Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
1 Май 2022, 19:00

"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде

1 май - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы өсөн мөһим даталарҙың береһе.

"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде
"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде

Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ тултырыу буйынса "Ер хәтере" республика марафоны старт алды. Патриотик сарала юнармиясылар, ветерандар, һуғыш осоро балалары һәм ҡала халҡы ҡатнашты.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙ сығышында, 1 май - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы өсөн мөһим даталарҙың береһе, тип билдәләне.

"Был марафондың старты Шайморатов дивизияһының тарихы менән ныҡлы бәйле. 1942 йылдың тап ошо көнөндә полковник М.М. Шайморатов командованиеһындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронтҡа китә. Ә 1945 йылдың 1 майында Берлин стратегик операцияһында ҡатнашҡаны өсөн II дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана", - тине Әминә Ивний ҡыҙы.

Почетлы миссия - һалдат каскаһына тупраҡ тултырыу Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, подполковник, отставкалағы милиция полковнигы, "Хәрби туғанлыҡ" Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатовҡа йөкмәтелде. Артабан был тупраҡ Белорет яҡтарына юлланасаҡ. Уны "Мәргән уҡсы" ойошмаһынан Юлай Ғәлиуллин етәкселегендәге атлы һыбайлы алып барып еткерәсәк.

9 май - бөйөк Еңеү көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында республика ҡалаларынан алынған тупраҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ.

Халыҡ үҙенең батырҙарын оноторға тейеш түгел, улар һәр саҡ беҙҙең йөрәктә!

Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.

"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде
"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде
"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде
"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде
"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде
"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: