Беҙҙең быуынға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын күреп, мәктәптәрҙә улар менән булған осрашыуҙарҙа ҡатнашып, аралашып йәшәү бәхете тейҙе. Аҙаҡ, журналист булараҡ, эш буйынса улар менән осрашып торорға яҙҙы. Хәҙер инде беҙ яҙған ветерандар арабыҙҙан китеп бөттө, тиерлек. Шул иҫәптән Белорет районының Үҙәнбаш ауылынан һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Әбүбәкир улы Әбүталипов та бынан бер нисә йыл элек донъя ҡуйҙы.
Ул 1921 йылда Шығай ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем колхозда тракторсы булып эшләй. 1941 йылдың майында Хәсән Әбүбәкир улын армияға алалар, ә инде бер айҙан һуғыш башлана. Һуғыштың тәүге көнөнән үк уны фронттың алғы һыҙығына оҙаталар.
– Миңә оҙаҡ һуғышырға тура килмәне. Беҙҙе ҡоралһыҙ-ниһеҙ окопҡа төшөрөп ултырттылар ҙа: “Бер ҡайҙа ла китмәгеҙ!” – тип бойорҙолар. 12 кешегә бер мылтыҡ. Баштан-аяҡ ҡоралланған дошманды буш ҡул менән туҡтатып буламы инде... Беҙҙе әсирлеккә алдылар, – тип ул йылдарҙың иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡайны ветеран.
Әсирлеккә эләккән бер төркөм һалдаттарҙы Финляндияға оҙаталар. 1944 йылда уларҙы ҡотҡаралар, әммә Сталин был һалдаттарҙы ярлыҡарға ашыҡмай. Һөҙөмтәлә, Хәсән Әбүбәкир улына тағы ла биш йыл шахтала бил бөгөргә тура килә. Тикшереү үтеп, 1949 йылда аҡланып, тыуған еренә ҡайтып төшә. Бер нисә ай Шығай мәктәбендә хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләй. Урман эшендә аҡса яҡшы түләнгәс, ул Үҙәнбаш ауылындағы леспромхозға ағас ҡырҡыусы булып урынлаша. 27 йыл бер урында эшләп, хаҡлы ялға сыға. 1949 йылда ғаилә ҡороп, тормош иптәше Миниса Абдулла ҡыҙы менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
2015 йылда Хәсән Әбүбәкир улы менән осрашҡанда ветеранға 94 йәш ине. “Хәҙер балалар пенсияға сығып бөтөп бара инде”, – тип һөйләшеп ултырғайны ул.
Ул, һуғыш тамамланғанға 70 йыл үтһә лә, был ҡәһәрле йылдарҙы онота алмай ғазаплана ине. Эйе, һуғыш арҡаһында күргән михнәттәр Хәсән Әбүталиповтың йөрәгендә мәңге уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырған. Әммә яу осоро ла, унан һуңғы ауыр йылдар ҙа уның ихтыяр көсөн барыбер һындыра алмаған. Хәсән Әбүбәкир улы бер нимәгә ҡарамай намыҫы ҡушҡанса лайыҡлы тормош юлы үтергә көс тапҡан.
Рәмилә МУСИНА.