Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
2 Май 2022, 15:00

Бөгөн - Берлинды алған көн

Германияның баш ҡалаһын алыу операцияһы немец-фашист баҫҡынсыларын еңеүҙең финал өлөшө була. 

Бөгөн - Берлинды алған көн
Бөгөн - Берлинды алған көн

1945 йылдың 2 майында Ҡыҙыл армия фашистарҙың төп нығытмаһы булған Германияның баш ҡалаһы Берлинды алған.

...Ҡалала көслө алыштар бара. Фашистар Рейхстаг районында айырыуса ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Әммә Ҡыҙыл армия был объектты алыуға өлгәшә - 30 апрель кисендә совет һалдаттары Рейхстагҡа Еңеү Байрағын ҡаҙай. Ундағы алыш 1майға тиклем дауам итә, подвалдарҙа урынлашҡан фашист һалдаттары 2 майҙа ҡорал һала.

Ошо уҡ көндә артиллерия генералы Гельмут Вейдлинг тағы ла өс генерал менән фронт һыҙығын үтеп, пленға бирелә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң капитуляция тураһында бойороҡ яҙа, уны күп итеп баҫтырып, Берлин үҙәгендә алышҡан немец частарына еткерәләр. Тауышлы ҡорамалдар аша бойороҡ таратыла һәм нацистарҙың ҡаршы тороуы һүнә бара. 

Берлинды алыу совет халҡы һәм бөтә донъя өсөн мөһим ваҡиға була. 

Фото: Рәсәй Тәфтиш комитетының "Телеграм"дағы диуарынан. 

 

 

 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: