Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Май 2022, 11:04

“Был тупраҡта бер саҡ мин тыуғанмын, Шул тупраҡҡа кире ҡайтырмын”

Хәниф Кәрим 1910 йылдың 25 июлендә Башҡортостандың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. 1929 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә килеп, “Йәш коммунар” гәзитенә яуаплы секретарь булып эшкә урынлаша. 1932–1934 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

Х. Кәримдең тәүге шиғыры 1930 йылда «Башҡортостан» гәзитендә баҫыла. “Һаҡсы йыры” тигән беренсе йыйынтығы 1934 йылда донъя күрә. Шағир 1936 йылда сыҡҡан китабын “Тантана” тип атай. 1936 йылда СССР Яҙыусылар союзына инә. 1937 йылда “Октябрь” (“Ағиҙел”) журналына мөхәррир итеп тәғәйенләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Хәниф Кәрим үҙе теләп фронтҡа китә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942), миҙалдар менән бүләкләнә.

Шағирҙың таланты һуғыш йылдарында нығыраҡ асыла. Уның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”, “Атака алдынан”, “Ржев урманы”, “Мин тормошто һөйәм”, “Һуғыш юлдары буйлап” тигән шиғырҙары башҡорт поэзияһының яу йылдарындағы матур өлгөләрен тәшкил итә. Фронт гәзите хәбәрсеһе булараҡ, проза жанрында ла уңышлы эшләй.

Хәниф Кәримдең шиғриәтенә һөйләү тарихы, образдар киңлеге, лириканың публицистика, ораторлыҡ интонацияһы менән бергә үрелеүе хас. Шағир тәржемә өлкәһендә лә уңыштарға өлгәшә: Пушкин, Лермонтов, Мицкевич, Шевченко, Маяковский һәм башҡа билдәле рус әҙиптәренең шиғырҙарын башҡорт теленә ауҙара.

1946 – 1959 йылдарҙа Хәниф Кәрим Башҡортостан Яҙыусылар союзының яуаплы секретары вазифаһын башҡара. Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1980) ордендары менән бүләкләнә, “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Хәниф Кәрим 1983 йылдың 26 авгусында баҡыйлыҡҡа күсә.

Республикама

 

Республикам!

Минең тыуған йортом

Һәм тирбәлгән йылы бишегем.

Һинең аша сыҡтым кешелеккә

Һәм тормоштоң астым ишеген.

Һиндә үтте ҡыҫҡа йәшлегемдең

Һуңлап сәскәләнгән көндәре,

Йөрәгемә мәңгелеккә һеңде

Халҡым һуҙған моң һәм көйҙәре.

Киткән саҡта

Семтем тупрағыңды

Тегеп, бетеү итеп таҡманым,

Ләкин шиңмәҫ гүзәл һүрәтеңде

Изге хазиналай һаҡланым.

Бер секундҡа ғына

күҙ йомһам да,

Алға баҫа урман, ҡырҙарың,

Көмөшләнеп аҡҡан саф Иҙелең,

Мүкле ҡая, текә ярҙарың...

Күҙ алдына баҫа йән дуҫтарым,

Миңә ҡанат биргән мәктәбең;

Күрәм яҡты залдар, баҡсаларың,

Тәү ҡат китап алған кәштәне...

Күҙ алдыма баҫа әсәй ҡарсыҡ,

Тыуған йортом сыға томандан, –

Былар бары ла бөйөк Ватанымдың

Бер валсығы лаһа, туғандар!

Республикам!

Һәр йотом һыу өсөн

Мин бурыслы һинең алдыңда.

Мин – ҡораллы улың,

Мин – һинеке,

Һинең ҡаның минең ҡанымда.

Республикам!

Алыҫ ерҙәрҙә лә

Һиҙәм һинең тупраҡ еҫеңде,

Һәм төшөмдә, ғашиҡ егет һымаҡ,

Ҡабатлайым һинең исемде.

Бер секундҡа ғына

Күҙ йомһам да,

Алға баҫа урман, ҡырҙарың...

Һағыныуым – минең мөхәббәтем,

Һәм тауышым – минең йырҙарым.

Эй, тыуған ер...

 

Эй, тыуған ер, күпме һөйҙөм һине,

Ыҙаларың күпме татыным,

Күҙ йәштәрен түгеп боҙло юлға,

Аҙмы ишектәрҙе шаҡыным,

Аҙмы йөрәктәрҙе шаҡыным…

Мөхәббәтем мәңге ҡалмаҫ, беләм,

Мин үҙем дә түгел үлмәҫ зат, –

Ә тик һинең өсөн бер ғүмерҙә

Мин үлергә әҙер мең ҡабат.

Был тупраҡта бер саҡ мин тыуғанмын,

Шул тупраҡҡа кире ҡайтырмын.

Көҙөн япраҡ булып ҡойолормон,

Яҙын сәскә булып атырмын…

 

Йырҙың тыуыуы

 

Был йыр тыуҙы ут эсендә,

Ҡанға батып тыуҙы йыр.

Яҙғы күкрәүҙән дә ҡаты

Тетрәгәндә урман, ҡыр.

 

Тыуҙы һуғыш майҙанында

Дошман яуын ҡырғанда,

Пушкаларҙың көбәктәре

Көн-төн янып торғанда.

 

Ҡорос утта сыныға. Һин

Ҡорос кеүек бул, йырым.

Һин – һаҡсының йән юлдашы,

Ҡайнар хистән ул, йырым!

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА әҙерләне.

Читайте нас в