Иртәнән һуң, иншаллаһ, Рамаҙан айының һуңғы көнө. 2 майҙа иһә мосолмандар өсөн иң ҙур байрамдарҙың береһе – Ураҙа ғәйете.
Рамаҙан – ҙур тәрбиә мәктәбе. Мосолмандар уның ҡанун-ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшергә тырышты, дөрөҫ йәшәүгә табан йәнә бер нисә аҙым яһаны, насар уй-ниәттәрҙән, ялғандан тыйылырға, ризыҡтың, ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәнде.
Республикабыҙҙа ураҙа тотоусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы, ҡайһы берәүҙәрҙең тотош ғаилә менән ғибәҙәттә булыуы, һис һүҙһеҙ, халҡыбыҙҙың Ислам юлына нығыраҡ тартылыуы, өммәтебеҙгә ҡеүәт өҫтәлеүе тураһында һөйләй. Мәғлүм ки, дини ойошмаларҙың йәмғиәт менән бәйләнеше лә киңәйә. Ураҙа айында төрлө тәрбиәүи саралар, әһәмиәтле конкурстар үткәреү, ифтарҙар уҙғарыу – быға аныҡ дәлил.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты тарафынан республиканың район-ҡалаларында “Рамаҙан тирмәһе” ойошторолоп, унда киң аралашыу мөмкинлеге тыуҙырылыуы ла ифрат әһәмиәтле. Ошондай күркәм башланғыстар киләһе йылдарҙа тағы ла үҫтерелер, яңыларына нигеҙ һалыныр, ураҙа тотоусылар сафы һаман да киңәйә барыр тигән ышаныстабыҙ.
Рамаҙанда алған күркәм тәрбиәне туҡтатмай дауам итергә яҙһын. Аллаһ Тәғәлә тотҡан ураҙабыҙҙы, теләк-доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын, иншаллаһ. Илебеҙгә именлек, тыныслыҡ насип итһен. Етеп килгән Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамының төп асылы ла мосолман өсөн әһәмиәтле. Ислам – хеҙмәт дине. “Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Аллаһ бәрәкәт бирер” тиелгән Ҡөрьәндә. Ә ялҡаулыҡ һөҙөмтәһендә мохтажлыҡта йәшәү динһеҙлеккә яҡын – пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә шулай тип белдергән. Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен һөйә. Исламда эшкә өйрәнеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙам итеү, хеҙмәтең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу талабы юғары тора. Былар – мосолман өсөн иң ҙур дәрәжә.
Дилбәр ИШМОРАТОВА