

Тормош көтөлмәгән осрашыуҙарға, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға ғәжәп бай. Башҡортостандың төпкөл тарафтарында ғүмер кисереп, генерал Таһир Күсимовтың яҡын туғаны менән бер ауылда йәшәгәнем ике ятып бер төшөмә инһәсе. Әйткәндәй, Башҡорт совет хәрбиһе һәм дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Тайып улының фамилияһы бер миндә генә һорау тыуҙырмағандыр, моғайын. Билдәле шәхес Әбйәлил районының Күсем ауылында тыуып үҫкән һәм, бәлки, бәғзе берәүҙәр был ауыл данлыҡлы генералдың хөрмәтенә шулай аталған тип уйлайҙыр. Әммә барыһы ла киреһенсә икән.
Күсимовтың ҡустыһы Рим Йәнйегетов бер атай менән әсәйҙән тыуған ике улдың төрлө фамилия йөрөтөүе тарихын былай тип бәйән ҡыла: “Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыу мәле. Хәрби хеҙмәткә алыныр ябай ауыл егеттәре араһында Таһир Йәнйегетов та бар. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ҡырҙа көтөү көткән, өҫтәүенә рус телен белмәгән Таһир үҙен ғүмерендә беренсе тапҡыр оло донъяға сыҡҡандай тоя. Нисектер баҙап, юғалып ҡалған әзмәүерҙе күреп, комиссия ағзалары бер тауыштан “хәрби хеҙмәткә яраҡлы” тигән ҡарар сығара. Тик урыҫса икмәк-тоҙлоҡ та һупаламауы арҡаһында ҡыҙғаныс хәлгә тарый ул: хәрби комиссариатта уның фамилияһын белә алмай мәж киләләр. Фамилияң кем, тигән һорауға егет ишетелер-ишетелмәҫ: “Кусима, Кусимов”, – тип яуап ҡайтара. Күрәһең, Күсем ауылынанмын, тип әйтергә теләгәндер. Ҡабат-ҡабат төбәшеп, сабырлыҡтары һынғас, комиссия ағзаларының береһе: “Эй, яҙығыҙ шуны Күсимов итеп”, – тип ҡул һелтәй. Бына шулай итеп Йәнйегетов Күсимов булып китә...”
1928 йылда Таһир Күсимов имтихандар тапшырыр өсөн Ҡазанға килә. Белем кимәле һайыраҡ булһа ла, үҙ һүҙле тырыш егетте әҙерлек курсына ҡабул итәләр. Уҡыуын тамамлағас, ул офицер булып китә. Таһир Күсимовтың 46 йыл ғүмере хәрби хеҙмәттә үтә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се (275-се) полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Яугирҙәр Күсимовтың һалдаттарҙы алыштарға ентекле әҙерләгәне, кавалерист күнекмәләрен бик етди үткәргәне тураһында һөйләй. Күсимов үҙе хәтерләүенсә, һалдаттарҙан ул матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Әйткәндәй, һуғыш барышында дивизияла командирҙар йыйылған кәңәшмәләр йыш ҡына башҡортса алып барылған – был үҙенә күрә хәүефһеҙлек сараһы булған.
Гвардия подполковнигы Таһир Күсимов 1943 йылдың 27 сентябрендә дошман уты аҫтында Днепрҙы кискәндә айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтеп, III дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың Еңеү парадында ҡатнашыуын иһә уның йондоҙло сәғәте тиергә мөмкин. Шулай уҡ М.В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлауы – уның ҙур ҡаҙанышы. Һуңғараҡ К.Е. Ворошилов исемендәге Генераль штаб академияһында белем ала. 1963 йылда генерал-майорҙы Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары итеп тәғәйенләйҙәр.
1986 йылдың 10 майында ул вафат була. Герой Өфө ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән. Баш ҡалала Таһир Тайып улы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, тыуған ауылында музей асылған.
Минең әңгәмәсем – Рим Байрамғол улы Йәнйегетов. Ул данлыҡлы туғанының ғәжәп сибәр, игелекле, көслө, ысын офицер булғанын әле һаман хәтерендә һаҡлай.
– Ағайым Фәнил Йәнйегетов (мәрхүм инде) Таһир бабайыбыҙ тураһында шиғыр яҙғайны. Уны көйгә һалып, йырҙы радио аша ла яңғыраттылар , шатланып тыңлай инек, – тип һөйләй Рим.
Ошо урында генералдың туғаны тураһында ла бер аҙ һөйләп үтеү зарурҙыр. Рим Йәнйегетов та баһадир кәүҙәле, ғәйәт көслө егет булып буй еткерә. Түҙемле, зирәк бәһлеүәнде Тымыҡ океан флотына алалар. Ябай флотҡа түгел, ә һыу аҫты кәмәһенә эләгә ул. Өс йыл да өс ай хеҙмәт итә. Командирҙарҙың фарманын теүәл үтәгән, шәхси үтенестәр менән бимазаламаған ныҡышмал, тәүәккәл һалдат була.
Ғәскәри хеҙмәттән һуң күпмелер ваҡыт ағас эшкәртеү хужалығында эшләй. Уның бүлексәһендә һикһәндән ашыу кеше тир түгә. Яуаплы, талапсан етәксе бер көн эсендә бөтә бригадаларҙы урап, эштәрҙең теүәл үтәлешен тикшереп сығыр булған.
Бөгөн 60-ын уҙғарған Рим Байрамғол улы Белорет районы Сосновка ауылында ғаиләһе – ҡатыны, ике балаһы, ейән-ейәнсәрҙәре менән ғүмер итә. Тәжрибәле, алтын ҡуллы слесарь олоһоноң да, кесеһенең дә ихтирамына лайыҡ. Балалар учреждениеһының йәки мәҙәниәт йортоноң йылытыу системаһында ниндәй генә ауырлыҡтағы ремонт булмаһын, үҙ эшен яҡшы белгән кешегә – Рим Йәнйегетовҡа мөрәжәғәт итәләр.
Ифрат хәстәрлекле атай, яғымлы олатай Рим Йәнйегетов та Күсимов ише абруйлы ир-азаматтарҙы тәрбиәләгән нәҫелдең лайыҡлы һыҙаттарын һаҡлап килә.
Гөлсөм МОСТАФИНА.
Белорет районы.

