-11 °С
Болотло
Башҡортостан уҡытыусылары һәм уҡыусылары “Хәтер минуты” проектында ҡатнаша ала.
“Хәтер минуты” – 9 майға бағышланған класс етәкселәре форумының Бөтә Рәсәй проекты. Унда ҡатнашыу өсөн үҙеңдең һуғышта ҡатнашҡан туғандарың тураһында видеояҙма әҙерләргә кәрәк.
"Был проект балаларҙы туплаясаҡ, улар туғандары тураһында күберәк белеп ҡаласаҡ", - ти Октябрьский ҡалаһы 8-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Фомина.
Проект тураһында тулы мәғлүмәт: https://vk.com/wall-204936543_139499
Фото: "Башинформ".