Бөгөн Өфөлә уҙған ҙур патриотик сара – “ZаРоссию” концертынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Владимир Владимирович Путин үҙен граната менән шартлатҡан герой, милләте буйынса лак булған өлкән лейтенант Нурмагомед Гаджимагомедов тураһында һөйләгәндә: “Ошондай ҡаһарманлыҡтың миҫалдарын күргәндә, мин – лаклы, мин – дағстанлы, чечен, ингуш, рус, татар, йәһүд, мордвин, осетин... тип әйткем килә”, - тигәйне.
Бөгөн Президентыбыҙ артынан һәр беребеҙ ҡабатлай ала: беҙ башҡорттар, рустар, татарҙар, удмурттар, мариҙар, сыуаштар, чечендар һәм башҡалар. Беҙ барыбыҙ ҙа рәсәйҙәр, бөйөк, ғәҙел, көслө дәүләт граждандары булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Бөгөн илебеҙгә, лидерыбыҙға ҡот осҡос баҫым яһала. Һәм беҙгә Президентҡа теләктәшлек белдереү бик мөһим. Әгәр бергә һәм иңгә-иң терәп торһаҡ – беҙ теләһә ниндәй бурыстарҙы атҡарасаҡбыҙ.
Әлеге ваҡытта Донбассты һаҡлаған меңдәрсә егетебеҙ улар менән бергә булыуыбыҙҙы, иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтөүебеҙҙе белергә тейеш. Беҙ һәләк булғандарҙың хәтерен ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ һәм уларҙың туғандарын, яҡындарын мотлаҡ хәстәрлек менән солғап аласаҡбыҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Бөгөн егеттәргә, илебеҙгә теләктәшлек белдереп килгәндәрҙең һәммәһенә лә рәхмәт белдерәм”, – тип яҙҙы ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Өфөлә “ZаРоссию” музыкаль марафоны барышында патриотик концерт ойошторолдо. Башҡортостандың баш ҡалаһына эстафетаны Бийск ҡалаһы тапшырҙы.
Музыкаль марафон 12 апрелдә Тверь ҡалаһында башланды. 5 майға тиклем ул илдең алты федераль округының 30 ҡалаһында үтәсәк – Үҙәк, Төньяҡ-Көнбайыш, Көньяҡ, Волга буйы, Урал һәм Себер.
Сара “Беҙ бергә!”, “ZА МИР БЕЗ НАЦИЗМА!”, “ZА РОССИЮ” лозунгылары аҫтында үтте. Унда легендар рок төркөмө “Ва-Банк” һәм уның лидеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Скляр, шулай уҡ Сергей Галанин етәкселегендәге “СерьГа” төркөмдәре ҡатнашты. Концертта “Zainetdin” этно-коллектив сығыш яһаны. Марафондың рок-маршрутының киләһе ҡалалары – Новокузнецк һәм Магнитогорск.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.