Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
25 Апрель , 17:00

Еңеү байрамы гөрләп үтәсәк!

Был көндө Өфөгә концерт ҡуйырға Лев Лещенко менән Николай Басков киләсәк.

Еңеү байрамы гөрләп үтәсәк!
Еңеү байрамы гөрләп үтәсәк!

Быйыл 9 Майҙы – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын киң ҡолас менән, күп халыҡ ҡатнашлығында үткәрергә йыйыналар. Был көндәрҙә республика халҡын ниндәй саралар көтә? Ошо хаҡта бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов һөйләне.

Рәсми саралар 8 майҙа “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара проекты сиктәрендә ветерандар, Рәсәй Геройҙары һәм республика йәштәре ҡатнашлығында “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урмандары”н ултыртыуҙан башлана. Әле Шишмә районында төҙөлгән “Патриот” хәрби-патриотик мәҙәниәт һәм ял паркы ағас ултыртыу өсөн төп майҙансыҡ буласаҡ. Урман хужалығы министрлығы һәм “Йәшел Башҡортостан” хәрәкәте менән берлектә Геройҙар аллеяһында урман паркы зонаһында 400 йүкә үҫентеһе һәм 50 исемле үҫенте ултыртыу планлаштырыла. Сараның һәр почетлы ҡунағына үҫенте ултыртҡанда берәр шайморатовсы һәм йәш армеец билдәләнә. Ағасты ултыртҡандан һуң геройҙың исем яҙылған QR-код  менән табличка ҡуйыласаҡ.

Шулай уҡ сара сиктәрендә “Бөйөк Еңеүҙе данлап!” йәш патриотик йырҙар башҡарыусыларҙың республика конкурсының финал этабы үтәсәк, унда вокаль коллективтар һәм 14-35 йәшлек айырым башҡарыусылар ҡатнашасаҡ. Был көндө “Патриот” паркында күргәҙмә һәм интерактив майҙансыҡтар - Совет Армияһы һәм хәҙерге заман ҡоралдары һәм амунициялары күргәҙмәләре, Эҙәрмәндәр хәрәкәте, 1-се “Любизар” башҡорт атлы полкы, Башҡортостан Республикаһының “Страйкбол федерацияһы” күргәҙмәләре, сәпкә атыу өсөн интерактив майҙансыҡ һәм Кинология үҙәгенең хеҙмәт эттәре күргәҙмәһе ойошторола.

Тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн яҡташыбыҙ, контр-адмирал Батыргәрәй Зөлҡәрнәевтең республикаға визиты ойоштороласаҡ. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса өс яҡташты Хәрби-диңгеҙ флотының баш командующийы наградалары менән бүләкләү тантанаһын ойоштороу күҙаллана.

9 майҙа тантаналар йола буйынса Еңеү паркында Дан веноктарын һәм сәскә һалыуҙан башланасаҡ. Был көндә Еңеү паркында һуғыш йылдары йырҙары яңғыраясаҡ, Орджоникидзе районы хакимиәте ойошторған интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк.

Артабан байрам саралары Ленин исемендәге майҙанда дауам итәсәк, унда, ғәҙәттәгесә, Өфө территориаль гарнизоны, Башҡортостан Республикаһында федераль органдарҙың территориаль органдары һәм ойошмалар ҡатнашлығында тантаналы парад үтәсәк. Бөтәһе 1588 кешене, 21 парад иҫәбен һәм 165 музыканттан торған йыйылма тынлы оркестрҙы йәлеп итеү күҙаллана.

– Тантаналы марштан тыш, парадта “Первушин” аэродром комплексының бәләкәй авиация (11 берәмек) самолеттарын һәм “ХелиПорт-Өфө” вертолеттарын (өс берәмек) күрһәтеү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ атлы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының кинолог бүлеге (21 кинолог, 20 хеҙмәт эте) күрһәтелә, – тине Азат Бадранов

Быйыл тәүге тапҡыр балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәрҙең, кадеттарҙың һәм хәрби-патриотик клуб курсанттарының ҡул көрәше алымдары элементтары менән күрһәтмә сығыштар ойошторола. Әлеге ваҡытта парад репетициялары бара, генераль репетициялар 5,7 майға планлаштырылған.

Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был көндө һалдат бутҡаһы менән ялан кухняһы, Ҡала Советы майҙанында интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк, байрам концерты буласаҡ, ул төнгө 11-ҙә салют менән тамамланасаҡ.

Йолаға әүерелгән тағы ла бер сара – “Үлемһеҙ полк” акцияһы. Быйыл ул ғәҙәттәгесә уҙасаҡ. Республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колонналарын төҙөүҙе башлау өсөн берҙәм ваҡыт билдәләнгән – иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем, сәғәт 11-ҙән 11-15 сәғәткә тиклем дөйөм республика тынлыҡ минуты һәм республика буйынса колонналарҙың хәрәкәт итеү ваҡыты – сәғәт 12-нән 1-гә ҡәҙәр.

Өфөлә "Үлемһеҙ полк" акцияһын үткәреү урыны итеп ғәҙәттәгесә Шәфиев урамы менән сатынан алып Кольская урамы сатыны тиклем Октябрь проспекты билдәләнгән. Өфөлә үтәсәк парадта 150 мең, республика буйынса 450 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Акцияның үҙ брендбугы бар. Шуға күрә сараны, шул иҫәптән геройҙар портреты төшөрөлгән планшет нәшер иткәндә, иғтибарлы булырға саҡыралар.

– Баш ҡаланың Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә нигеҙ һалыу Еңеү көнөндә планлаштырылған әһәмиәтле сараларҙың береһе буласаҡ. 1 майҙа буласаҡ Герой һәйкәленә нигеҙ һалыу өсөн ер йыйыу буйынса республика марафонына старт биреләсәк. Марафон туғыҙ зонаға бүленгән бөтә республика биләмәһендә уҙа. 2022 йылдың 9 майында һуңғы ус тупраҡ генерал-майорҙың тыуған төйәгендәге Шайморат ауылындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында алына һәм Совет майҙанына килтерелә һәм тантаналы рәүештә һәйкәлгә нигеҙ һаланысаҡ, – тине Азат Бадранов.  

Еңеү көнөнөң төп саралары киске сәғәт 7-лә “Торатау” конгресс-холы амфитеатры майҙансығында Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары һәм ижади коллективтары ҡатнашлығындағы байрам концерты менән тамамлана. Унда ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, республика халҡы һәм ҡунаҡтары саҡырыласаҡ.

Рәсәй эстрадаһының йондоҙҙары – Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко киләсәк. Сара киске сәғәт 10-да байрам салюты менән тамамлана.

Республика район һәм ҡалаларында шулай уҡ ветерандарҙы хөрмәтләү буйынса традицион саралар планлаштырылған.

Республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәренә Еңеү көнөнә арналған тантаналы саралар үткәреү концепцияһы һәм “Мин “Шайморатовсы” буласаҡмын” акцияһын ойоштороу буйынса тәҡдимдәр ебәрелгән. Акция бөтә райондарҙа ла 9 майҙа иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана, унда буласаҡ “шайморатовсылар” Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының йорто янына йыйылып, байрам менән ҡотлаясаҡ. Сара быуындар бәйләнешен, күсәгилешлелеген күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла.

Республика ҡала һәм райондарында Спорт министрлығы тарафынан бик күп саралар планлаштырылған. Төп сара – 9 майҙа Телеүҙәк алдындағы майҙанда “Батыр кубогы” стронгмен буйынса халыҡ-ара турнир, республика ҡала-райондарында билдәле спортсылар һәм артистар ҡатнашлығында иртәнге зарядка форматында флешмобтар үтәсәк.

Фото: culture.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в