Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
5 Май 2022, 19:30

Контр-адмирал – Өфө лицейында

120-нән ашыу уҡыусы кадет класында уҡый.

Контр-адмирал – Өфө лицейында
Контр-адмирал – Өфө лицейында

Төньяҡ флот командующийы урынбаҫары, контр-адмирал Игорь Курочкин Өфө ҡалаһының 161-се лицейында булды. Хөрмәтле ҡунаҡты “Витязь” диңгеҙселәр пехота республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Олег Ғәлин оҙатып йөрөнө.

Игорь Валентиновичты белем усағы менән таныштырҙылар. Әйткәндәй, лицей майҙанында офицерҙы кадет уҡыусылары ҡаршы алды. Бында бөтәһе 2 500 тирәһе ҡыҙ һәм малай уҡыһа, 120-нән ашыу уҡыусы - кадет класында. Артабан Игорь Валентиновичты бассейн, биология, интерактив, физика, астрономия кабинеттары менән таныштырҙылар. Контр-адмирал һәм уҡыусылар бер-береһенә төрлө һорауҙар бирҙе, яуап алды.

"Хәрби-патриотик эште көсәйтеү теләге көслө, шулай уҡ мәғлүмәти йәһәттән дә, – тине контр-адмирал Игорь Курочкин. – Әлбиттә, хеҙмәттәшлек һәм бәйләнештәр тәңгәлендә уй-ниәттәр бихисап. Лицейға килгәндә, бында балалар өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар менән аралашҡанда һәр ваҡыт асыҡ булыу зарур, дөрөҫтө һөйләргә кәрәк. Алдашҡанды улар шунда уҡ һиҙә. Әлбиттә, был тәңгәлдә эште эҙмә-эҙлекле алып барабыҙ".

Контр-адмирал Өфө ҡалаһына беренсе тапҡыр килеүен әйтте, баш ҡалабыҙҙың таҙалығына хайран ҡалыуын йәшермәне.

Игорь Курочкин билдәләүенсә, Төньяҡ флотының сафы һәр саҡ тулылана, контракт менән хеҙмәт итеүселәр арта.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: