Атайым Һибәтулла Хисаметдин улы Бикбулатов үткән быуат башында, 1904 йылда, Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында донъяға килгән. Илебеҙ тарихына бик күп ҡан ҡойошло, буталсыҡ дәүер булып инеп ҡалған Граждандар һуғышы осоронда ул 14-15 йәшлек үҫмер булған.
Ҡыҙыл ғәскәрҙәр сафында
Был болғансыҡ осор тураһында атайымдың: “Ауылыбыҙҙы йә аҡтар килеп баҫып алыр, йә артынса ҡыҙылдар баҫтырып килеп инер ине”, – тип һөйләгәнен яҡшы хәтерләйем. Үҙенең һуғыш-ҡыйралыш уртаһында йөрөгәне тураһындағы хәтирәләрен ғүмеренең һуңғы йылдарында миңә былай бәйән итте: “1919 йылдың көҙ аҙаҡтарында ҡыҙыл ғәскәр һуғышсылары, колчаксыларҙы эҙәрләп килеп, беҙҙең Мәҡсүт ауылында туҡтаны. Ауылдың бер нисә үҫмерен ылау хеҙмәтенә йәлеп иттеләр. Мине лә ике атым менән үҙ сафына алырға булдылар. Ҡыҙыл командир, әсәйем Ғәйниямалдан рөхсәт алып, мине лә, аттарҙы ла имен-аман кире ҡайтарыу шарты менән хәрбиҙәргә ярҙам итергә күндерҙе. Шулай итеп, ғәскәрҙең ылаусылары булып киттек. Күрше ауылдарҙан да минең шикелле үҫмерҙәр булды, ҡайһы берәүҙәр төндә ҡасып ҡайтып китте. Мин түҙҙем.
Бер ваҡыт ҡыш урманда һыбайлы һалдаттар алдан бара ине, беҙ, унлап кеше, аҙыҡ-түлек, ҡорал, кәрәк-яраҡ тейәлгән ылау менән арттараҡ киләбеҙ. Көтмәгәндә беҙгә аҡтар отряды һөжүм итте. Китте алыш-ҡырылыш. Мин кейгән толобом менән тәрән ҡарға сумдым һәм шулай үлемдән ҡотолоп ҡалдым, сөнки алыш ваҡытында минең менән булған үҫмерҙәрҙең байтағын дошмандар ҡылыс менән сапҡылап киткән ине. Күп юғалтыуҙар менән аҡтар ҡасырға мәжбүр булды. Торараҡ беҙгә лә хәрби кейем бирҙеләр, ҡорал менән ылау һаҡларға рөхсәт алдыҡ. Яҙ еткәс, ҡулға тейешле документтар алып, ике атым менән ҡайтырға сыҡтым. Урал йылғаһын күпер аша үттем, Таналыҡ һәм Быҙаулыҡ йылғаларын да имен сыҡтым, әммә Һаҡмарҙа боҙ китә ине. Малҡайҙарҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ өсөн Һаҡмар буйындағы бер ауылдағы ҡартта аттарҙы ҡалдырҙым. Һыу тартылғас, уларҙы килеп алғанда, был кешенең ерен һөрөп бирергә вәғәҙә биреп, тыҡлығып ятҡан боҙ аша икенсе ярға сығып, тыуған ауылыма юл тоттом.
Күп тә үтмәй, аттарымды барып алып, тыныс тормошта йәшәй башланым”.
Тыныс тормош шарттарында
Яу юлдарынан имен ҡайтҡан, бер аҙ ут-һыу кискән йәш егет Һибәтулланы өйҙәгеләр башлы-күҙле итергә була.
Өлкән апаһы Тайбә Ҡашҡар ауылында Муса Ҡашҡаровта кейәүҙә (бөгөн уларҙың улы мәғариф ветераны Йәмних ағайым Ҡашҡаров Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәй), икенсе апаһы Мәфтүхә Ишембәттә Мөхәррәм Моратовта тормошта була. Өйҙә бала саҡтан күреү һәләтенән мәхрүм булған Файза апаһы ғына ҡалған. Ә Төхфәт менән Фәттәх ағайҙары күптән үҙаллы тормош көтә.
Буласаҡ атайыма Үрге Сәлим ауылынан Ғәйниямал менән Ҡорбанғәле Юлановтарҙың Сәлихә исемле ҡыҙын димләп алып бирәләр. Балаларын ғаиләле итеп, ҡартәсәйем изге бурысын намыҫ менән үтәй. Атай-әсәйебеҙ дүрт балаға ғүмер бүләк итә.
Ауылдарҙа колхозлашыу хәрәкәте башланғас, тимерлектә эшләү өсөн Федор исемле рус оҫтаһын Мәҡсүткә алып киләләр, ә уға ярҙамсы итеп атайымды тәғәйенләйҙәр. Тиҙҙән ул колхозда төп тимерсе булып ҡала, ә Федор тыуған яғына ҡайтып китә. Тырыш, эшкә бөтмөр атайым тирә-яҡта бик оҫта тимерсе булараҡ дан ҡаҙана һәм ошо һөнәренә ғүмер буйы тоғро ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдәге тыныс тормошто немец фашистары боҙа – Бөйөк Ватан һуғышы башлана...
Данлы Шайморатов яугире
Ҡасандыр ил именлеге өсөн ҡанлы яу юлы үткән ир-азаматҡа тағы ҡулына ҡорал алырға тура килә. Атайыбыҙ легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында 60-сы полктың 4-се эскадронында хеҙмәт итә. Данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә яугир Бикбулатов немец илбаҫарҙарын туҡмай. Дивизияла күсмә тимерлек тә була. Алыш тынған арала атайым аттарҙы дағалау, ҡорал кәрәк-ярағын ремонтлау менән булыша.
Башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы тураһында күп тапҡыр яҙҙылар. Атайым да яуҙаш иптәштәре тураһында ғорурланып һөйләр ине. Һуғыш тамамланғас, ул хәрби корпустың ветеринар часына күсерелә. Бында 1945 йылдың октябренә тиклем хеҙмәт итә. Өлгөлө хеҙмәте һәм яҡшы хәрби ҡаҙаныштары өсөн уға дүрт сумаҙан бүләк биреп, өйөнә хөрмәтләп оҙаталар. Ул бүләктәрҙең яртыһын юлда юғалта, әммә яуҙан имен-һау тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыуын Хоҙайҙың иң ҙур бүләге тип ҡабул итә.
Мәҡсүт ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 75 ир-егет ҡатнаша, уларҙың 25-енә генә тыуған еренә ҡайтыу бәхете тейә. Бөгөн уларҙың береһе лә иҫән түгел. Яугир ауылдаштарым иҫтәлегенә Орҡоя тауы итәгендә һәйкәл ҡуйылған.
Һуғыш ветерандарының исемлегендә атайымдың да исеме бар. Ул 1975 йылдың мартында, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығы алдынан, мәрхүм булып ҡалды. Беҙгә тыныс тормош яулаған һуғыш һәм тыл ветерандарына рәхмәтебеҙ сикһеҙ, уларҙың изге исемдәре һәр саҡ беҙҙең менән.
Бар яҡтан да оҫта ине
Атайым тимерсе генә түгел, балта оҫтаһы, һунарсы, балыҡсы булараҡ та бик билдәле кеше булды. Юлға сыҡһа, Граждандар һуғышынан ҡалған винтовкаһын үҙе менән алыр һәм ҡор, һуйыр, ҡуян атып алмайынса ҡайтмаҫ ине. Һаҡмар буйында бер нисә быуа булды, шуларҙа мурҙа һалып, балыҡ тотто. Мәҫәлән, Ҡарамалы, Маҫҡырт йылғалары тамағындағы уның таш менән быуып эшләгән быуаларын балыҡ тотор өсөн һуңынан мин ҡулландым.
Бер ваҡиғаны әле лә яҡшы хәтерләйем. Ҡыш атайым Һаҡмарҙағы мурҙаны ҡарарға ике апайымды – Бибиғәйшә менән Бибисараны ебәрҙе. Улар барып, өҫтө ваҡ ағас ботаҡтары менән ҡапланған мурҙаны көс-хәл менән күтәреп сығарһа, ул балыҡ менән тулған булған. Балыҡты тоҡҡа бушатып, икенсе мурҙаны ҡараһалар, унда ла шул уҡ хәл. Тоҡтағы балыҡты һөйрәп, ҡыҙҙар ауылға саҡ ҡайтып етә. Иртәгәһенә шул балыҡтар менән Йылайыр баҙарына юлланалар һәм бик мул аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ менән ҡайталар.
Атайымдың Мәҡсүт Һаҡмарында сабынлығы ла булды – “Һибәт ҡарағураһы” тип йөрөттөләр ул урынды. Ҡулы эш белгәс, атайым кешеләргә тәҙрә рамдары, ҡапҡастары ла яһай ине. Унан тыш, самауыр торбалары, һоҫҡо, тәртешкә, йәмкә кеүек йорт кәрәк-ярағын да бик матур итеп эшләр ине. Ҡыҫҡаһы, ул бар яҡтан да оҫта ҡуллы булды.
Тимерсе тигән даны ҡалды
50-се йылдарҙа Мәҡсүт, Иҫке Яҡуп, Вознесенка ауылдары бер хужалыҡҡа – Чкалов исемендәге колхозға берләште. Колхоздың тимерлеге Вознесенкала ине, атайым шул ауылға йөрөп эшләне. Ҡышҡыһын аҙнаға бер генә ҡайтыр ине. Колесникова тигән мәрйә әбейҙә фатирҙа йәшәне. Хужабикәнең улы Анатолий тракторы менән атайымды ауылға алып килеп йөрөнө – тимерсенең абруйы ҙур булғандыр, күрәһең. Атайым ҡайһы саҡ, толопҡа төрөп, трактор кабинаһында мине лә Вознесенкаға алып бара торғайны.
Колхоз тарҡалғас, атайым ауылға ҡайтты һәм әлеге лә баяғы тимерсе эшен дауам итте. Тәүҙә Кәбир мәзиндең таш келәтен тимерлек иттеләр. Шунда эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Үҙенең урынына Иҙрис ағай Таҡаловты өйрәтеп ҡалдырҙы. Ҡашҡар ауылында күп йылдар тимерсе булып эшләгән Әбхалиҡ Дүсмәтов ағай атайымды үҙенең остазы булараҡ гел маҡтап телгә ала торғайны. Һуғыш осорон да иҫәпкә алғанда, атайым бөтәһе 35 йылға яҡын ғүмерен тимерселеккә арнаны.
Түш яланындағы күмерлеге
Ауылда электр уты булмаған осорҙа тимерселәр үҙ эшендә тик ағас күмер ҡулланды. Эш өсөн күмерҙе атайым үҙе әҙерләне. Ауылыбыҙ янындағы ҙур Түш яланы битләүендә күмерлеге булды. Түште уратып Йәнгүҙәй йылғаһы аға. Күмерлектең йылғаға яҡын булыуы ла – мөһим талап. 15-кә 10 метрлыҡ соҡорҙан ғибәрәт ине ул күмерлек. Атайым диаметры 20–30 сантиметрҙан йыуан булмаған ҡайындарҙы бысып, уларҙы билдәле бер оҙонлоҡта түмәрҙәргә турап, ошо соҡор уртаһына үҙенсәлекле итеп өйөп, ут төртә һәм, бәләкәй генә тишек ҡалдырып, соҡорҙо ер менән күмеп ҡуя. Ағастар ҡыҙып яна башлағас, ул тишектәрҙе көпләй. Түмәрҙәр быҫҡып янып, күмергә әйләнә. Улар көлгә әйләнмәһен өсөн даими ҡарап торорға кәрәк. Күмерҙең сифаты тимерсенең алдағы эш һөҙөмтәһенә ныҡ бәйле. Атайымдың күмере шул тиклем ҡыҙыу була торғайны, шуға ла эше лә ырамлы барҙы.
Ауылға электр уты килгәс, тимерлектәрҙә ташкүмер ҡуллана башланылар. Замана елдәре ауыл тормошона ҙур үҙгәрештәр индерә. Атайымдың күмерлек урыны аша бөгөн күрше Йомағужа ауылына газ торбаһы һалынған. Совхоз заманында таштан төҙөлгән тимерлек бинаһы ла хәҙер буш тора. Ваҡыт үтеү менән ауыл тарихына фиҙакәр хеҙмәте менән сағыу биттәр өҫтәгән атай-олатайҙарҙың исеме онотолмаһын ине.
Әбделәхәт БИКБУЛАТОВ, хеҙмәт ветераны.
Баймаҡ ҡалаһы.