Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
3 Май 2022, 22:30

Баймаҡта - "Ер хәтере"

"Беҙҙең өсөн тарихи ваҡиғала ҡатнашыуыбыҙ оло мәртәбә".

Баймаҡта - "Ер хәтере"
Баймаҡта - "Ер хәтере"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9 май - бөйөк Еңеү көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында Сибай, Баймаҡ, Белорет, Мәләүез һәм башҡа ҡалаларҙан алынған тупраҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ.

Ошо маҡсатта республиканың күп район-ҡалаларында "Ер хәтере" республика марафоны старт алды. Бөгөн Баймаҡтың мемориаль комплексындағы илһөйәрлек марафонында Баймаҡ, Күгәрсен, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары һәм Сибай ҡалаһы делегациялары ҡатнашты. Сараға килгәндәрҙе Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы исеменән Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков сәләмләне.

"Бөйөк Ватан һуғышы - илебеҙ тарихындағы мөһим биттәрҙең, шул уҡ ваҡытта совет халҡы өсөн иң ауыр һынауҙарҙың береһе. Легендар командир Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә яуҙа 500-ҙән ашыу Баймаҡ егете лә алышҡан. Рәсәй Геройына Өфө ҡалаһында ҡуйыласаҡ һәйкәл - республика өсөн мөһим ваҡиға. Беҙҙең өсөн тарихи ваҡиғала ҡатнашыуыбыҙ оло мәртәбә", - тине район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

"Ер хәтере" республика акцияһы тарихи һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, ул тыуған илен һаҡлап ҡорбан булған батырҙар рухына арнала. Баймаҡ районы - Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә тос өлөш индергән төбәктәрҙең береһе. Фронтҡа 13 мең 350 кеше оҙатыла, уларҙың 5 мең 787-һе тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай. Мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, Баймаҡ ҡалаһынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Жуков миҙалы кавалеры Ғәйзулла Әблүзин, Чечня Республикаһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ефрейтор Руслан Абдуллин (Күгәрсен районы), "Хәрби туғанлыҡ" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Сибай ҡалаһы ветерандар ойошмаһы етәксеһе, Төньяҡ Кавказ хәрби хәрәкәтендә ҡатнашҡан Руслан Сафиуллин, Хәйбулла районынан беренсе Чечня хәрәкәте ветераны, старшина, БМД-2 механик-водителе Илнар Таһиров, запастағы майор, Афған һуғышы ветераны Ғәлим Әбүбәкеров (Йылайыр районы) һәм Ейәнсуранан террорлыҡҡа ҡаршы операцияларҙа ҡатнашҡан Алмас Ейәнбирҙин гильзаға тупраҡ һалды.

"Ер хәтере" марафоны республиканың башҡа ҡала-райондарында дауам итәсәк. Иртәгә, 4 майҙа, марафонды Мәләүез ҡалаһы һәм Әлшәй районы ҡабул итә.

Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.

Баймаҡта - "Ер хәтере"
Баймаҡта - "Ер хәтере"
Баймаҡта - "Ер хәтере"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: