Учалыла беренсе тапҡыр велосипедсылар парады үтте. "Zа Россию! Zа Победу! Zа наших!" девизы аҫтында ойошторолған сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналды һәм Украиналағы махсус хәрби операцияға теләктәшлек белдереү маҡсатында уҙҙы.
Ошо айҡанлы митинг ойошторолдо, Еңеү стелаһына сәскәләр һалынды. Сараға хөрмәтле ҡунаҡ итеп саҡырылған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәт Хажи улы Вәлиев учалыларҙы тәбрикләп, уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм тыныс күк йөҙө теләне.
Велопарадта 250-нән ашыу кеше ҡатнашты, уларҙың иң кесеһенә алты йәш булһа, иң олоһо 62 йәшлек ине.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайты.