Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ халатлыларҙың ҡаһарманлығы

Һуғыш ҡатын-ҡыҙ өсөн түгел дә бит...

Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡандар араһында медицина хеҙмәткәрҙәренең өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Фашист Германияһын Еңеүҙең аҡ халатлылар ҡайтанан сафҡа баҫтырған һалдат һәм офицерҙар иҫәбенә яуланыуын да онотмайыҡ. Икенсе Бөтә донъя һуғышы йылдарында 22 миллион тирәһе яралы госпиталдә дауаланған, шуның 17 миллионы, киренән ҡулына ҡорал алып, дошманға ҡаршы күтәрелгән. Медиктарҙың фиҙакәрлеге арҡаһында Совет Армияһы дөйөм яралыларҙың  72 процентын, яу яланында ауырығандарҙың

90 процентын һаҡлап алып ҡалған. Шул иғтибарҙы йәлеп итә, һуғышта мотоуҡсыларҙан ҡала табиптарҙың үлеме икенсе урында тора.

Рәсми сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 85 мең медицина хеҙмәткәре хәбәрһеҙ юғалған, шул иҫәптән – биш мең табип, туғыҙ мең урта медицина хеҙмәткәре, 71 мең санитар инструкторы һәм санитар. 47 табипҡа “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исем бирелгән. Һуғыштың башынан уҡ һалдаттарға ҡытлыҡ булған шикелле, медицина хеҙмәткәрҙәре лә етешмәгән.

Һуғыш ҡатын-ҡыҙ өсөн түгел, тиҙәр ҙә бит. Әммә бөтә подразде­лениеларҙа, партизан отрядтарында һәм башҡа урындарҙа һаулыҡ хеҙмәте һалдаттары (күпселекте нескә зат тәшкил иткән) тупланған. Улар беренсе команда яңғырау менән шунда уҡ ярҙамға ашыҡҡан. Медсанбат һәм госпиталдәге та­бип­тарҙың һәм шәфҡәт туташта­рының эш көнө бер нисә тәүлеккә һуҙылған.

Кемдәрҙер төн йоҡламай операция өҫтәле янында үткәргән, әммә бер аҙға ғына баш терәп алыу уйҙарына ла инеп сыҡмаған. Икенселәр иһә, хәле ҡыл өҫтөндә ҡалғанда ла, яралыны һәм үле кәүҙәне яу яланынан йөкмәп йә һөйрәп  алып сыҡҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәре батыр яҡташта­рыбыҙ Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың батырлығын ҡабатлаған – үҙенең күкрәге менән ҡаплап, ватандаштарын пулянан ҡурсалаған.

Ул ваҡытта яралыларҙы дауалау һәм ҡотҡарыу йәһәтенән Ҡы­ҙыл Тәре ойошмаһы күп көс түккән. Бында – бер нисә йөҙ мең шәфҡәт туташы, санитар дружинаһы, санитар, ә 23 миллион кеше “СССР-ҙың санитар оборонаһына әҙер!” программаһы буйынса әҙерләнгән. Ҡәһәрле һуғыш күп миҡдарҙа донор ҡанын талап иткән. Һуғыш ваҡытында илебеҙҙә 5,5 миллион донор запасы иҫәпләнгән.

Республикабыҙҙан фронтҡа 1305 медицина хеҙмәткәре (500 ир һәм 805 ҡатын-ҡыҙ) киткән, шуның 92-һе һәләк булған, улар араһында 69 табип та бар. Күптәре Миңлеғәле Шайморатов етәксе­ле­гендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән бергә ҡаһарман яу юлы үткән. П.А. Горошек, Г.С. Овчинников, Яҡупов – Советтар Союзы Геройҙары.

Табиптар әҙерләүҙә Башҡортос­тан дәүләт медицина универси­тетының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Дүрт йыл эсендә юғары уҡыу йортонда меңгә яҡын егет һәм ҡыҙ табиплыҡҡа уҡып сыҡҡан, шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштергән, йәш белгестәрҙең өстән ике өлөшө тиерлек алғы һыҙыҡҡа оҙатылған. Университеттың дүрт педагог-табибы яу яланында башын һалған. Улай ғына ла түгел, юғары уҡыу йортон тамамлаған 61 табип һалдаттарҙы ҡотҡарғанда ҡорбан булған. “Исемлектең дөрөҫлөгө тураһында бәхәстәр ҡуйырғандан-ҡуйыра, берәүҙәр 61-ҙә туҡтала, бүтәндәр уның тулы түгеллегенә, артабан да эҙләнеүҙәр алып барыуҙың кәрәклеген билдәләй. Минеңсә, эҙәрмәнлек ысулы тағы ла бер нисә исем-шәрифте өҫтәргә ярҙам итәсәк”, – ти Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәстүрә Саҡаева.

Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы әйте­үенсә, бынан бер нисә йыл элек Ме­нәүәр Ҡотошев менән Рәхмә­туллина исемдәре асыҡланған.

Әйткәндәй, үткән быуаттың 70-се йылдарында Башҡортостан дәү­ләт медицина университеты бина­һына иҫтәлекле таҡтаташ ҡу­йыл­ған. Унда шундай юлдар бар: “Ватан өсөн башын һалған Баш­ҡорт­ос­тан медицина университеты тәр­биәләнеүселәренә – мәңгелек дан!”

Ҡыҫҡаһы, Советтар Армияһы яугирҙәре менән бергә иңгә-иң терәп табиптар һәм шәфҡәт туташтары ҡаһарман яу юлы үткән. Аҡ халатлылар, ял минуттарында ҡулына ҡәләм алып, күңелендә урғылған уй-кисерештәрен аҡ ҡағыҙға ла теркәгән. Түбәндәге бәйет алымына тиң юлдарҙы тетрәнмәй уҡыу мөмкин түгел.

Яралыны яу ҡырында

Ҡалдырыу юҡ, юҡ һис тә,

Һалдат плащ-палаткаһында

Күп һөйрәнем... бөгөн кис тә.

Уфтана, янымдағы

Яралы йән киҫәгем,

Госпиталгә алып барып

Төҙәттереү иҫәбем.

 

Илдар АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас в