Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветерандарыбыҙ сафы көндән-көн һирәгәйә. Заманында “Башҡортостан” гәзитендә Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугирҙәр күп эшләгән, әммә хәҙер инде улар арабыҙҙа юҡ. Милли баҫмабыҙҙа хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан һуғыш һәм тыл ветерандары араһынан иһә 96 йәшлек Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы Нурғәлина ғына иҫән.
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөрәррире Вәдүт Исхаҡов, гәзиттең профсоюз ойошмаһы рәйесе, дәүләт һәм сәйәсәт бүлеге мөдире Рәмилә Мусина тыл һәм хеҙмәт ветераны Ғәбдиә Ғәбиҙулла ҡыҙы менән осрашып, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән быуын вәкиленә йөрәк түренән сыҡҡан йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙының тормош юлы ваҡиғаларға бай. Ул 1925 йылдың 25 октябрендә Ауырғазы районының Мостафа ауылында тыуған. 1937 йылда уларҙың ғаиләһе Ғафури районының Яңы Бурлы ауылына күсә. Ҡыҙ Иҫке Бурлы ауылында урта мәктәпте тамамлағас, 1944 йылда ошо ауылда уҡыта башлай. Һуғыштан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Йәш белгес Әбйәлил районының Ташбулат, Балапан ауылдарында һәм Баймаҡта уҡытыусы булып эшләй. Унда ул тормош иптәше Зиннур Әхмәҙи улы Нурғәлинде осрата.
1959 йылда Зиннур Нурғәлинде Өфөгә “Совет Башҡортостан” гәзитенә хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар, һөҙөмтәлә ғаилә баш ҡалала төпләнә. Ғәптиә Нурғәлина 1964 йылдан 1980 йылға тиклем “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Тормош иптәше, академик Зиннур Әхмәҙи улы менән 70 йыл бергә ғүмер кисергәндәр, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло улдары Нур – иҡтисад фәндәре кандидаты, ҡыҙҙары Люциә – филология фәндәре кандидаты, ә Илдар – инженер-оптик.
– Һуғыш йылдарында Яңы Бурлы ауылында колхозда эшләнем. Еңеү хәбәрен дә ошонда ишеттем. Был шатлыҡлы хәбәрҙе еткергәстәр, күмәкләшеп ҡосаҡлашып иланыҡ. Демонстрацияға сыҡтыҡ, ауылдың бөтә урамдарынан ҡыҙыл флаг менән үттек. Илебеҙ дошманға ҡаршы һуғышһа ла, белем учреждениеларын һаҡлап ҡалды. Мәҫәлән, 1942 йылда Иҫке Бурлы ауылында урта мәктәп асылды, балалар күп уҡыны. Мәктәптә ашау ойошторолғайны. Бер телем икмәк һәм өйрә бирҙеләр. Был ризыҡтарҙың тәмен әле лә онотмайбыҙ. Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, бына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын алдым, – тип бәйән итте Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы.
Ике сәғәткә яҡын аралашыу ваҡытында Ғәптиә Нурғәлина һуғыш ваҡытында нисек эшләүҙәре тураһында күп кенә мәғлүмәт менән уртаҡлашты. “Һыйыр егеп ер һөрҙөм. Һыйыр ята ла ҡуя, ә мин, уның эргәһенә ултырып, башын ҡосаҡлап илайым. Үҫтергән игенде тулыһынса һуғышҡа оҙата инек, үҙебеҙгә ҡалдыҡтары ҡала ине. Фронт өсөн кәбән-кәбән бесәндәр ҙә оҙаттыҡ”, – тип иҫләп алды ул.
Ғәптиә Нурғәлина 97-се йәшен ҡыуһа ла, хәтере яҡшы, зиһене теүәл, һәр ваҡиғаны йылдары менән иҫләп һөйләй. Осрашыу барышында ул ”Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө хәле менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ үҙенең кәңәштәре менән дә уртаҡлашты. Тыл һәм хеҙмәт ветераны, элекке хеҙмәттәшебеҙ Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы менән осрашыу бик йәнле үтте.
Эйе, Бөйөк Еңеү байрамы бер кемде лә битараф ҡалдырмай, сөнки уны яҡынайтыу өсөн һәр кемебеҙҙең яҡын кешеләре тос өлөш индергән, күптәр ғүмерен ҡорбан иткән. Һуғыш еле ҡағылмаған бер генә лә ғаилә юҡ илебеҙҙә. Ғәптиә Нурғәлина менән осрашыуҙан һуң олатай-өләсәйҙәрҙе һағыныу хисе тыуҙы, “Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән яугирҙәр, тыл ветерандары һәм һуғыш осоро балалары тағы ла оҙағыраҡ йәшәһен!” тип теләп хушлаштыҡ.
Фото авторҙың шәхси альбомынан.