

Рауил Бәҙретдин улы Байрамғолов – совет осоронда ауыл хужалығын күтәреүгә, илебеҙ ҡаҙнаһын байытыуға үҙенең тос өлөшөн индергән, ябай көтөүсенән алып дәүләт органдары хеҙмәткәренә тиклем күтәрелеп, намыҫлы эш башҡарған, илебеҙ һағында торған кешеләрҙең береһе. Ундайҙар хаҡында хәҙер “үткән быуын” кешеһе тибеҙ. Фәҡәт шул осор кешеләре иңенә төшә һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, колхоз-совхоздарҙы тергеҙеү, илебеҙҙе көрсөктән сығарыу. Тап шул быуын кешеһе бөтә көсөн, бар халәтен һалып үҙ-үҙен аямай тырышып эшләне, башҡарған һәр бурысына үтә лә талапсан һәм яуаплы ҡараны. Бына шундайҙарҙан Баймаҡ ҡалаһында ғүмер иткән Рауил Бәҙретдин улы Байрамғолов.
Күгәреп ятҡан Ирәндек тауына терәлеп урынлашҡан Мерәҫ – уның тыуған ауылы. Бәхетлеләр йәшәй был төбәктә, тип уйлап ҡуяһың, сөнки шундағы уйпатта ғына ике күл ялтырап ята: ауыл эргәһендә Граф күле бар, йәй һайын балалар унда рәхәтләнеп һыу инә. Республика кимәлендә уҙғарылған төрлө саралар, шулай уҡ район һабантуйҙары ла ошонда үтә.
Ирәндек түбәнендә мәрмәрҙәй ялтырап ятҡан Талҡаҫ күле үҙенең шифалы һыуы менән тирә-яҡта дан тота. Ә Ғәҙелша шарлауығы ни тора! Ауыл малайҙары йәй һайын йәйәүләп шунда йөрөй. Ғөмүмән, иҫ киткес матур ауыл ул Мерәҫ. Урамынан ғына Ирәндек башынан ағып төшкән тау һыуҙары ағып ята, хайран ҡалырлыҡ.
Әммә һуғыш дәүерендә донъяға килгән Рауил Байрамғоловтың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ул 1942 йылда күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Ауыр һуғыш йылдары, тирә-яҡта аслыҡ, яланғаслыҡ... Йәйәүләп шарлауыҡты барып күреү түгел, яҡында ятҡан Талҡаҫты ла күрмәй улар. Балалыҡтан сығыр-сыҡмаҫтан колхоз эшенә тотоналар. Ул осор балалары бәләкәйҙән тырыш, эшкә әрһеҙ булып үҫә. Өлкәндәргә эйәреп, ҡул араһына инәләр. Һигеҙ йәшлек малай йәйге каникулда “Нивил” колхозында эшләй башлай. Ауыл мәктәбендә ул осорҙа бөтәһе бер уҡытыусы, 11 уҡыусы уҡый. III класты тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә белем алыуын дауам итә, йөрөп уҡыйҙар. Отҡор малай уҡыуҙа ла һынатмай, үҙенә кәрәккән төрлө һөнәр менән ҡыҙыҡһына, фотоға төшөрөү, ағастан төрлө әйберҙәр эшләү менән мауыға.
1958 йылда яҡшы уҡығаны өсөн, шулай уҡ йәйге каникулда колхозға ярҙам иткәнен иҫәпкә алып, колхоз етәкселеге уға фотоаппарат бүләк итә. Нәҡ ошо фотоаппарат уның хыялын тормошҡа ашыра һәм үҫмер егеттең киләсәгенә юл һала. Һәләтле егет һәр ваҡиғаны фотоға төшөрөп бара һәм район гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһенә әүерелә.
Мәктәпте тамамлағас, Рауил Бәҙретдин улы колхозда мал ҡараусы булып хеҙмәт юлын башлай. Белоруссияның Гомель ҡалаһында оло намыҫ менән ил алдындағы бурысын үтәй. 1965 йылда старшина булып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм колхозда хеҙмәт юлын дауам итә.
Ҡайһы ваҡыт тормошта көтөлмәгән боролоштар була. Һинең бәхетле йә иһә бәхетһеҙ булыуың, уңышҡа өлгәшеүең йә өлгәшмәүең эргәңдәге кешеләрҙән тора, шундай саҡта яныңда ыңғай кешеләрҙең булыуы мөһим. Ошондай мәлдә йәш егет янында колхоздың баш зоотехнигы Рәшит Яҡшыбаев була, уның кәңәше менән Рауил Бәҙретдин улы ситтән тороп ауыл хужалығы институтына уҡырға инә.
Бер үк ваҡытта ул “Октябрь байрағы” гәзитенең әүҙем фотохәбәрсеһе булып йөрөй, тиҙҙән уны редакцияға эшкә саҡыралар. Ошо мәлдә ул үҙенең буласаҡ кәләшен осрата, фотоға төшөрөү маҡсатында ул райондың бер ауылына уҡытырға ебәрелгән ҡыҙҙы барып таба. Күп тә үтмәй, ул йәш уҡытыусы менән ғаилә ҡороп ебәрә.
Институтта ситтән тороп уҡыуын дауам итә. Өсөнсө курстан һуң уны практика үтергә Урал аръяғының мал һимертеү совхозына ебәрәләр, аҙаҡтан ул ошонда йәш белгес булараҡ эшен дауам итә. Илдә ауыл хужалығы продукттарын – иген, ит, һөт, йәшелсә, йомортҡа, һарыҡ йөнө һәм тиреләренә, шулай уҡ башҡа төр ризыҡтарҙы һатыуға һәм һатып алыуға көндән-көн яңы талаптар ҡуйыла. 1973 йылда яңы – “Әҙерләүҙәр министрлығы” барлыҡҡа килә. Яңы талаптар буйынса, мәҫәлән, һөттө һыуытып ҡына тапшырырға кәрәк була, уның хаҡы сифатына ҡарап билдәләнә. Ул ваҡытта райондағы 46 һөтсөлөк фермаһының ни бары 12-һе дәүләт стандартына әҙер булып сыға. Бына нисек булған ул осорҙағы талаптар! Был һандарҙы һаман да хәтерендә һаҡлай Рауил Бәҙретдин улы, сөнки ул шул йылдарҙа халыҡ контроле үҙәгенең даими ағзаһы була.
Ошо вазифала 22 йыл эшләү дәүерендә ул Рига, Ставрополь ҡалаларында дәүләт инспекторҙарын әҙерләү институтында курстарҙа уҡый. 1995 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Иҫәп-хисап палатаһының Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы буйынса дәүләт инспекторы вазифаһын башҡара. Дәүләт органдарында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Рауил Бәҙретдин улына БАССР-ҙың Министрҙар Советы, республиканың “Контроль-иҫәп палатаһына – 25 йыл” юбилей миҙалына, “Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн” һәм башҡа төр почет грамоталарына лайыҡ була. Хеҙмәт ветераны Рауил Байрамғолов үҙенең 41 йыл ғүмерен эшкә бағышлай.
Эргәһендә уны һәр ваҡыт ҡанатландырған, илһам биргән тормош иптәше Гөлсара Искәндәр ҡыҙы була. Бер-береһен тәү ҡараштан аңлап, иңде иңгә терәп, 54 йыл бергә ғүмер итә улар. Улдары Рәмил һәм килендәре Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы районда крәҫтиән (фермер) хужалығын тота, Урал аръяғы халҡын тауыҡ себештәре, ҡаҙ бәпкәләре, ҡош ите менән тәьмин итә. Ҡыҙҙары Гөлфирә лә тормошта үҙ урынын таба. Ул Сибай институтында уҡыта, биология фәндәре докторы, профессор. Тормош иптәше Рәшит Рәфил улы менән матур ғаилә ҡорғандар.
Һуғыш балаһы Рауил Байрамғолов бар ауырлыҡтарҙы ла үҙ иңендә татый. “Хеҙмәт кешене биҙәй”, ти ул. Эйе, бары тик үҙенең тырыш хеҙмәте, талапсанлығы, ныҡышмалылығы менән ул бөгөнгө һәйбәт тормошто яуланы. Бөтә булмышы менән һәйбәт йәшәргә ынтылды һәм быға өлгәште лә! Ә бит тормош бик ҡаты хөкөмсө: тормош упҡынына эләгеп, финишҡа килеп етмәгәндәр ҙә йә иһә, ауырлыҡтарға бирешеп, тайып йығылғандар ҙа бар. Әммә Рауил Бәҙретдин улы һигеҙ тиҫтәне барлағанда ла матур кеше булып ҡала, башҡаларға өлгө булып тора.
Бала саҡтан эшләп өйрәнгән хеҙмәт ветераны һәр ваҡыт хәрәкәттә. Ҡала ерендә йәшәһә лә, үҙенең йортонда уның бәләкәй хужалығы бар, йәй булһа, рәхәтләнеп мал-тыуарына бесән әҙерләй. Бының өсөн уның бесән сапҡысы ла, ташырға техникаһы ла бар. Баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр. Йәйгеһен хәләл ефете менән бергәләп ҡунаҡҡа йөрөй торған машинаһына ултырып тыуған ауылына, Талҡаҫ күленә, бала сағында ҡыҙырып туймаған гүзәл тәбиғәт ҡосағына ял итергә баралар. Ошондай бәхетле тормошҡа ул ғүмере буйына ынтылды. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр. Бөгөнгө етеш тормошо, ғаиләһенең, балаларының бәхетле тормошо – барыһы ла Рауил Бәҙретдин улының тырышлығы, ныҡышмаллығы, фиҙакәр хеҙмәт емеше.
Әйткәндәй, ул – “Башҡортостан” гәзитенең тоғро уҡыусыһы. Байрамғоловтар ғаиләһе республикабыҙҙың төп баҫмаһын 52 йыл дауамында өҙлөкһөҙ алдыра.
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА.
Баймаҡ районы.