Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

"Ер хәтере" - Әлшәйҙә

"112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Әлшәйҙән 50-нән ашыу һалдат хеҙмәт иткән. Улар араһында Советтар Союзы Геройы ла бар".

"Ер хәтере" - Әлшәйҙә
"Ер хәтере" - Әлшәйҙә

4 майҙа "Ер хәтере" республика марафонына Әлшәй районы ла ҡушылды.

"Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Әлшәйҙән 50-нән ашыу һалдат хеҙмәт иткән. Улар араһында Советтар Союзы Геройы Худад Сәлимйән улы Булатов та булған. Вафат булған фронтовиктарҙы иҫкә алыу, һуғыш ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә иғтибарлы булыу, хәстәрлек күреү – беҙҙең мөһим бурысыбыҙ”, - тине марафонда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.

Тантаналы сарала Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков, Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев, Йәрмәкәй, Благовар, Бишбүләк, Дәүләкән, Миәкә, Стәрлебаш, Шишмә, Бүздәк, Бәләбәй райондары вәкилдәре һ.б. ҡатнашты.

“Ер хәтере” республика марафоны 2022 йылдың 3 майынан 8 майға тиклем Башҡортостандың туғыҙ зона үҙәгендә үтәсәк. Иртәгә сара Туймазы ҡалаһында дауам итә.

Фото: республика Мәҙәниәт министрлығы.

"Ер хәтере" - Әлшәйҙә
"Ер хәтере" - Әлшәйҙә
"Ер хәтере" - Әлшәйҙә
"Ер хәтере" - Әлшәйҙә
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в