Еңеү көнө алдынан Башҡортостан Республикаһының күп йүнәлешле үҙәге яугирҙәрҙе иҫкә алыу акцияһын үткәрә.
25 апрелдән “Минең документтарым” үҙәге белгестәре униформаларындағы традицион бейдждар урынына Георгий таҫмаһын һәм һуғыш Геройының исемен яҙып, фотоһүрәтен таға.
Был көндәрҙә үҙебеҙҙең гражданлыҡ позицияһын һәм Еңеү көнөнә ҡарата мөнәсәбәтеңде күрһәтеү һис ҡасан булмағанса мөһим. Күп йүнәлешле үҙәк хеҙмәткәрҙәре республиканың барлыҡ райондарында ла байрам сараларында ҡатнаша.
Мәғлүм булыуынса, күп функциялы үҙәк яугирҙәрҙең фотоларын “Үлемһеҙ полк” сафында үтеү өсөн баҫмай. Фотоны баҫтырыу өсөн акцияла ҡатнашҡан фотоательеға йәки Рәсәй почтаһы бүлексәһендә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото: mgazeta.com/news