“Рәсәй бөгөн” халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы, унда “Үлемһеҙ полк”ты уҙғарыу форматтары хаҡында һөйләнеләр.
Быйыл илдә йәнә парад ойошторола. Унда геройҙарыбыҙҙың – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың портреттары менән берҙәм ынтылышта – нацизмды тар-мар иткән еңеүселәрҙе хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн ҙур баш ҡалаларҙан алып иң бәләкәйҙәренә тиклем урамдарына һәм майҙандарына сығабыҙ. Үкенескә күрә, эпидемиологик хәл барлыҡ төбәктәрҙә лә “Үлемһеҙ полк” йөрөшөн ҡәҙимге форматта уҙғарырға мөмкинлек бирмәй. Уны ойоштороу менән сит илдәрҙәге байтаҡ ватандаштарыбыҙҙа ла ҡатмарлыҡтар тыуҙы. Шуның менән бәйле Рәсәйҙең “Үлемһеҙ полк"ы Үҙәк штабы был биләмәләргә сарала онлайн рәүештә ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында ҡарар ҡабул итте.
Был хаҡта Рәсәйҙең “Үлемһеҙ полк"ы үҙәк штабы рәйестәше, генерал-полковник, IV дәрәжә Изге Георгий ордены кавалеры Сергей Макаров белдерҙе.
“Беҙҙең өсөн иң мөһиме – граждандарыбыҙҙың именлеген тәьмин итеү. Пандемия сәбәпле ҡайһы бер төбәктәрҙә сикләүҙәр бөтөрөлмәгән һәм күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу мөмкин түгел. Әммә башҡа сәбәп тә бар. Бөгөн ҡайһы бер илдәрҙә үҙ позицияңды асыҡтан-асыҡ белдереү, нацизмға ҡаршы көрәштә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә үҙеңдең ихтирамыңды күрһәтеү хәүефһеҙ булмай башланы, – тип билдәләне ул. – “Үлемһеҙ полк” менән урамдарға сығыу ихтималлығы тураһында 40-ҡа яҡын ил белдерҙе, ләкин беҙ хәлдең тиҙ үҙгәреүен күрәбеҙ, шуға күрә был илдәрҙә байрам датаһына яҡыныраҡ тыйылыу булмаҫ тигән ышаныс юҡ. Шулай ҙа парад, онлайн-форматта булһа ла, үткәреләсәк, нацизм еңеүселәре тураһында хәтер киләһе быуындар өсөн һаҡланасаҡ”.
“Үлемһеҙ полк”тың онлайн варианты партнерҙары булып VK, Сбер һәм Сбер Мобайл, “Еңеү ирекмәндәре” ойошмаһы сығыш яһай. Проектта ҡатнашыу өсөн 7 майға тиклем 2022.polkrf.ru сайтында теркәлергә кәрәк. Уға туранан-тура Рәсәй “Үлемһеҙ полкы” сайтының төп битенән һәм Халыҡ-ара “Үлемһеҙ полк” сайтынан күсергә мөмкин. Бәйләнештә һәм Класташтар социаль селтәрҙәге мини-ҡушымталарҙа ла яҙырға мөмкин.
“Былтырғы онлайн-йөрөштә ҡатнашыусыларҙың шәхси кабинеттары һаҡланған. Әгәр ҙә һеҙ ниндәй ҙә булһа төҙәтмәләр индерергә планлаштырмайһығыҙ икән, геройҙар йәнә онлайн-йөрөштә үтһен өсөн уларҙың шәхси кабинетта ҡатнашыуын раҫлау ҙа етә”, - тип һөйләне Рәсәйҙең “Үлемһеҙ полкы” үҙәк штабы рәйестәше, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Елена Цунаева.
Ул шулай уҡ шәхси кабинетта бер нисә яңылыҡ барлыҡҡа килеүен хәбәр итте. Шундай уҡ мәғлүмәттәр менән ҡуйылған ветерандарҙы эҙләргә була, шулай потенциаль эҙләү һәм уларға хәбәр ебәреү мөмкинлеге өҫтәлде. Ғаризаны модератор хуплағандан һуң шәхси кабинетта ветерандың йөрөүенә һылтанма барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, хәҙер һәр кем геройҙары хаҡында тарихтар һәм хәтирәләр өҫтәй ала, уны трансляция барышында уҡырға мөмкин.
Уны 9 майҙа, Еңеү көнөндә, урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан алып 2022.polkrf.ru онлайн-йөрөшө сайтында, “Класташтар” һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендә, Okko онлайн-кинотеатрҙа ҡарарға мөмкин. Онлайн-йөрөш трансляцияһы бер тәүлек дауам итәсәк.
“Үлемһеҙ полк” геройҙары Ҡыҙыл майҙан буйлап онлайн уҙғарыла һәм быйыл ветеранығыҙҙың карточкаһы төҫ менән яҡтыртыла, был уны дөйөм сафта күреү уңайлыраҡ булһын өсөн эшләнә, – тине Рәсәйҙең “Үлемһеҙ полкы” Башҡарма комитеты етәксеһе Наталья Шадрина. – Шулай уҡ “Үлемһеҙ полк”ты ҡараған саҡта онлайн тематик стикерҙар өҫтәргә, геройҙың һәр карточкаһына баҫырға һәм уның тарихы менән танышырға мөмкин”.
Онлайн-йөрөштә күрһәтеүгә модерация үткән ғаризалар һәм тарихтар ғына индереләсәк.
“Бөгөн илебеҙ мәғлүмәттәр һуғышының эпиүҙәгендә тора. Дезинформация өсөн дошман көстәрен дә, сараларын да йәлләмәй. Онлайн рәүештә “Үлемһеҙ полк”ка, алдағы йылдарҙағы кеүек үк, хакер һөжүмдәре лә яһалырға мөмкин. Меңдән ашыу Еңеү ирекмәне онлайн-йөрөш ғаризаларын модерациялау өсөн уҡыуҙар үтте һәм төрлө провокацияларға әҙер”, - тип белдерҙе “Еңеү ирекмәндәре” етәксеһе, Рәсәй Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү комитеты рәйесе урынбаҫары Ольга Занко.
“Үлемһеҙ полк”ты уҙғарыу тураһында бөтә һорауҙарға 8-800-20-1945-0 ҡыҙыу линия телефоны буйынса консультация алырға мөмкин. Ул 9 майға тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Фото: krd.ru