Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
5 Май 2022, 21:45

Иң лайыҡлылар ҡатнашты

"Хәтер тупрағы" марафоны - Туймазы районында.

Иң лайыҡлылар ҡатнашты
Иң лайыҡлылар ҡатнашты

Бөгөн, 5 майҙа, Туймазы ҡалаһында Туймазы, Шаран, Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондары һәм Октябрьский ҡалаһы делегациялары ҡатнашлығында “Хәтер тупрағы” республика марафоны үтте.

“Бөгөн беҙҙең район “Хәтер тупрағы” республика марафонының зона өлөшөн ҡабул итеү хөрмәтенә эйә булды. Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығы менән ғорурланабыҙ. Туймазы районынан фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә 30 меңдән ашыу кеше киткән һәм яртыһы ғына кире ҡайтҡан. Һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары иҫтәлеге, улар араһында һигеҙ Советтар Союзы Геройы, бер Дан орденының тулы кавалеры, бында Геройҙар аллеяһында, район биләмәһендәге 72 һәйкәл һәм монументта, тораҡ пункттарыбыҙ урамдары атамаһында мәңгеләштерелгән”, - тине Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы исеменән ҡатнашыусыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков сәләмләне.

Гильзаға изге тупраҡты һалыу тантанаһында запастағы өлкән прапорщик, Туймазы районының "Серпантин" хәрби хәрәкәттәр ветерандарының урындағы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Афған һуғышы ветераны, Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияны бөтөрөү инвалиды Василий Биккинин (Туймазы районы); запастағы хәрби-һауа көстәре подполковнигы, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Ришат Нәбиуллин (Октябрьский ҡалаһы); отставкалағы милиция подполковнигы, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Илшат Фазлыев (Шаран районы); подполковник, Чечен һуғышында ҡатнашыусы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, контртеррористик операцияларҙа ҡатнашҡан Сергей Такашов (Баҡалы районы); Афғанстан Республикаһы биләмәһендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Шамил Исламов (Дүртөйлө районы); хәрби летчик (отставкала), Афған һуғышы ветераны Алик Рахманов (Илеш районы), рядовой, Афған һуғышы ветераны Илдар Хәмиҙуллин (Саҡмағош районы) ҡатнашты.

Тантаналы митингта хәрби хәрәкәттәр ветерандары, юнармеецтар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкиле, “Любизар” – 1-се Башҡорт атлы полкы төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм "Мәргән уҡсы” ойошмаһы ағзалары ҡатнашты. 6 майҙа марафон Яңауыл районында һәм Бөрө ҡалаһында дауам итә.

Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: