Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
30 Апрель 2022, 11:30

Сибайҙа - "Ер хәтере" марафоны

Ҡала халҡы һәм саҡырылған ҡунаҡтар һалдат каскаһына тупраҡ тултырыу ваҡиғаһына шаһит булды.

Сибайҙа - "Ер хәтере" марафоны
Сибайҙа - "Ер хәтере" марафоны

Сибай ҡалаһының Мәңгелек ут мемориалы янынан, "Ер хәтере" республика марафонына ярашлы, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ алынды.

Гильзалағы ер 3 майҙа Баймаҡҡа алып барып тапшырыла. Артабан ул республиканың бер нисә ҡала-районы аша Өфөгә оҙатыласаҡ.

9 май - бөйөк Еңеү көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында Сибай, Баймаҡ, Белорет, Мәләүез ҡалаларынан алынған тупраҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ.

Халыҡ үҙенең батырҙарын оноторға тейеш түгел, улар һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә.

Фото һәм сығанаҡ: "Сибайский рабочий" гәзите.

Сибайҙа - "Ер хәтере" марафоны
Сибайҙа - "Ер хәтере" марафоны
Сибайҙа - "Ер хәтере" марафоны
Сибайҙа - "Ер хәтере" марафоны
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в