Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
27 Апрель 2022, 20:00

“Хәтеребеҙҙә тотабыҙ. Хөрмәт итәбеҙ. Рәхмәт әйтәбеҙ”

Башҡортостандың Журналистар союзы Рәсәй Геройы, легендар командир Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған еренә автоуҙыш ойошторҙо.

“Хәтеребеҙҙә тотабыҙ. Хөрмәт итәбеҙ. Рәхмәт әйтәбеҙ”
“Хәтеребеҙҙә тотабыҙ. Хөрмәт итәбеҙ. Рәхмәт әйтәбеҙ”

Башҡортостандың Журналистар союзы Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына һәм Рәсәй Геройы, Ҡырмыҫҡалы районында тыуған Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арнап “Хәтеребеҙҙә тотабыҙ. Хөрмәт итәбеҙ. Рәхмәт әйтәбеҙ” тип аталған автомобиль уҙышы ойошторҙо. Сарала союз ағзалары, республиканың үҙәк матбуғат һәм электрон киң мәғлүмәт саралары, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто вәкилдәре ҡатнашты.

Старт Матбуғат йортонан алынды. Биш машинанан торған коллонна тәүҙә Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгенә юлланды. Юл буйында уларға “Кармаскалинская новь” район гәзитенән хеҙмәттәштәребеҙ ҙә ҡушылды.

Урында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Унан сарала ҡатнашыусылар билдәле фотожурналист, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вячеслав Стрижевскиҙың “Еңеү йөҙҙәре” фотокүргәҙмәһе менән танышты. Был проект – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының художестволы фотоһүрәттәренән документаль галерея. Экспозиция хәрби батырлыҡ күрһәткән һәм һуғыштан һуң илде күтәреүгә күп көс һалған Кешеләр тураһындағы йылъяҙманың тағы ла бер бите. Бында автор, сәнғәт фәне кандидаты Вячеслав Стрижевский үткән менән бөгөнгөнө тоташтырған фото-тарих булдырған.

Артабан журналистарҙың автоколоннаһы Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған еренә – Шайморатов ауылына юлланды. Урындағы халыҡ ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Тәүҙә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәп уҡыусыларының бөйөк яҡташтарына бағышлап төшөргән документаль фильмын күрһәттеләр, белем усағындағы музейы менән таныштырҙылар. Унан автоуҙышта ҡатнашыусылар Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортондағы 3D Маппинг музейы менән танышты. Ауыл биләмәһе башлығы Илвир Моратшин ҡунаҡтарға милли батырыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарылған эштәр һәм башҡалар тураһында һөйләне.

Автоуҙышсылар артабан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге паркта булды. Унда сарала ҡатнашыусылар Рәсәй Геройының һәйкәленә сәскәләр һалды.

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов билдәләүенсә, автоуҙыш ил етәкселегенең эшмәкәрлеген һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарын хуплау, йәмғиәтте туплау, илһөйәрлек тәрбиәләүҙе көсәйтеү, илдең иҡтисади, социаль хәлен нығытыу буйынса эште әүҙемләштереү, 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы иҫтәлекте мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолған.

– Оло байрам – Бөйөк Еңеү көнө алдынан Башҡортостан Журналистар союзы автоуҙыш уҙғарҙы. Сара Ҡырмыҫҡалы районы һәм республика халҡына, тәү сиратта йәштәргә Тыуған илдең азатлығын һаҡлап ҡалған, фашизмды еңгән совет халҡының, Рәсәй Геройы, ошо райондан сыҡҡан Миңлеғәле Шайморатовтың оло батырлығы тураһында тағы ла бер ҡат һөйләү, ҡаһарманлыҡ өлгөләрен онотмау маҡсатында ойошторолдо. Бөгөнгө профсоюз ойошторған автоуҙышты ла тулыһынса хуплайбыҙ. Беҙҙен маҡсаттар бер, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.

Билдәле булыуынса, ҡырмыҫҡалылар ғына түгел, бөтә республика халҡы даны илгә һәм унан ситкә таралған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын, уның легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовты, Бөйөк Еңеүҙе яулауға өлөш индергән барлыҡ яугирҙәрҙе, тыл ветерандарын хәтерендә тота, хөрмәт итә, рәхмәт әйтә.  

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.   

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в