

Бөгөн “Торатау” конгресс-холы янында үткән “ZаРоссию” музыкаль-патриотик концертына халыҡ бик күп йыйылды. Улар алдында сығыш яһағандар араһында күптәрҙең яратҡан артисы Зәйнетдин дә булды, иң популяр йырҙарын башҡарҙы.
Шул арала ул хәбәрселәр менән тәьҫораттары менән уртаҡлашып та өлгөрҙө.
– Бөгөн Өфөлә шундай матур сара үтә. Мине унда ҡатнашырға саҡырғас, ихлас ризалаштым. Һәр бер йырымда, көйөмдә тыуған илем, тыуған ерем, тыуған Башҡортостаным тураһында һүҙҙәр бар, уға һөйөү яңғырай. Улар халыҡты илһөйәрлеккә өндәй. Йырҙарымдың һүҙҙәрен тыңлаһағыҙ, уларҙа “яратам мин илемде”, “Башҡортостаным” “халҡыма”, “яугир” һүҙҙәре күп. Һәм ошондай илебеҙгә бағышланған концертта ҡатнашыуыма шатмын, - тине ул.
Зәйнетдиндең сығышын бөтәһе лә яратып ҡабул итте, ҡушылып йырланы, уның менән бергә дәртле бейеүгә төштө.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.