Республиканың Хәрби Дан музейында һәм уның филиалында – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында, Почта музейында һәм Өфө ҡалаһы тарихы музейында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған “Музейҙан хат” акцияһы бара. Сара 1 майҙа старт алды һәм 9 майҙа тамамланасаҡ.
Акция барышында музейға килгән кешеләр махсус тематик бланкыла хат яҙып, уларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы кеүек өсмөйөш хат итеп бөкләп, Рәсәй Почтаһының музейҙағы йәшнигенә һалып, Башҡортостандың ауыл-ҡалаларына ебәрә.
Сараны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Хәрби-тарихи йәмғиәте һәм ҡатнашыусы музейҙар ойоштора. Акция “Еңеү биләмәһе” федераль проекты сиктәрендә үтә.
Сарала ҡатнашҡан музейҙарҙың адрестары:
Республиканың Хәрби Дан музейы – Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7;
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы – Өфө ҡалаһы, Дим биҫтәһе, Левитан урамы, 27;
Почта музейы – Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 28;
Өфө ҡалаһы тарихы музейы – Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 72.
Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.