Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
20 Апрель 2022, 20:30

“Һинең исемең – Еңеүсе!”

“Башҡортостан” киностудияһы ойошторған акция барышында республика кинотеатрҙарында ҡайһы фильмдар күрһәтеләсәк? 

“Һинең исемең – Еңеүсе!”
“Һинең исемең – Еңеүсе!”

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арнап, 21 апрелдән май аҙағынаса Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы “Һинең исемең – Еңеүсе!” хәйриә акцияһы ойоштора.

Ҡайһы бер кинолар түләүле, шулай уҡ Пушкин картаһы менән күрһәтеләсәк. Республиканың муниципаль, Өфөнөң "Родина" кинотеатрҙарында "Беренсе Оскар" (режиссеры - Сергей Мокрицкий), "1941. Берлин өҫтөндә ҡанат" (режиссеры - Константин Буслов) фильмдары, шулай уҡ халыҡ яратып өлгөргән "Ҡыҙыл шәүлә" (режиссеры - Андрей Богатырев), "Мария. Мәскәүҙе ҡотҡарырға" (режиссеры - Вера Сторожева) һәм "Һеңлекәш" (режиссеры - Александр Галибин) картиналары тамашасы хөкөмөнә тапшырыла. Башҡорт кинематографистарының ҡыҫҡа метражлы "Кластан тыш дәрес" (режиссеры - Руслан Юлтаев), "Саптар" (режиссеры - Роман Пожидаев) һәм "Өс хат" (режиссеры - Руслан Юлтаев) фильмдары ла күрһәтеләсәк.

Киностудия директоры Юнир Әминев әйтеүенсә, “Был изге акция йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү маҡсатында эшләнә. Халыҡ хәтере юйылмай, ул үлемһеҙ”.

Фото: "Башҡортостан" киностудияһы.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: