9 майҙа – Бөйөк Еңеү көнөндә Өфөлә киң мәҙәни һәм илһөйәрлек саралары уҙасаҡ. Шул иҫәптән “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында Бөйөк Еңеүгә арналған “Бөйөк батырлыҡ халыҡ хәтерендә!” тигән концерт уҙасаҡ.
Байрам концертына ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм хәрби низағтарҙа ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылған.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам концерты киске сәғәт 7-лә башлана. Унда башҡорт эстрадаһы артистары һәм ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ: Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александр Лынник, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Геннадий Родионов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин, билдәле йәш артистар Полина Кобец, Әлфиә Ниғмәтуллина, Илдар Абдуллин, Алиса Жумағәлиева, Ришат Рәхимов, “Джентльмены”, “Премьер” төркөмдәре, “Zainetdin Neo Vision”-шоу.
Байрам сараһында Рәсәйҙең билдәле артистары ла сығыш яһаясаҡ. Мәскәү ҡунаҡтары араһында йырсы МакSим һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков бар. Концерт аҙағында РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко “Еңеү көнө” йырын башҡарасаҡ.
“Торатау” конгресс-холы янындағы амфитеатрҙағы концерт Еңеү көнө сараларының һуңғы аккорды буласаҡ. Байрам киске сәғәт 10-да фейерверк менән тамамланасаҡ.
Фото: blitz.plus.