Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Май 2022, 15:15

Һеҙ "Үлемһеҙ полк" маршына әҙерһегеҙме?

Быйыл республикала "Үлемһеҙ полк" акцияһы нисегерәк ойошторолоуы тураһында сайтыбыҙҙа тулыраҡ уҡығыҙ. 

Һеҙ "Үлемһеҙ полк" маршына әҙерһегеҙме?
Һеҙ "Үлемһеҙ полк" маршына әҙерһегеҙме?

9 майҙа Өфөлә “Үлемһеҙ полк” йәнә традицион форматта ойошторола. Һәр кем үҙенең геройы – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, тыл эшсәне, партизан, табип, концлагерь тотҡоно – Бөйөк Еңеү өсөн көрәшкәндәрҙең портретын тотоп маршта ҡатнаша ала.

Өфөлә ул 9 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана (теҙелеү – иртәнге 10-да). Ваҡыт – Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттары өсөн берҙәм.

Алдан теркәлеү талап ителмәй. Ни бары йыйылыу урынына үҙ ветераныңдың портреты менән килергә кәрәк.

Ил төбәктәренең маршы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы сайтында: https://www.polkrf.ru Тәүлек әйләнәһенә эшләгән "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны: 8 800 20 1945 0. 

Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ!

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та пост ҡалдырҙы.

“Быйыл, пандемия башланғандан алып тәүге тапҡыр, “Үлемһеҙ полк” йәнле рәүештә уҙғарыла. 9 майҙа, Еңеү көнөндә, Өфөлә колонна Галле ҡалаһы урамы сатынан алып Кольская урамы сатына тиклем Октябрь проспекты буйлап атлай. Колонна иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем теҙелә, тантаналы йөрөш бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң башлана.

Беҙ олатабыҙ, рядовой Барый Латип улы Хәбиров менән ҡатнашасаҡбыҙ. Олатайым һуғышты аҙағынаса үтте, уны Монголияла тамамланы, ҡаты яраланды. Мин уның батырлығы һәм фашизмды еңгән халыҡтың ҡаһарманлығы алдында баш эйәм.

Рәсәйҙә үҙ геройы булмаған ғаилә юҡ. “Үлемһеҙ полк” – ул сираттағы тапҡыр ата-бабаларыбыҙға, олатайҙарыбыҙға Еңеү өсөн рәхмәт әйтеү мөмкинлеге. Һәм – берҙәмлегебеҙҙе күрһәтеү. Бөгөн илебеҙ, хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙ йәнә нацистар менән һуғышҡанда, был бик мөһим”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: