Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Май 2022, 10:28

Батырҙың исеме мәңгелек

Сафа Хәсәновтың исеме мәңгеләштерелә.

Йыл башында Стәрлебаш районының Йәлембәт ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Советтар Союзы Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Сафа Хәсәновтың иҫтәлеген тергеҙеүгә арналған сараларҙы ойоштороу, урындағы башҡорттар ҡоролтайының эшмәкәрлеге менән танышыу йәһәтенән йәмәғәтселәр, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар менән осрашыу үткәргәйне.

Сара Йәлембәт ауылының мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Тәүҙә ҡунаҡтар Сафа Хәсәновтың ҡәбе­ренә сәскә һалды. Стәрлебаш ере­нең данлы улы 1973 йылда район етәкселеге ҡарары менән ауыл паркында ерләнгән, 1976 йылда Сафа Хәсәнов иҫтәлегенә бюст асҡандар, тағы бер нисә йылдан ошо урында Бөйөк Ватан һуғы­шында ҡатнашыусылар хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған. Был мемориаль композиция ауылдың йөҙөн билдә­ләгән әһәмиәтле урын булып тора.

1942 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлаған һәм 112-се (һуңыраҡ 16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының минометсылар взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты Сафа Хә­сәнов 1916 йылдың 26 июнендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙендәге Өмөтбай ауылында тыуған. Был ауыл хәҙерге Стәрлебаш районы биләмәһендә Йәлембәттән өс саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан.

Һуғыш яланынан ҡайтҡан Сафа Хужам улы колхозда эшләгән, уға етәкселек иткән. Ҡатыны менән алты бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ауылдаштары уны бик ипле, итәғәтле, ғәҙел булмышлы кеше тип хәтерләй, һаман йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.

Сараға Сафа Хәсәновтың ҡыҙ­ҙары Зилә, Зифа, улы Айрат та килгәйне. Әйткәндәй, Айрат Сафа улы тыуған ауылы Өмөт­байҙа төпләнгән, тиҫтә йылдан ашыу Һарайҫа ауыл хакимиәте рәйесе булып эшләгән.

Ҡунаҡтарҙы Стәрлебаш еренә алып килгән төп сәбәп тә билдә­лән­де: былтыр ноябрҙә Башҡорт­остандан бер төркөм уҡытыусы, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы вәкилдәре Луганск Респуб­ликаһына барып, данлыҡлы 112-се дивизия эҙҙәренән үткәйне. Унда башҡорт батырҙары иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар, бер мәктәп генерал Шайморатов исемен йөрө­тә. Сафа Хәсәнов исемендәге урам бар, Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы тәҡдиме менән уның исе­мен шулай уҡ урындағы бер мәк­тәпкә бирергә ниәтләйҙәр. Ошо йә­һәттән башҡорт батырының данын тыуған ерендә лә мәңге­ләш­тереү мәсьәләһе күтәрелде һәм Йәлем­бәт ауылы мәктәбенә лә уның исемен бирергә тәҡдим ителде.

Былтырҙан бында урындағы мәктәп һәм балалар баҡсаһы бер мәғариф учреждениеһы итеп берләштерелгән, баҡсаға 27 бала йөрөй, мәктәптә 80 уҡыусы белем ала. Мәктәп коллективы тәҡдимде хуплап ҡаршы алды. Был яңылыҡ Сафа Хәсәновтың балаларын да бик шатландырҙы. Әйтергә кәрәк, улар – бик булдыҡлы кешеләр, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәйҙәр. Бөгөн иһә башҡорт батырының балаларының иҫтәлектәре менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ.

Сафа Хәсәновтың улы Айрат Стәрлетамаҡта ауыл хужалығы техникумын тамамлаған.  Унан тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән һәм ғүмер буйы ошонда йәшәй. Тиҫтә йылдан ашыу Һарайҫа ауыл Советы башлығы булып эшләгән. Ҡатыны Фәниә Закир ҡыҙы менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән, алты ейән-ейәнсәре бар.

Советтар Союзы Геройының ҡыҙҙары Зифа менән Зилә иһә Стәрлетамаҡта төпләнгән. Зилә Сафа ҡыҙы Сәғиҙуллина әйте­үенсә, ул ун класс тамамлағас, ошо ҡалалағы заводҡа урын­лашҡан һәм ғүмер буйы бер урында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ике ҡыҙы, биш ейән-ейәнсәре бар.

Зифа Ҡыҙрасова ла – бәхетле әсәй: ире Рауил менән ике ҡыҙ үҫтергәндәр, дүрт ейән-ейәнсәр­ҙәре бар. Булмышы менән тынғы­һыҙ, уңған ҡатын ҡасандыр сауҙа колледжын тамамлаған һәм 2006 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөл­ләнә. Тыуған яғында – Стәрлебаш районында магазиндары эшләй. Зифа ханымды ауылдаштары даими матди ярҙам күрһәткән изге күңелле кеше тип тә белә, сөнки урындағы бер генә мөһим сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.

“Бөгөн атайыбыҙ менән әсә­йебеҙҙең алты балаһының дүртәү­һе иҫән. Тағы бер ағайыбыҙ Салауат әлеге ваҡытта Екатеринбург ҡалаһында йәшәй, ул 1946 йылғы. Юғары белемле инженер-энергетик, “Рәсәйҙең почетлы энергетигы” тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Ҡатыны Гөлфиә менән ике бала үҫтерҙеләр, бер ейәндәре бар.

Атайым 11 бала тәрбиәләнгән ҙур ғаиләлә тыуған. Шул тиклем бала араһынан яңғыҙы ғына иҫән ҡалған: төрлө сирҙәр, аслыҡ-яланғаслыҡ касафаты был.

Әсәйебеҙ Мәрғизә Хөсәйен ҡыҙы менән 1937 йылда өйләнешкәндәр. Ул 1919 йылғы ине. 1938 йылда атайыбыҙҙы армияға алалар. Шул уҡ йылда өлкән ағайыбыҙ Барый тыуған. 1941 йылдың февралендә атайыбыҙ армиянан ҡайтҡан, ә ноябрҙә фронтҡа киткән. 1942 йылда иһә Клара апайыбыҙ донъяға килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәһшәтле һуғыш осорондағы юғалтыуҙар беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәгән: ошо ике бала ангинанан вафат булған.

Атайыбыҙ Герой исеменә лайыҡ булғас, уны һуғыш осоронда ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа тыуған яғына ҡайтаралар, шулай уҡ 1945 йылда ла йәнә бер ҡайтып китә. Ә һуғыштан бөтөнләйгә 1946 йылда ғына ҡайтҡан, шул уҡ йылда – Салауат ағайыбыҙ, 1948 йылда Марат ағайыбыҙ тыуған. Ул медицина тармағын һайланы, ғүмере буйы баш табип булып эшләне.

Һөйләүҙәренсә, 1945 йылда атайыбыҙ Ленинградҡа, хәрби академияға уҡырға ингән. Әсәйемә иһә, күсенергә әҙер тор, тип хәбәр иткән. Был хәбәрҙе әсәйебеҙ борсолоп та, көйөп тә ҡабул иткән, сөнки һуғыш осорондағы аслыҡ-яланғаслыҡ, етешһеҙлек бөтәһенең дә үҙәгенә үткән. Сит-ят ерҙә нисек төпләнеп китербеҙ, нисек йәшәр­беҙ, тип борсолғандыр инде. Әммә бер йылдан һуң атайыбыҙ кире ҡайтырға мәжбүр булған, сөнки һуғышта кисергән ваҡиғаларға бәйле һаулығы ҡаҡшауы үҙен ныҡ һиҙҙерткән, туҡтауһыҙ башы ауырта башлаған. Әгәр яралары һыҙла­маһа, сәләмәтлеге етеп, уҡып бөт­кән булһа, һис шикһеҙ, ҙур кеше бу­лып китер ине, сөнки уның бе­лемгә ынтылышы көслө булғанын беләбеҙ.

Ауылға ҡайтҡас, атайыбыҙ колхоз рәйесе булып эшләне. Бик ғәҙел, кешелекле, кеселекле етәксе ине ул. Йортобоҙҙан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Кемдер эш буйынса, кемдер тормоштағы төрлө хәл-әхүәлгә ҡағылышлы кәңәш һорарға, документтар юллау хаҡында белешергә һәм башҡа күп төрлө сәбәп арҡаһында килде. Хатта күрше райондан райпо машинаһы, трактор водителдәре беҙҙә туҡтап, ҡунып китте.

Бының ниндәйҙер ауырлыҡ тыуҙырғанын йә иһә атайыбыҙ менән әсәйебеҙҙең ризаһыҙлыҡ күрһәткәнен бер ваҡытта ла тойманыҡ: беҙҙең өсөн шулай булырға тейеш кеүек ине, шуға ла бала саҡтан төрлө кеше менән аралашып, үҙ-ара ярҙамлашып йәшәргә өйрәндек. Әсәйебеҙҙең дә сабыр һәм бик уңған, хужалыҡсан ҡатын булғанын билдәләге килә. Йортобоҙҙо һәр саҡ бөхтә, таҙа тотто, өҫтәлдә лә гел ризыҡ булыр ине. Беҙҙе бәләкәйҙән эшкә өйрәттеләр, талапсан булдылар.

Атайыбыҙ, ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, күңел йылылығын һаҡлай алды, беҙгә ҡарата наҙлы булды, бер ҡасан да ҡысҡырманы, тауыш күтәрмәне. Уны ауылда, районда бик хөрмәт иттеләр – ошо үҙенсәлекте күреп-тойоп үҫтек һәм үҙ сиратында ошо ғәмәл дә беҙҙе ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәләгәндер. “Атайың белеп ҡалмаһын”, “Атайыңдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтереп ҡуйма”, “Атай абруйына тап төшөрмә” тигәнерәк һүҙҙәр беҙҙе ғүмер буйы оҙатып йөрөнө һәм йүнәлеш бирҙе.

Атайыбыҙ, эше яуаплы булыуға ҡарамаҫтан, балалары менән дә­рес әҙерләргә лә, бергәләшеп домино, шахмат, шашка уйнарға ла ваҡыт тапты. Тик кәрт уйнағанды ғына яратманы, гел тыя килде. Унан тыш, бик матур, моңло итеп йырлай ҙа ине – шул да хәтерҙә ҡалған.

Атай һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. “Берәй ваҡиғаны хәтере­ңә төшөр әле”, – тиһәк, ул өндәш­мәүҙе хуп күрер ине. Әммә осра­шыуҙарға барһа, балалар, үҫмер­ҙәр араһында асылып китеп, иҫтә­лектәре менән уртаҡлаша торғай­ны. Бигерәк тә Днепр эргәһендә оборона тотҡандарын хәтерләһә, түҙмәйенсә, илар ине. “Ярҙам кил­гәнгә ҡәҙәр йылғаны оборонала тоторға” тигән бойороҡ алдым. Днепр­ҙы кискәнде немецтар һиҙеп ҡалды һәм утҡа тотто. Һыу ҡып-ҡыҙылға әйләнде”, – тигәндәре иҫтә ҡалған.

Унан тыш, атайыбыҙ көндәлек алып барған. Электән яҙғанмы икән: уның тәүге биттәрендәге яҙмалар ғәрәп телендә. Һуғыш ваҡытында көнләп яҙған, хронология буйынса. Беҙҙә һаҡланған дәфтәр иһә был көндәлектең төп нөсхәһе түгел – уны атайым үҙ ҡулы менән күсереп яҙған. Әсәйебеҙ беҙгә ошо тарихты бәйән итте: ҡаты алыштар ваҡытында, дошман ҡамауына эләгеп, атайыбыҙҙың взводы бер нисә тәүлек Белоруссия һаҙлыҡтарында ятҡан. Шунда ул үпкәһенә бик ҡаты һалҡын тейҙергән. Был сир артабан атайыбыҙҙың сәләмәтлеген үтә ныҡ ҡаҡшатты. Уның Өфөгә барыуы, әммә  операция эшләтеүҙән баш тартыуы ла мәғлүм.

Атайыбыҙ – Советтар Союзы Геройы Сафа Хужам улы Хәсәнов 1973 йылдың 23 сентябрендә вафат булды. Был көн бик һалҡын булды: ҡар ҡатыш ямғыр яуып торҙо. Беҙҙең Ҡалмаҡта (Өмөтбайҙың икенсе атамаһы – авт.) ҡалҡыуыраҡ урында Көмөшбикә ташы тигән урын бар. Ул – беҙҙең яҡтың иҫтәлекле төбәге, хатта символы һымаҡ. Атайым вафатына тиклем бер нисә тапҡыр әйткәне булды: “Әгәр мине ошо ҡалҡыулыҡҡа ерләһәгеҙ, тирә-яҡты ҡарап ятыр инем”.  Әсәйем, күрәһең, уның теләген еткергәндер, әммә риза булманылар. Һөҙөмтәлә, яҡыныбыҙҙы Йәлембәттәге паркта ерләнеләр. 1976 йылда бюст ҡуйылды. Йылдан-йыл уның эргә-тирәһе күркәмләнә барҙы. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл һәм мәңгелек ут барлыҡҡа килде. Эйе, заманында был иҫ киткес күркәм, ауылға йәм һәм йән өрөп торған урын ине, унда бик күп ағастар ултыртыл­ғайны. Әммә быуат аҙағындағы үҙгәрештәр беҙҙең ауылды ла урап үтмәне – колхоз тарҡалғас, ауыл­дағы инфраструктура юғалды, 2007 йылда парктағы тирәктәрҙе киҫеп бөтөрҙөләр. Әлеге ваҡытта был биләмә кәртәләп алынған, тәртиптә тотола, комплекс янында төрлө саралар уҙғарыла.

9 Май – Еңеү байрамы беҙҙең өсөн һәр саҡ иң ҙур, иң мөһим байрам булып ҡала. Атайыбыҙ өсөн дә ифрат әһәмиәтле – ҡайғылы ла, шатлыҡлы ла көн ине ул.

2016 йылда атайыбыҙҙың 100 йыллығын билдәләнек. Район кимәлендә үткән күркәм сара булды ул. 2017 йылда урындағы мәктәптә Сафа Хәсәнов иҫтәлегенә таҡтаташ астылар. Митинг булды, яҡташтарыбыҙ атайыбыҙҙың батырлыҡтарын һәм тыныс тормоштағы фиҙакәр хеҙмәтен хәтергә алды, уның рухын яңыртты.

Әсәйебеҙ 85 йәшкә тиклем йәшәне. Әлеге ваҡытта Өмөтбайҙағы төп йортобоҙ буш тора. Айрат ағайыбыҙ уның эргәһендә генә йәшәй, ҡарап, тәртиптә тота. Беҙҙең ошо йортта ҡәҙерле атайыбыҙ, Советтар Союзы Геройы, арҙаҡлы башҡорт батыры Сафа Хәсәновтың музейын асырға тигән изге ниәтебеҙ бар”, – тип барланы иҫтәлектәрен Сафа Хәсәновтың балалары.

Уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләй­беҙ һәм уй-ниәттәре тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Сафа Хәсәновтың балалары (һулдан уңға):  Зифа Ҡыҙрасова, Айрат Хәсәнов, Зилә Сәғиҙуллина.
Зилә Сәғиҙуллинаның ейәне олатаһына бағышланған йырҙы башҡара.
Сафа Хәсәновтың балалары (һулдан уңға): Зифа Ҡыҙрасова, Айрат Хәсәнов, Зилә Сәғиҙуллина.
Читайте нас: