Башҡортостанда Рәсәй Геройы – Миңлеғәле Шайморатов генералдың һәйкәленә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ һалыуға бағышланған “Ер хәтере” республика марафоны дауам итә. Киң күләмле сараны туғыҙ төбәк араһынан беренсе булып Белорет ҡалаһы ҡабул итте.
– Бөйөк Ватан һуғышында еңеү беҙгә бик ҡиммәткә төштө. Унда 33 меңдән ашыу Белорет кешеһе ҡатнашты, 11 меңдән ашыу яугир һуғыш яланында ятып ҡалды, 22 меңдән ашыуы тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Әлеге ваҡытта бары биш Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғына иҫән ҡалды, – тип билдәләне Белорет районы хакимиәте башлығы Илгиз Теләүбаев.
Изге ерҙе гильзаға һалыу тантанаһында һауа-десант ғәскәре һалдаты, Чечен һуғышы ветераны Айҙар Хөснуллин (Учалы районы), Афған һуғышы ветераны Сәғит Алтынбаев (Бөрйән районы), Чечен һуғышы ветераны, ефрейтор, “Хәрби туғанлыҡ” район бүлексәһе етәксеһе Рузил Низаметдинов (Әбйәлил районы), Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәт ветераны Дмитрий Метель (Межгорье ҡалаһы), Афған һуғышы ветераны Радик Хәмитов (Белорет районы) ҡатнашты.
Тантаналы сарала хәрби хәрәкәт ветерандары, юнармиясылар, тыл ветерандары, һуғыш балалары һәм йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Фото: социаль селтәрҙән.