Бөгөн, 22 апрелдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәттәре етәкселәре ҡатнашлығында республиканың террорлыҡҡа ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – террорлыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән ведомство-ара саралар комплексын ғәмәлгә ашырыу.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар май байрамдары осоронда граждандарҙың хәүефһеҙлеген, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса сараларҙы тикшерҙе.
– Байрамдарҙа 400 мең самаһы кешенең ҡатнашыуын көтәбеҙ. Айырыуса “Үлемһеҙ полк” акцияһында халыҡ күп буласаҡ. Мөмкин булған төрлө хәүеф-хәтәрҙе иҫкәртергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Бөтә көстәр һәм саралар йәмғиәт именлеген һаҡлауға тулыһынса әҙер булырға тейеш.
Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәктә террорлыҡҡа ҡаршы көрәш өлкәһендәге хәлгә йоғонто яһаған сәйәси, социаль-иҡтисади процестарға мониторинг үткәреү һөҙөмтәлелеге мәсьәләләре ҡаралды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.