Сараға был китапты сығарыуҙа ярҙам иткән кешеләр саҡырылды: улар араһында редколлегия ағзалары, ошо китаптағы геройҙарҙың балалары, һуғыш осоро балалары, ирекмәндәр, инвалидтар ойошмаһы ағзалары ла бар ине. Китаптың төп геройы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзиндең сығышы барыһы өсөн дә фәһемле булды. Һуғыш ветераны үҙ яҙмышы аша фронт тормошон, яу юлдарын бәйән итте, ни тиклем ҡорбандар аша еңеү яуланғанын һөйләне. Бөгөнгө хәлдәргә үҙ фекерен белдерҙе, киләсәктә ил-йорттоң тыныс булыуын теләне.
"Хәтерләйәсәкбеҙ" китабы барыбыҙҙы ла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын һәр саҡ хәтерләргә, яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙе һәм һуғыш ветерандарын онотмаҫҡа саҡыра.
Фото һәм сығанаҡ: "Читающий Баймак" сайтынан.