Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Май 2022, 13:50

Тыл геройҙары ла Еңеүҙе яҡынайтҡан

Әхмәт ауылына килен булып төшкән Сәғиҙә Һағынбаева Бөрйән районының Килдеғол (Һарағы) ауылында урта хәлле ғаиләлә тыуа. Һыйыры, аты, күркәм йорто булған өсөн генә бер туған Ғәббәс ағаһын Себергә һөрәләр. Уның яҙмышы тураһында бер ни белмәйҙәр.

Сәғиҙәне димләп Әбйәлил районынан Рәхимйән Хәйруллин тигән кешегә кейәүгә бирәләр. Ире  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Еңеүҙе Берлин стенаһы янында ҡар­шылай. Яугирҙең күкрәген фронт наградалары биҙәй. Ҡаты яраланып, бер аяғын юғалтҡан һалдат тыныс көндәрҙә “Партизан” колхозын етәкләй. Ғаиләлә ике бала донъяға килә.

Әсәһенән иртә ҡалып, үгәй атай ҡулында тәрбиәләнгән ҡыҙ эшкә талымһыҙ, ныҡыш, сәмсел була. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй, бөтә ауыр эште лә башҡара. Һуғыш осоронда Бағры йылғаһы буйында һыйыр һауып, сепаратта һөтөн әйлән­дереп, ҡаймағын үгеҙ йә һыйыр егеп район үҙәгенә алып барып тапшыралар. Йәйге эҫелә ауыр бидондарҙы йылғаға төшөрөп, сепаратты ла ағым һыуҙа йыуыр була. Айыртылған һөттө ҙур ҡаҙанда йылытып, быҙауҙарға эсерә, малдарға ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә лә, утынын хәстәрләргә лә, ҡул менән игенен һирпеп сәсергә лә, утарға, йыйырға ла, өлгөрмәгәнен Ҡаран күле буйына ташып, кәбәнгә өйөргә, ҡышын молотилкала һуғырға ла тура килгән. Таш тоҙҙо ла ҡул тирмәнендә тартҡан, көн менән төн буталған үтә лә ауыр осор була. Бөтмәҫ эш араһында үҫмерҙәрҙең Һаҡмар буйында ат кәсилкәһе менән сапҡан бесәнен дә йыйып өлгөртөргә кәрәк. Сәғиҙә барыһын да аптыратып бер нисә кешенең нормаһын яңғыҙы үтәй.

Бер ваҡыт Ҡаран йылғаһы буйындағы баҫыуҙа шалҡан, хатта ҡыярына тиклем үҫтереп, һуғыш барған ерҙәргә оҙатыу бурысы ҡуйыла. Ҡыштың оҙон төндәрендә йөн иләп, фронттағыларға ойоҡ, өс бармаҡлы бирсәткәләр ҙә бәйләргә кәрәк. Ашау яғы үтә лә наҡыҫ. Үҫтергән игенде ҡырып-һепереп һуғышҡа оҙаталар, алабута орлоғон тирмәндә тартып, өйрә бешерәләр. Утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Яңауыл ауылы баҫыуҙарында башаҡ йыйырға рөхсәт ителгәс, төндә шунда юл тоталар. Бер ус бойҙай менән тотолоп, бер нисә ҡатын-ҡыҙ Белорет төрмәһендә ултырып сыға…

Тырыш ҡатындар, балаларын астан үлтермәҫ өсөн, ҡорот һыуын һарҡыта, ваҡ малдарҙың ас эсәктәренә тиклем эҫе һыуҙа бешекләп, ҡышҡылыҡҡа киптерә. Йәшел үләнгә аяҡ баҫып, ҡуян тубығы, һәр төрлө йыуа, ҡайын “ите”, әтлек, һарына, ҡуҙғалаҡ, кәзә һаҡалы, ҡымыҙлыҡ, кесерткән, бал­тырған күренһә, ҡышты сыҡтың, йәшәйһең әле тигән һүҙ. Ауылда астан шешенеп үлгәндәр, хәйер­селәр күбәйә. 90 йәшкә етеп барған Фазулла олатай, мәрхүмдәрҙе тәрбиәләп, зыяратта ерләүҙе атҡара…

Һуғыштың әсе михнәтен иңендә татып, ниһайәт, Еңеүҙе көтөп ала Сәғиҙә менән ауылдаштары. 1937 һәм 1939 йылда тыуған балалары ла ҡул араһына инерлек була.

Тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип булған ире икенсе ҡатын менән ғаилә ҡора. Ҡатын яңғыҙы ике балаһын аяҡҡа баҫтырыр өсөн аҡтыҡ көсөн йәлләмәй, ферма эшенән бушамай. Алдынғылыҡты бирмәгән уңғандың фоторәсеме маҡтау таҡтаһынан төшмәй.

Сәғиҙә инәйҙең һандыҡ төбөндә ҡәҙерләп аҡ яулыҡҡа төрөп һаҡланған миҙалдарының, хеҙмәт ярыштары еңеүсеһе исемен яулағаны тураһындағы маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-һаны юҡ. Һуғыш осоронда ал-ял белмәй эшләүе 1947 йылда “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән баһалана. 17 ауылдашы менән бергә уның да исем-шәрифе “Тыл геройы” китабына индерелә.

Совнарком тарафынан 1937 йылда булдырылып, һуғыш башланғас туҡтатылырға мәжбүр булған, 1954 йылда ғына ҡайтанан тергеҙелгән Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә Әбйәлил районынан тәүгеләрҙән булып Сәғиҙә Хәйрулла ҡыҙы саҡырыу ала. Мәскәүгә уның менән Борисовка ауылынан һарыҡ ҡараусы йәш ир ҙә бара. Милли кейемдәге алдынғы һауынсыны бригадир ат егеп район үҙәгенә илтеп ҡуя. Өфөлә райондан килгәндәрҙе йыйып, самолетта Мәскәүгә оҙаталар. Уларҙың күкрәгенә ВСВХ-тың наградаһын ҡаҙайҙар. Райондан юлдашы булған рус егете яҡташы Сәғиҙә апайҙы Мавзолейға алып бара, баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап алып йөрөй. Рус телендә йүнләп аралаша белмәгән делегаттар бындай ҡәҙер-хөрмәт­тән мәхрүм ҡала.

Дәүләт ябай башҡорт ҡаты­нының биш йыллыҡтарҙағы на­мыҫлы хеҙмәтен миҙалдар менән баһалай. 1957 йылда уны “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр.

Ауыр тормош юлы үтһә лә, теремеклеген юғалтмаған, бар яҡтан да өлгө булырлыҡ, саҡматаш кеүек ныҡлы, сыҙам инәй 75 йәшендә лә колхоз өмәләренә сыға, йәштәр­ҙән ҡалышмай. Ике балаһынан тыуған алты ейәнсәре, биш ейәне юғары белем алып, Рәсәйҙең төрлө тарафтарына таралған.

Хәҙер инде балалары уның наградаларын, милли кейемен ҡәҙерләп һаҡлай. Сәғиҙә инәй үткән ғүмер юлы – уларға баһалап бөткөһөҙ мираҫ.

 

Зөһрә БӘШӘРОВА.

Әбйәлил районы,

Теләш ауылы.

Читайте нас: