Быйыл Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы илебеҙҙең барлыҡ ҙур ауылдарында, ҡалаларында киң күләмле саралар ойоштороласаҡ. Күп урындарҙа изге традицияға әйләнгән “Үлемһеҙ полк” акцияһы уҙасаҡ.
Өфөлә лә “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусылар иртәнге сәғәт 10-да ҡаланың Октябрь проспектындағы “Галле ҡалаһы” туҡталышы янына йыйыласаҡ. Сәғәт 11-ҙә “Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә” тип аталған бөтә республика тантанаһы башлана, унда, бер минутҡа тын ҡалып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә аласаҡтар. Колонна “Еңеү көнө” йыры аҫтында ҡуҙғаласаҡ. “Үлемһеҙ полк” йөрөшөндә ҡатнашыусылар Кольская урамы киҫелешенә тиклем барасаҡ. Колонна хәрәкәт иткән саҡта хәрби марштар һәм йырҙар яңғырасаҡ.
Фото: panoramarb.ru