9 май - Еңеү көнө
21 Апрель 2022, 17:30

Еңеү килтергән йөҙҙәр

Ҡырмыҫҡалы районында тарихи фотокүргәҙмә асыла.

Еңеү килтергән йөҙҙәрЕңеү килтергән йөҙҙәр
Еңеү килтергән йөҙҙәр

Ҡырмыҫҡалы районында үҙ заманының билдәле фотохәбәрсеһе Вячеслав Стрижевскийҙың "Лица Победы" тип аталған фотокүргәҙмәһе асыла. Ул Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арнала.

Ҡырмыҫҡалы – Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ере. Легендар генералдың портреттары экспозицияла айырым урын биләй.

Фотоһүрәттәрҙең авторы Вячеслав Стрижевский – билдәле фотохәбәрсе, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. "Еңеү йөҙҙәре" – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының нәфис фотопортреттарынан торған документаль галерея. Ул – илдең тарихи йылъяҙмаһындағы үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ, һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ватанды үҫтереүгә күп көс һалған кешеләр тураһындағы сәхифә. Автор үткән менән бөгөнгөнө тоташтырған фото-тарих ижад иткән.

Был күргәҙмә – һуғыш, Бөйөк Еңеү хаҡына бөтә көстәрен, хатта ғүмерҙәрен һалған ата-бабаларыбыҙ фиҙакәрлеге хаҡында хәтирә.

"Еңеү йөҙҙәре" проектының маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының оло шәхесен юғары сифатлы фотопортреттарҙа сағылдырыу. Йәмғиәткә Еңеүҙең ысын йөҙөн – үҙҙәрен һуғыш яланында ла, тыныс тормошта ла лайыҡлы күрһәткән көслө рухлы, сағыу яҙмышлы кешеләрҙе асыу.

Күргәҙмә 22 апрелдән 21 майға ҡәҙәр эшләй.

Фото: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас