Бөгөн Яңауыл ҡалаһында Рәсәй Геройы М. Шайморатов һәйкәленә нигеҙ ташы һалыуға арналған “Хәтер тупрағы” республика марафоны үтте.
Тантаналы саралар республиканың туғыҙ зона үҙәгендә уҙа. Яңауыл төбәк картаһында алтынсы нөктә булды. Зона этабында Тәтешле, Балтас, Ҡариҙел, Краснокама, Асҡын райондарынан, Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларынан делегациялар ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙ биләмәләренән һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориалдарҙан, обелисктарҙан, һәйкәлдәрҙән тупраҡ килтерҙе.
Тантаналы сарала хәрби хәрәкәттәр ветерандары, юнармеецтар һәм кадет корпустары тәрбиәләнеүселәре, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов һәм Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков сәләмләне.
“Бөгөн беҙ республиканың алты муниципаль районы һәм ике ҡалаһы менән бергә республика тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғаға шаһит булабыҙ, унда туранан-тура ҡатнашыу мөмкинлегенә эйәбеҙ. 9 майҙа Өфө ҡалаһының Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов хөрмәтенә эшләнәсәк һәйкәл нигеҙенә бер ус тупраҡ тапшырабыҙ. Легендар командирыбыҙ, шулай уҡ Яңауыл районынан сыҡҡан геройҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Бөгөн һәр ҡайһыбыҙ алдында вафат булған яугирҙәрҙе хәтерләү, беҙҙең менән бергә йәшәгән ветерандарҙы, тыл хеҙмәтсәндәрен, һуғышта һәләк булғандарҙың ғаиләләрен иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу бурысы тора. Беҙгә тыныслыҡ, яҙ, имен тормош бүләк иткәндәр алдында мәңге бурыслыбыҙ”, – тине Яңауыл районы башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов.
Тупраҡ һалынған гильзаны тапшырыу тантанаһында Балтас районынан хәрби хәрәкәттәр ветерандары - полковник, Батырлыҡ ордены кавалеры Эдуард Хәйбрахманов, Ҡариҙел районынан Марат Хәкимйәнов, старшина Азат Әхмәтйәнов (Асҡын районы), сержант Тәлғәт Ҡыямов (Тәтешле районы), рядовой Зинфир Ғәлинуров (Яңауыл районы), рядовой Артур Разетдинов (Краснокама районы), ефрейтор Марат Шахмаров (Нефтекама ҡалаһы) запастағы майор Венер Фәтихов (Ағиҙел ҡалаһы) ҡатнашты.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.