығы өсөн, бигерәк тә киләсәк йәмғиәт халыҡтары – йәштәр азатлығы өсөн көрәшәбеҙ. Улдарым, ҡыҙҙарым! Һеҙ йәшәгән ваҡытта гитлеризм тигән исем тарихта ғына ҡалыр. Һеҙ ул хаҡта ҡәһәр уҡып һөйләрһегеҙ...”

25 мартта Нәжметдин ағай Янһарынан, эш урынынан, фронтҡа китә. Тыуған ауылына ҡайтып ата-әсәһе, туғандары менән хушлаша ла алмай.

...Еңгәй иренең көндәлеген, туҙып бөткән ике-өс хатын яулыҡҡа төрөп, ҡәҙерле иҫтәлек, ҡомартҡы итеп һаҡлай. Хаттары ҡыҫҡа, иҫән­лек-һаулыҡ һорашыу, кәңәштәр биреү менән сикләнгән. Мине ҡыҙыҡһындырған яу юлы, һуғыш хәрәкәттәре тураһында бөтөнләй яҙмаған. Шулай кәрәк, тип иҫәп­ләгәндер инде. Ғәлимә еңгәйҙән иренең фронттан яҙғандарын иҫләүҙе үтенәм.

– Тора, ти, хәтерҙә. Күпме ваҡыт үткән уға. Бер хатында көҙгө һыуыҡта Донды аша сыҡҡанда туңғандары тураһында яҙғайны. Береһендә, Сталинградты һаҡлар өсөн һуғышабыҙ, уны бирергә ярамай; бирһәк, ҡаланың исеме юғала, тигәйне. Йәнә бер хаты иҫемдә. Уға һул ҡулының бармаҡтарын төшөргән ине. Һуҡ һәм урта бар­маҡтары төптән өҙөлгәйне... Һуғы­шып йөрөһә лә, һуғыш, яраланыу­ҙары тураһында сурытып яҙманы ул.

Еңгәйҙән, нисек тә ағайҙың фронтташ иптәшен эҙләп табырға, тигән фекергә килеп сығып киттем. Уйламағанда бәхет үҙе йылмайҙы. Нәжметдин ағайҙың ҡыҙы Зәйтүнә апай гәзиттә сыҡҡан бер мәҡәләлә атаһының исем-фамилияһын күреп ҡала ла авторға хат яҙа. Шунан һуң күп тә тормай, автор Ниғмәт ағай фронтташының ауылына килә. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, минең өйҙә булмаған ваҡытҡа тура килә был. Ниндәй үкенесле...

Адресын алдым да Белорет ҡалаһына киттем. Бына мин запастағы майор, икенсе төркөм инвалиды Ниғмәт ағай өйөндәмен. Хәрби кеше икәне буй-һынынан, хәрәкәтенән, һөйләшкәненән күре­неп тора. Ул ныҡ ҡына ҡаужыған, һуғыш яралары яфалайҙыр. Маҡ­сатымды әйткәс, ул бермә-бер үҙгәрҙе. Ҡайҙа барып, нимәгә то­тонорға белмәй сәбәләнде. Йөҙөн­дә аптырау ҙа, шатлыҡ һыҙаттары ла сағылып киткәндәй булды. Шкафтан папка килтереп сығарҙы, унан бер нисә гәзит эҙләп алды ла яныма килеп ултырҙы. Тәүҙә үҙем менән ҡыҙыҡ­һынды, ҡайҙа эшлә­үем, мауы­ғыуҙарым тураһында һорашты. Музей, тарих, ветерандар менән шөғөлләнгәнемде белгәс, хуплау һүҙҙәрен әйтте.

– Беҙҙең Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Богдан Хмельницкий ордендарына лайыҡ булған 214-се уҡсы дивизия Өфөлә төҙөлдө. Командиры Советтар Союзы Геройы Н.И. Бирюков ине. Ул генерал-лейтенантҡа тиклем үрләп, аҙаҡ “На огненных рубежах” тигән китап яҙҙы. Ә дивизия комиссары подполковник Соболь ине, ул Харьковта йәшәй. Беҙҙең полк коман­дирының фамилияһы Горбачов булды.

Тәүҙә Затонда ятып, һуғыш күнекмәләре алдыҡ. Мин дә, Нәжметдин ағай ҙа 788-се уҡсы полкының 3-сө батальонында ПТР ротаһында инек. Бик яуаплы, ауыр рота ул. Ҡоралдың бер зарядлыһы 16 килограмм була, ә беҙ йөрөткән биш зарядлыһы 20 килограмм ине. Патрондарың – биш-алты килограмм. Дүрт граната: икәүһе танкка ҡаршы ауыр граната, тағы икәүһе пехотаға ҡаршы ҡулланыла. Бынан тыш яндырғыс шыйыҡса тулты­рыл­ған ике шешә. Былары – ҡо­ралың. Үҙ әйберҙәрең дә бар бит әле! Нәжметдин ағай, шуларға өҫтәп, мандолинаһын алып йөрөнө, бер ваҡытта ла унан айырылманы. Ғәжәп оҫта уйнай торғайны. Дивизияла башҡорттар күп ине. Ул уйнай башланымы, йыйыла һалалар. Үҙебеҙҙең башҡорт көйҙәрен ишетһәк, йөрәк елкенеп, күңел тетрәнеп китә. Уйнап туҡтауға ҡайһы бер һалдаттарҙың күҙҙәре йәшкәҙегән була. Мандолина тауышына урыҫтар ҙа килә: “Сыграй нам нашу русскую плясовую!” – тип үтенәләр. Ағай белгән тиклем уларҙың да көйҙәрен уйнап күңелдәрен күрә.

Затонда беҙҙе ике ай самаһы тоттолар. Апрель аҙағында дивизия, эшелондарға тейәлеп, Тула районына күсерелде. Унда резервта оҙаҡ торорға тура килмәне. 1942 йылдың йәйендә дошман, Көньяҡ фронтын өҙөп, Сталинградҡа һөжүм башлағас, дивизиябыҙ ашығыс рәүештә шунда ташланылды. Дондың уң ярында оборона линияһы әҙерләргә тигән приказ килде. Тиҙҙән беҙ Пещерский, Перстеневский утарҙары янында аяу­һыҙ һуғыш сирҡанысы алдыҡ. Дошман ғәскәрҙәре өс тәүлек буйына оборонабыҙҙы өҙөргә маташты. Өс тәүлек буйы һауа, артиллерия һәм танк һөжүме... Көнөнә дүртәр тапҡыр ҡотороноп атакаға ташланалар. Беҙҙең окоптар йәнәш, үҙем һәр саҡ Нәжметдин ағай эргәһендә булырға тырышам. Дөрөҫөн әйт­кәндә, ул мине үҙ ҡанаты аҫтына алды. Уҡыусыһы кеүек күрҙе, ахыры. Йәш айырмаһы 14 йыл бит.

Немец танкистары алйот түгел ул, ҡустым. Өҫтөңә тура килә. Мә, атығыҙ, тип ҡабырғаһын ҡуймай. Нәжметдин ағай ҙа ата ПТР-ҙан, мин дә атам. Лобовойға тейгәнен күрәбеҙ – осҡондар сәсрәй. Ситтә­геләр ҡабырғаһына атып яндырып өлгөрмәһә, танкка ҡаршы ҡулла­нылған гранатаға, уныһы булмаһа, яндырғыс шыйыҡсалы шешәгә тотонаһың.

Беҙҙең дивизия йылға бөгөлөнә ҡаршы урынлашҡан бөтә Дон армияһы менән һөжүмгә күсеү тураһында приказ көтә ине. Дошман позицияһын емерергә тейеш­беҙ. Бик ауыр приказ. Уйлаһаң, уйылып китерлек: дошман бында өс ай буйы нығынды. Ҙур көс тупланы. Бөтәһе лә беҙҙең күҙ алдында хәл ителде. Улар эргә-тирәләге утарҙарҙан кешеләрҙе ҡыуып килтереп эшкә ҡуша. Ҡурҡ­май-өркмәй эшләтәләр. Окоп, траншея ҡаҙҙыралар, ә беҙ ата алмай­быҙ, үҙебеҙҙең кешеләргә тигеҙеү­ҙән ҡурҡабыҙ... Тран­шеяларҙың оҙонлоғо, тәрәнлеге, күплеге иҫ китмәле. Улар алдында – тимер сымдан эшләнгән ҡаршылыҡтар... Мина һыҙаттары... Тимер сыбыҡ­тар, яңғырауыҡ тауыш сыҡһын өсөн, тимер мискә, ҡалай консерва һауыттары кеүек башҡа әйберҙәргә тоташтырылған. Саҡ ҡына тейһәң дә, һуғылһаң да яңғырап китәләр. Траншеяларҙан һуң да ҡаршылыҡ­тар: емерек техника һәм башҡа­ларҙан баррикадалар. Улар артында – дошман снайперҙары. Йәнә һәр ергә алдатҡыс әйберҙәр һелтәп сыҡҡандар. Уны алам тип тейеүең була, шартлайһың. Дошман оборонаһының асҡысы – 56,8-се бейеклек. Беҙгә шуны яуларға кәрәк.

22 ноябрь төнөндә беҙҙең батальон командирҙары, политруктары блиндажда йыйылды. Командование приказы менән таныштыр­ҙылар. Иртәнге 9-сы яртыла һө­жүмгә күсеү тураһында приказ ине был.

Иртәгәһенә һөжүмде катюшалар башлап ебәрҙе. “Ура!” ҡысҡырып, атакаға күтәрелдек. Дивизия алдында мөһим бурыс – түбәнге Гниловский ауылы эргәһендәге 56,8 бейеклеген алыу.

Иртәнге туғыҙынсы яртыла артподготовка башланды. Унан һуң дивизия яугирҙәре штурмға күсте. Йөҙәрләгән Башҡортостан егеттәре: Ҡандранан Абдулла Саттаров, Бөрйәндән Нәжметдин Бикмәтов, Стәрлетамаҡтан Павлов, Белореттан Знаменский һәм башҡалар атакаға күтәрелде. Минометсы­ларыбыҙ ҙа эшкә тотондо. Улар араһында Вәкил Ғилфанов та бар ине. Аҙаҡ ул ҙур ғалим, профессор булып китте. Яңыраҡ мәрхүм булып ҡалды. Беҙҙең менән йәнә дивизия ғорурлығы Гуля Королева ла бар ине.

Һуғыш аяуһыҙ булды. Бейеклек ҡулдан-ҡулға күсте. Һәр ҡарыш ер, траншеялағы һәр боролош өсөн штыктар һәм гранаталар ҡулланып көрәштек. Окоп, траншеялар фа­шис­тарҙың үле кәүҙәләре менән тулды. Ҙур юғалтыуҙар менән бейеклеккә барып етәбеҙ, немец­тарҙың тәүге траншеяларын ала­быҙ. Фашистар яңынан контра­такаға ташлана, өлөшләтә яуланған бейеклекте беҙ тота алмайбыҙ. Аяуһыҙ алышта комбат Плотников, ротаны күтәргәндә майор Топлин ауҙы. Ә беҙгә нисек булһа ла позицияны тоторға кәрәк. Сталиндың 227-се приказы ҡаты: “Бер аҙым да сигенмәҫкә! Беҙгә Сталинградты бирергә ярамай. Сталинградты бирһәк, немецтар беҙҙең өсөн йәшәү артерияһы булған Баку нефтен өҙә!” Ә яугирҙәребеҙ һанаулы ғына ҡалған. Шул саҡ, окоптарҙан бөтә көстәрҙе йыйырға, өҫтәмә көс килгәнсә, барлы-юҡлы һалдаттар менән фашистарҙың атакаһын кире ҡағырға, тигән приказ булды. Был мөһим задание санинструктор Гуляға йөкмәтелде. Ҡурҡыу белмәҫ ҡатын тиҙ үтәне приказды. Немецтар яңынан контратакаға күтәрел­гәс, Гуляның тауышы яңғыраны:

– Һалдаттар! Минең арттан, атакаға!

Дошман беҙҙең ҡыҫымға түҙ­мәне, сигенде. Беҙ бейеклектә ҡалдыҡ. Ошо атакала Гулябыҙ батырҙарса һәләк булды. Ҡыйыу ҙа, сос та, физик яҡтан үҙен сы­ныҡтырған, йәш булыуға ҡара­маҫтан, көслө ихтыярлы ҡатын ине ул. Дон аша сыҡҡанда һыуыҡ һыу­ҙа, үҙ өҫтөнә һалып, яралыларҙы ташыны. Бөтәһенә лә өлгөрә ине: концерт ҡуйырға ла, һораһалар, хат яҙышырға ла...

Күптәр башын һалды был бейеклек өсөн. Гуляны, Топлинды, Плотниковты бер соҡорға ерләнек. Аҙаҡ өсөһөн дә үлгәндән һуң Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланылар. Ә бейеклеккә Плотников исе­ме бирелде. Был атакала Нәж­метдин ағай ҙа ҡаты яраланғайны – уң ботона снаряд ярсығы тейгән. Яраһы бик ҙур. Ҡан туҡтауһыҙ аға. Мин үҙем дә еңелсә яраландым, шулай ҙа Нәжметдин ағайҙы плащ-палаткаға һалып, һөйрәп алып сығырға хәлем етте. “Ҡустым, һин минең менән мәшәҡәтләнмә, бар алға, алышҡа”, – тине ул. Бәхеткә, алда танктар күренде. Уңышһыҙ атака булды ул көндө. Барлығы өс кенә танк ҡалды... Алдағыһына ҡаршы сыҡтым: “Стой! Стой!” Ярай ҙа туҡтаны. Һалып ебәрҙем Нәж­метдин ағайҙы. Был 24 ноябрҙә булды.

Ныҡ әҙерләнгән фашистар был алышҡа. Фельдмаршал Паулюс, башҡа фронттарҙан алып, күп көс­тәрен Сталинградҡа ташлағайны. Техникаларының иҫәбе-һаны юҡ. Беҙ 500-ләгән яугирҙе юғалттыҡ. Был бейеклек, асылда, 27 ноябрҙә генә яуланды. Ә Нәжметдин ағай менән башҡаса осрашманыҡ. Ҡайһы госпиталгә һалғандарҙыр, белмәйем. Уны һәр ваҡыт иҫемә төшөрәм.

– Тап ошо ваҡытта ғаиләһенә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ килгән, – тинем мин Ниғмәт ағайға.

– Бик мөмкин. Тик һин, ҡустым, шуны бел – яугир бер ваҡытта ла хәбәрһеҙ юғалмай. Һуғышҡа инеү менән уның яу юлы башлана. Юл – ул эҙ. Кемдеңдер, нимәнеңдер эҙе. Яугирҙең юлы өҙөлөргә мөм­кин, һуғыш бит ул. Кәүҙәһе табыл­маҫҡа мөмкин уның. Окобында, траншеяла күмелеп ҡалғандар аҙ булды тиһеңме? Шуларҙы “хәбәр­һеҙ юғалды” тиергәме? Уның яу юлы ҡайҙа өҙөлә, шунда һәләк булды, тип яҙырға кәрәк. Нәжметдин ағай кеүектәр хәбәрһеҙ юғалмай. Шуныһы йәл, хатта “За оборону Сталинграда” миҙалын да ала алмай китеп барҙы ул. Тәүҙә бит, сигенгән мәлдә, беҙҙекеләр награ­даға бик һаран ине. Аҙаҡ ҡына, хәл ыңғайлашҡас, йомартланып киттеләр. Һуғыштың аҙағынаса йөрөһә, Нәжметдин ағайҙың күкрәге тулы орден-миҙал булыр ине. Мине ул гел ҡурсалап алып йөрөнө. Әле лә күҙ алдымда, окопта миңә ҡарап-ҡарап ултырҙы ла: “Йәп-йәш кенә­һең бит әле һин, ҡустым, ун һигеҙең дә тулмаған... Дәәәә, ҙур һынау төштө һинең өҫкә... Ни эшләйһең инде, яҙмышың шулай ҡушҡас...” – тине, мине йәлләп”.

Шунан мин Ниғмәт ағайға Нәж­метдин Бикмәтовтың Мәскәү эргә­һендәге Крюковола госпиталдә дауаланғанын, унан сыҡҡас, яңы­нан һуғышҡа ингәнен әйттем. Ҡатыны, улдары һөйләүенсә, дүрт-биш мәртәбә яралана ул. “Хәтер” китабы буйынса 1943 йылдың 26 февралендә һәләк булып, Смоленск өлкәһенең Мокрое тигән ауылында ерләнә. Әммә Ғәлимә еңгәйҙең әйтеүенсә, ул 1943 йыл­дың 15 декабрендә Смоленск өлкәһенең Ковмачи ауылында һәләк була. Тимәк, китапта бирел­гән мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй.

Ниғмәт ағайға ҙур рәхмәттәр әйтеп, иҫәнлек-һаулыҡ теләп, күңел яраларын ҡуҙғытып борсоғаным өсөн ғәфү үтенеп, хушлаштым.

Ағай менән аралашыуҙан алған тәьҫораттар шауҡымында әкрен генә март ҡояшы аҫтында атлайым. Бөгөн ныҡ ҡына иреткән. Асыҡ урында көрт аҡ, ә ике яғымдағы ҡарағай төптәрендә ҡар ныҡ ҡына ултырған – ҡарая төшкән.

Ҡояш яҙ көндәлегендәге биттәр­ҙе барлай башлаған. Шул көндәлек­тәге ҡар иреүҙән асылған тамға-эҙҙәрҙе ҡарай-ҡарай атлайым, ә ҡолағымда Ниғмәт ағайҙың һүҙҙәре яңғырай: “Яугир хәбәрһеҙ юғал­май... яугир эҙһеҙ юғалмай!”

 

Марат МУЛЛАҒОЛОВ,

РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы,

БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Читайте нас