Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Май 2022, 14:04

Башҡорттар китте һуғышҡа...

tumen.kp.ru
Фото:tumen.kp.ru

1941 йылдың 22 июнь иртәһе – бөтә СССР халҡы тәрән йоҡоға талған мәл. Немец фашистарының күп миллионлы ғәскәре, Төньяҡ диңгеҙҙән көньяҡҡа ҡәҙәр булған 2200 километр араны иңләп, аҫтыртын һуғыш аса. Халыҡ ғәмһеҙ йоҡлап ятҡан ҡалаларға, ауылдарға бомбалар, снарядтар, пулялар ямғыры яуа, йорттар, завод-фабрикалар яндырыла, емерелә...

Совет халҡы дошманға ҡаршы ныҡлы ҡалҡан булып баҫа һәм “Бөтә нәмә – фронтҡа!” тигән девиз нигеҙендә берләшә. Һуғышҡа киткән ир-егеттәр урынына ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-саға баҫа. Бер кем уфтанмай, зарланмай, тауыш-тынһыҙ эшләй. Колхозда иген игеү ат, ҡул көсө менән башҡарыла.

Әлшәй районында йәшәнек. Инәйем Миңлехаят өйгә ҡайтып ин­мәй эшләне, тиһәм дә хата бул­маҫ. Дүрт йыл – 1418 көн һәм төн буйы барған һуғыш йылдарында колхозда эшләгән өсөн хеҙмәт көнө яҙҙылар. Идараның стена­һына йәбештерелгән ҙур ҡағыҙға һәр кешенең исем-фамилияһы яҙылып, кемдең эшләгәне теркәлеп бара ине, ләкин дүрт йыл буйы бер грамм да иген бирелмәне. Был һуғыш илебеҙҙең 27 миллиондан ашыу кешеһен ҡорбан итте. Атайым 1943 йылдың 12 сентябрендә Калинин фронтында Холмды азат итеү өсөн барған һуғышта һәләк була.

Башҡортостандың 700 мең ир-егете, немец фашистары менән йөҙгә-йөҙ килеп, Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн һуғыша. 500 меңе яуҙа ҡорбан була. Башҡортостанда төҙөлгән, ҡоралланған, аттар, эйәр, ҡамыт-дуға, бесән-һоло, бөтә кәрәк-яраҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән Башҡорт кавалерия диви­зияһы яугирҙәрен миңә лә күрергә насип булды.

2005 йылда нәшер ителгән китабымдан өҙөк килтерәм: “1941-1942 йылдың бер көнөндә беҙҙең ауыл аша атлы ғәскәр үтте. Улар Миәкә, Йәрмәкәй, Бишбүләк яҡта­рынан булғандыр, ауыл урамынан район үҙәгенә барған юл менән киттеләр. Саналарға егелгән аттарҙың, уларға ултырып барған ир-егеттәрҙең иҫәбе-хисабы юҡ. Егеүле аттар араһында өр-яңы хәрби аҡ тун кейгән һыбайлылар бара. Улары командир булғандыр.

Һуғыш ғәрәсәтенә китеп ба­рыу­­сыларҙың һәр береһе кемдең­дер ғәзиз улы, ағаһы, туғаны йәки мәңгелеккә тоғро булып ғаилә ҡорорға вәғәҙәләшкән һөйгән егете бит инде. Был хәрби ғәскәр Баш­ҡорт кавалерия дивизияһына ҡушылыу өсөн юлланған бул­ған­дыр, тип уйлайым, сөнки 1941 йылдың 17 ноябрендә БАССР Ха­лыҡ комиссарҙары советы һәм партия өлкә комитеты ГКО ҡарарын үтәү өсөн ике Башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөргә ҡарар ҡабул итә.

Мин урамда, ҡапҡа төбөндә, көн буйы ҡуҙғалмай был ир-егеттәрҙе ҡарап торҙом. Улар тауыш-тынһыҙ ғына үтте. Һалҡында ҡатҡан ҡарҙың сана табандары аҫтында шыжлауы ғына ишетелде...”

Был хәл күңелемдә кисә генә булған кеүек һаҡлана. Урамда бер кем дә юҡ. Мин генә торам. Ауылы­быҙ аша берәй ят кеше атҡа ултырып йәки йәйәү үтһә, эттәр абалап сығып оҙатып ҡала ине. Әле бер эт тә сыҡмай, тауыш-тын юҡ. Ауылда тәрән тынлыҡ. Аттар ҙа бышҡырмай. Ҡояш та күренмәй. Күкте осо-ҡыры күренмәгән болот ҡаплаған. Ел дә иҫмәй. Тәбиғәт тәрән ҡайғы кисерә кеүек. Ул да был ир-егеттәрҙең ҡайҙа юлланыуын аңлай. Был хәл 1942 йылдың ғинуар баштарында булғандыр, тип уйлайым. Мин ерҙә ҡағылған бағана кеүек ҡуҙғалмай ҡатып ҡарап торҙом...

Оло ҡартнәйем Гөлъямал был ир-егеттәр ауылыбыҙҙан үтеп бөткәнсе ултырып намаҙ уҡыны, Хоҙай Тәғәләнән илбаҫарҙарҙы еңеп, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылды.

Күп ҡорбандар, совет яугирҙә­ренең тиңһеҙ ҡаһарманлығы, халыҡтың фиҙакәр хеҙмәте, көслө теләге, изге доғалары менән яулап, теләп, көтөп алған Бөйөк Еңеүгә быйыл 9 Майҙа 77 йыл тула.

 

Тимербулат МӘСӘЛИМОВ.

 

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: