30 апрелдә күреү һәләте буйынса инвалидтарҙың “Еңеү салюты” республика үҙешмәкәр халыҡ ижады һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте фестивале була. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөнә арнала. Сара Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда (Өфө ҡалаһы, Кустарь урамы, 17) уҙғарыла.
Ҙур фестиваль бөтә республиканан һуҡыр һәм насар күргән кешеләрҙе бергә йыя. Йәмғеһе 42 сығыш көтөлә. Унда Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙан художество үҙешмәкәрлеге менән шөғөлләнгән Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғитенең Башҡортостан республика ойошмаһы ағзалары ҡатнаша.
Фестиваль нигеҙендә биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәше ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Инеү бушлай.
Фото: pressaufa.ru/2022