9 май - Еңеү көнө
6 Май 2022, 08:49

Ғаилә альбомында һаҡланған сер

Май айы етһә, күңел болоҡһой, йөрәк һыҙлай...

Нәғимә Шәрипованың ғаилә архивынан.Нәғимә Шәрипованың ғаилә архивынан.
Фото:Нәғимә Шәрипованың ғаилә архивынан.

Сәлимйән Хәмит улы Хәмитовтың хәрби кейемдә төшкән бер фотоһүрәте һаҡлана. Альбомды ҡараған һайын: “Госпиталдә ятҡанда төшкән”, – тип үтә лә китә торғайныҡ. Ә берҙән-бер көн Сөләймән ағайым был фоторәсемдең тарихын һөйләгәйне, шаҡ ҡаттым, тетрәндем. Тетрәндем генә түгел, һуғышҡа, ул замандағы кешеләргә, замандаштарымдың ветерандарға ҡарата мөнәсәбәтенә ҡарашым бөтөнләй үҙгәрҙе.

Фотоның тарихы былай булған икән. Атайым һуғышҡа алына. Өйҙә әсәйем, дүрт бала, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан 60 йәшлек олатайым ҡала. Тәүҙә атайымдан хаттар килеп тора. Шунан туҡтай. Көн дә хат көтә-көтә борсола башлайҙар. Шулай бер көн ағайҙарым, улар 12, 14 йәштә була, ауылға бер белемсе әбей килгәнен олатайыма килеп әйтә. Ул күрәҙәсе элек-электән ауылдан-ауылға, өйҙән-өйгә йөрөп, ноҡот һала торған булған.

Атайымдан хат көтөп, шомланып бөткән олатайым ағайҙарыма шул әбейҙе килте­рергә ҡуша. Ул килә, ноҡот һала һәм түбәндәгеләрҙе һөйләй.

– Улығыҙ иҫән, күҙендә ниндәйҙер бер шәүлә бар, шуға күрә тиҙ генә ҡайта алмаҫ. Хәбәр килер, эсендә бер ҡаты нәмә лә булыр, – ти.

Ысынлап та, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ташкенттан атайымдан хат килә. Ул үҙенең иҫән-һаулығын хәбәр итә, тик тиҙ генә ҡайта алмаҫын да яҙа. Хат атайым ҡулы менән яҙылмаған була. Олатайымдың шомланыуы тағы ла арта. Ул атайыма, тотош кәүҙәң менән фотоға төшөп, өйгә ебәр, тип хат яҙҙыра. Атайым олатайымдың үтенесен үтәй. Фотоһүрәте килә. Атайымдың һул күҙе юҡлығы асыҡлана. Ә күҙенән яҙыу тарихы бигерәк тә аяныслы.

Һуғыш бара. Атайымдың эргәһендә генә снаряд шартлай. Ул яралана, иҫен юғалта. Эргәһендә ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетеп, иҫенә килә. “Үҙе тора алһа, алып китербеҙ, тора алмаһа – ҡалдырырбыҙ”, – ти тауыш. Атайым үҙе тураһында һүҙ барғанын, бер со­ҡор эсендә ятҡанын аңлап ҡала, эргә-тирәһен һәрмәп ҡарай башлай. Тырыша тор­ғас, ҡулы бер тамырға эләгә. Бар көсө ме­нән шуға йәбешеп, тартылып соҡорҙан сыға.

Атайым аҙаҡ “мине ағас тамыры ғына ҡотҡарҙы” тип иҫкә ала торғайны. Тәнендә ти­мер ярсыҡтары күп була. Берәмләп алалар. Бер күҙенә операция талап ителә. Тик шул тиклем ҙур өмөт бағлаған операция ҙур фажиғә менән тамамлана. Хирургтың ҡулындағы скальпель ниндәй сәбәп менән­дер атайымдың һау күҙенә төшә. Күҙе мәңгегә күреү һәләтен юғалта. Нимәләр генә кисермәгәндер атайым был уңышһыҙлыҡтан һуң?!

Икенсе күҙенә лә операция эшләргә кәрәк. Тәүге уңышһыҙлыҡтан һуң ҡабаттан операцияға ризалашмай атайым. Госпиталдә бергә ятҡандар атайыма төрлө кәңәш бирә: берәүҙәр ысын күңелдән артабан  нисек йәшәргә өйрәтһә, икенселәр, эште былай ғына ҡалдырма, ялыу яҙ, тип тә ебәрә.

Госпиталдә төрлөһөн күрә атайым. Төнгө йоҡоларын ҡалдырып, алһыҙ-ялһыҙ эшләгән табиптар һәм шәфҡәт туташтары өҫтөнән нисек ялыу яҙаһың? Юҡ! Һуғыш михнәт­тә­ренән ике ҡуллы, ике аяҡлы ҡотолоуы ҙур бәхет тип, рәхмәт әйтеп йәшәне атайым.

Операция артынан операция үткәреп, ҡояш яҡтыһын тулыһынса күреүҙән мәхрүм булып, тәнендә алынмаған өс тимер ярсыҡ менән алты айҙан һуң ғаиләһенә ҡайта атайым. Уға ни бары 33 йәш була.

Өс тимер ярсыҡ… Өс һыҙлауыҡ… Улар ғүмер буйы һуғыш михнәттәрен иҫенә төшөрөп торғандыр, тик беҙ бер ҡасан да уның зәғифлегенә һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырғанын күрмәнек. Ҡайҙалыр эшкә инеү мөмкинлеге булмай. Шулай ҙа ауылда ул башҡара алырҙай ниндәйҙер эш килеп сыҡһа, ҡулынан ысҡындырмаған. Атайҙың эштәренән мине иң ныҡ аптыратҡаны (уның тураһында яңыраҡ ҡына апайҙарым һөйләне) – ауылды электр уты менән тәьмин итеүҙә ярҙамла­шыуы. Күреү һәләте ярым-йорто, физик эшкә ҡамасаулаған теге өс тимер ярсыҡ…

Беҙҙең төбәктә 50-се йылдарҙа ауыл­дар­ҙы электрлаштырыу башланып китә. Күр­ше Килмәк ауылына ут үткәрәләр. Ә унан ике-өс саҡрымда ғына урынлашҡан беҙ­ҙең Иҫке Прииск ауылына – юҡ. Сәбәбе – бағаналар ултыртырға соҡор ҡаҙыусы юҡ. Атайым ошо эшкә тотоноп китә. Соҡорҙарҙың тәрәнлеге 1,5 метр самаһы булырға тейеш. Ҡаҙа атайым. Апайымдарҙың һөйләүе буйынса, соҡорҙарҙың стеналары тип-тигеҙ, күҙе күрмәгән кешенең эшенә оҡшамаған.

Беҙҙең олатайыбыҙ, атайымдың атаһы, төбәктә данлыҡлы балта оҫтаһы була. Уның ҡулынан килмәгән эш булмай. Атайыма ла шул оҫталыҡ күскәндер, ләкин күҙенең күрмәүе ныҡ ҡамасаулағандыр. Шулай ҙа беҙҙең өйҙә атайым эшләгән һөйәңкеле эскәмйә, кресло һәм этажерка бар ине. Бер ҙә күҙле кешеләрҙең эшенән кәм түгел ине улар.

 Атайым ғүмер буйы ғаиләһен беренсе урынға ҡуйып йәшәне. Ауылда тыуып үҫеп, ғүмеренең күпселек өлөшөн шунда үткәргән атайым, Белоретта һуҡырҙар йәмғиәте асылыу тураһында хәбәр ишетеү менән, күсенергә ҡарар итә. Ҡалаға эшкә китә. Бер йылдан һуң беҙҙе, ғаиләһен, күсереп алып килде. Тәүәккәллек, маҡсатҡа ынтылыш йәшәгән ерен, нигеҙен ташлап китергә көс биргәндер.

Беҙ, ҡыҙҙары, ҡала тормошона тиҙ өйрәндек. Уҡып һөнәрле булдыҡ. Бөтәбеҙ ҙә, дөрөҫ эшләгән атайыбыҙ, тибеҙ.

Атайым хеҙмәт ерендә бик тиҙ абруй ҡаҙанды. Олоһо, кесеһе уны хөрмәт итте. Шуныһы үкенесле: атайыбыҙ инвалидлыҡ пенсияһынан башҡа һуғыш ветерандарына бирелгән бүтән льготаларҙың береһенән дә файҙалана алманы, сөнки 1967 йылда 57 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте. Ул йәшәгән йылдарҙа илдә тормош бигүк яҡшы булманы шул.

9 Май – Еңеү байрамы етә башлаһа, күңел болоҡһой, йөрәк һыҙлай. Үкенес тойғоһо көсәйә. Шуныһы ғына күңелде тынысландыра: беҙ етемлекте күрмәнек, атайлы – арҡалы булып үҫтек. Шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр! Ауыҙ тултырып ғорурлыҡ менән “атай” тип әйтә алдыҡ.

 

Нәғимә ШӘРИПОВА.

Белорет районы.

Читайте нас