Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бөтә Совет иле менән бер рәттән, хәйбуллалар ҙа фронтҡа атлыға. Ҡулына ҡорал тоторҙай ир-егеттәр Ватанын һаҡлап, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшә.
Райондан фронтҡа алынған 7059 кешенең бары 2800-өнә генә Еңеү менән тыуған яғына ҡайтырға насип була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт ағымы менән ветерандар сафы ла һирәгәйә бара. Әле районда Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын ике ветеран ҡаршылай. Улар – Иҙрис Түләшев һәм Фәтхулла Юламанов.
Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшев 1925 йылдың 18 июлендә Хәйбулла районының (хәҙер Йылайыр районы) Һабыр ауылында тыуған. Иҙристең атаһына Иләс ауылындағы Шәрифулла Ҡунаҡасов тигән туғаны: “Һеҙҙең балаларығыҙ күмәк, минең берәү ҙә юҡ”, – тип биш йәшлек малайҙы үҙенә тәрбиәгә биреүен һорай. Түләшевтәр риза булғас, ул Иҙристе алып ҡайта һәм үҙ балаһы кеүек ҡарап үҫтерә.
1943 йылдың 19 ғинуарында Иҙрис Түләшев Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы ала. Чкалов (хәҙер Ырымбур) өлкәһенең Тоцк станцияһы янындағы лагерҙа һәм Чкалов хәрби пулемет училищеһында хәрби һөнәргә өйрәнгәс, 19 июлдә Һауа-десант ғәскәрҙәре сафына алына һәм Мәскәү өлкәһенең Ступин ҡалаһында 17-се гвардия бригадаһында хеҙмәт итә.
1944 йылдың июлендә 2-се Белоруссия фронты составында беренсе тапҡыр дошман менән осраша. Улар бер ыңғайҙан бандеровсыларға ҡаршы ла көрәш алып бара. Белоруссияны азат иткәс, 1945 йылдың 4 ғинуарынан 3-сө Украина фронты составында Венгрия, Чехословакия илдәрен немец-фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Австрияның баш ҡалаһы Венаны алғас, уларҙың часын Чехословакияның баш ҡалаһы Прагаға ярҙамға ебәрәләр. Артабан Знойма, Йиглава, Табор ҡалаларын азат итәләр.
– 8 май көнө Тын ҡалаһы янында фашист Германияһының еңелеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр ишеттек. Һуғыш бөтөүгә ҡарамаҫтан, июль айына тиклем ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам иткән дошман ҡалдыҡтарын тар-мар иттек, – тип иҫкә ала Иҙрис олатай.
Яугирҙе 1945 йылдың декабрендә Тула ҡалаһындағы 106-сы Һауа-десант дивизияһына күсерәләр һәм ул унда тағы ла дүрт йыл хеҙмәт итә. Тыуған яғына 1949 йылдың апрелендә генә ҡайтырға насип була.
Иҙрис Түләшев ҡайтыу менән эшкә тотона. Тәүҙә Иләс ауыл клубы мөдире, 1951 йылдың мартынан КПСС-тың Хәйбулла райкомында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы вазифаһын башҡара. 1956 йылдың авгусынан район гәзите редакцияһына эшкә килә һәм унда 30 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Һуғыш елдәре Иҙрис Түләшевте ниндәй генә илдәргә ташламаһын, уҙаман үҙенең кешелеклеге, ихласлығы, ярҙамсыллығы арҡаһында бөтәһе менән дә уртаҡ тел тапҡан, ә дошман менән күҙгә-күҙ килгәндә аяуһыҙ алышҡан. Уның фронтта күрһәткән батырлыҡтарын юғары баһалайҙар. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Венаны алған өсөн”, тыныс хеҙмәттә ике тапҡыр “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, күп һанлы юбилей миҙалдары, иҫтәлекле билдәләр һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән. 1981 йылдың ноябрендә уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған сиҙәмсеһе” исеме бирелгән.
Тормош иптәше Гөльямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән бер ул, ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Бөгөн улар балалары һәм ейәнсәре хәстәрендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Бүләләре Дауыт – Түләшевтәрҙең тормош йәме.
– Иҙрис – яҡшы, ихтирамлы тормош иптәше, балаларыбыҙға хәстәрлекле атай. Ғаилә ҡороуыбыҙға 71 йыл тулды. Ошо йылдар эсендә тормошобоҙҙа төрлө ауыр мәлдәр ҙә, ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа булды. Беҙ хеҙмәттән йәм табып, матур йәшәргә ынтылдыҡ. Йортобоҙҙан кеше өҙөлмәне, туғандарға һәм дуҫтарға һәр ваҡыт ярҙам иттек. Әле уларҙың күбеһе яҡты донъяла юҡ инде. Донъя йөгөн татыу булып, тиң тарттыҡ. Булғанына шөкөр итеп, ҡәнәғәт йәшәнек. Ҡалған ғүмеребеҙҙе лә шулай бергә үтергә яҙһын, – ти юбилярҙың ҡатыны, педагогия хеҙмәте ветераны Гөльямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы.
Әлеге мәлдә Түләшевтәрҙең балалары – ата-әсәһенең ныҡлы терәге. Улар үҙҙәре хәҙер хаҡлы ялда булһа ла, тыуған нигеҙҙә атай һүҙе – һуңғы һүҙ.
– Атайыбыҙ хәстәрлекле, яҡшы булды. Әсәйебеҙ менән улар беҙгә матур тәрбиә бирҙе. Бала саҡта шахмат уйнарға өйрәтте, китапҡа һөйөү тәрбиәләне. Һәр саҡ беҙгә иғтибар бүлергә тырышты. Фәһемле кәңәштәре, ярҙамы менән ел-дауылдан, тормош ауырлыҡтарынан ҡурсалаусы терәк-таяныс улар. Әле беҙ һәр ваҡыт атай-әсәйебеҙҙең янында булып, ярҙамдан ташламайбыҙ. Үҙебеҙ өлкәнәйгәндә яныбыҙҙа атай-әсәйебеҙ булыуы – оло бәхет. Улар менән булған һәр минуттың ҡәҙерен белеп йәшәргә тырышабыҙ. Атайыбыҙҙы оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм әсәйебеҙ менән бергә йөҙ йәшкәсә етеүен теләйбеҙ, – ти юбилярҙың ҡыҙы Гөлнур.
Ауылдаштары аҡһаҡалды өлкән йәштә булғаны өсөн генә түгел, кешелекле, кеселекле булғаны өсөн дә хөрмәт итә. Йор һүҙле, юморға бай, күңел көрлөгөн, зиһен теүәллеген юғалтмаған мәҡәләм геройы бөгөн дә гәзит-журналдарҙан айырылмай, ваҡытлы матбуғаттың һәр һанын көтөп алып, ентекләп уҡып сыға. Мөмкинлек булғанда районда үткәрелгән патриотик рухтағы сараларҙан да ситтә ҡалмай.
Иҙрис Түләшевте районда оҫта шахматсы, шулай уҡ элекке десантсы булараҡ беләләр. Районда үткән шахмат турнирҙары һәм һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арнап йыл да үткәрелгән сараның иң хөрмәтле ҡунағы ул.
Рәзилә БАЙҒУСҠАРОВА.