Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын билдәләйбеҙ. Илебеҙҙе фашизм ҡоллоғонан азат итеүгә үҙ өлөшөн индергән ветерандарыбыҙҙың сафы көндән-көн һирәгәйә. Үҙҙәре менән бергә хәтирәләре лә китә. Бары тик (әгәр һаҡланған булһа) фотоһүрәттәре, хаттары ғына ҡала. Улар хаҡында белеүселәр ҙә инде олоғайып, баҡыйлыҡҡа күсә бара. Ейән-ейәнсәрҙәргә был тарафта сосораҡ булып, күберәк мәғлүмәттәр алып ҡалырға тырышырға кәрәк. Үкенерлек булмаһын ине. Ул яҡтан беҙҙең ағай-эне бәхетлелер, тимен, сөнки фронт яландарында ятып ҡалған Нияз бабайымдың егерме хаты һаҡланған.
1922 йылда Ураҙ ауылында Шәрфиямал менән Әхмәҙулла Сафиуллиндарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән ул. Шәкирә, Нажиә апалары, Фәүзиә, Мәнжүриә, Фәрүәз, Ғәзим исемле туғандары булған. Ата-әсәһе крәҫтиән тормошо менән йәшәһә лә, хәлле генә һаналған.
Нияз бәләкәй сағынан зирәк, аҡыллы булып үҫә, башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Ә 1940 йылда Белорет районының Сермән педагогия училищеһына уҡырға инә. Һуңынан тыуған ауылына уҡытыусы булып эшләргә ҡайта.
Дуҫы, биология уҡытыусыһы Гавриил Артемьев хәтерләүенсә, Нияз бабайым бик оҫта ҡуллы булған. Ағастан стена сәғәте яһап ҡуйған, ул оҙаҡ йылдар боҙолмай эшләгән.
Бергә уйнап үҫкән иптәш малайҙарынан Мәрүән ағай: “Ауыл ҙур, ике яҡ малайҙары һуғышып китә инек. Күпер аръяғына сыҡҡанда ул яҡтың ҙур малайҙарынан мине туҡматмай, һыбай килеп уларҙы ҡурҡытып ҡыуып ебәрә торғайны”, – тип иҫкә ала. Үткер һүҙле Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин да бабайым тураһында йылы һүҙҙәр генә әйтте: “Нияз ағай менән бер аймаҡта үҫтек. Мин унан бәләкәсерәк, шаян булдым. Ул беҙҙе ҡурсалап, һуғыштырмай бергә уйнатып ҡына йөрөттө. Бала сағынан ғәҙел булыуы менән айырылып торҙо. Беҙ уны тыңлай торғайныҡ. Шундай кешеләр донъяла күберәк булһа, тормошта йәшәү бик рәхәт булыр ине. Ундай аҫыл, аҡыллы кешеләрҙең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик аҙы ғына һуғыштан ҡайтты шул”.
Нияз Әхмәҙулла улы 1942 йылдың 23 майында хеҙмәткә саҡырыла. 123-сө уҡсылар дивизияһында автоматсы була. 1943 йылдың июль айында ауыр яралана һәм алты ай Кинешма ҡалаһында дауалана. Бер ай тирәһе сатанлап йөрөй, ҡалған биш айында йүнәлеүгә китә. “Госпиталдә яңы йылға тиклем ятырмын, ахыры, – тип яҙа ул хатында, – бында татарҙар ҙа бар. Ике йылға бер тигәндә бер татар ҡыҙын күрҙем, Ҡазандыҡы. Минең менән Өргөн ауылынан Ғәлиуллин фамилиялы тракторсы егет тә ята”.
Хаттарынан күренеүенсә, ул тыуған яғын, ата-әсәһен, ағай-энеһен ныҡ һағыныуын белдерә, ике-өс көнгә генә ҡайтып, һеҙҙе күреп китәһе ине, тип хыяллана. Күбеһенсә госпиталь тормошон һүрәтләй. Яралы һалдаттарҙың күңелен күтәрергә тип, унда төрлө саралар үткәрә. Йыш ҡына концерт ҡуялар, кинофильмдар күрһәтәләр, байрам табындары ойошторалар. Бер госпиталдән икенсеһенә ҡунаҡҡа йөрөтәләр: “1943 йылдың декабрендә ҡунаҡта булдыҡ. Бер егет фотоға төшөрҙө, насар булһа ла, һеҙгә ебәрәм”, – тип хәбәр итә ул.
Волга ярына сығып ял итергә яратҡан. Тәбиғәтте күҙәткән. Хаттарында һәр ваҡыт көн, һауа торошон билдәләп үткән. Ауылына яуап хаты яҙғанда, һис кенә лә һуғышҡа зарланмай, үҙенең хәл-әхүәлен генә белдереп, күберәк тылдағы тормош менән ҡыҙыҡһына, тасуирлап яҙыуҙарын һорай. Октябрь, Яңы йыл байрамдары менән ҡотлай: “Ҡәҙерле апай – Зәкиә! Һине Бөйөк Октябрь революцияһының 26 йыллығы менән ҡотлайым. Бөгөн ике байрам: Октябрь байрамы һәм Украинаның баш ҡалаһы Киевтың немец оккупанттарынан таҙартылыуы. Мин һаман госпиталдә ятам. Яраларым һаман төҙәлмәй әле. Ҡасан төҙәлеп етер – билдәһеҙ.
1943 йыл, 7 ноябрь”.
Һөйгән ҡыҙы Нәсимә хаҡында ла йылы хәтирәләр һаҡлай. “Нәсимәмде бөгөн төшөмдә күрҙем, инде ташлашһаҡ та. Сәбәптәрен ҡайтҡас аңлатырмын әле”, – тип тә ҡуя.
Ике туған ағаһы Нәжибәк (драматург Нәжибәк Хафизов), дуҫы Артемьев, ҡустыһы Ринат, уҡытыусылар һәм уҡыусылар хаҡында хат һайын тигәндәй һораша, ҡайнар сәләмдәрен ебәрә. “Мине оноттолар, бер нисә һөйләм сыймаҡлап ебәреүе ҡыйынмы ни?” – тип тә үпкәләй. Ауылдағыларға был ныҡ тәьҫир иткәндер инде, күп тә тормай бер юлы өс хат ала һәм шатлыҡлы минуттарҙы билдәләп ҡуя: “Бөгөн бына 16 ғинуар, сәғ. 12 (көндөҙ), йоҡлап ята инем, уятып бер юлы өс хат бирҙеләр”, – ти.
Үҙенең капитанын яҡшы яҡтан ғына телгә ала. “Ундайҙарҙы көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләһәң дә тапмаҫһың”, – тип яҙа.
1944 йылдың башында госпиталдән сыҡҡас, уны командирҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Һуңынан кесе лейтенант званиеһында, взвод командиры булараҡ, яңынан фронтҡа китә.
Нияз Әхмәҙулла улының һуңғы хаты 1944 йылдың апрель аҙағында килә. Севастополдең азат ителеүен көтәбеҙ, тип хәбәр итә ул унда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай, батырҙарса һәләк була.
Латвия ерендә туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Ғаиләләге иң бәләкәй ҡустылары Ғәзим, унда барып, ҡәберенә сәскә һалып, тыуған ерҙең тупрағын илтеп ҡайтты. Был ҡәберлектең фоторәсеме бөгөн Ураҙ мәктәбе янындағы музейҙа һаҡлана.
Нияз бабайымды беребеҙ ҙә онотмайбыҙ, йөрәк түрендә һаҡлайбыҙ.
Илдус САФИУЛЛИН.
Учалы районы,
Ураҙ ауылы.