

Ошо көндәрҙә ҡайғылы хәбәр ишетеп тетрәндек – Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнгән 100 йәшлек Әмирйән Заһиҙуллин вафат булған.
Әмирйән Шәрифулла улы – тыумышы менән Йәрмәкәй районының Иҫке Шах ауылынан. Ул 18 йәше тулыр-тулмаҫтан алғы һыҙыҡҡа ашыҡҡан. Сержант Әмирйән Заһиҙуллин 1942 йылда 16-сы армияға ҡараған 18-се гвардия дивизияһының 22-се айырым батальонында фашистарҙы тыуған илебеҙҙән азат итеүҙә ҡатнашҡан. Ғөмүмән, һуғышта күп батырлыҡтар күрһәткән, бер нисә тапҡыр ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, яу яланын ташламаған. Яҡташыбыҙға тыуған төйәгенә 1946 йылда ҡайтырға насип булған.
Әмирйән Шәрифула улы тыныс тормошта төрлө эштәргә йәлеп ителгән. Оҙаҡ йылдар Ауыл советы рәйесе кеүек яуаплы вазифаны башҡарған.
Фото: Ынйы Шафиҡова.