Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты хеҙмәткәрҙәре ”Һеҙҙең Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә” тигән саҡырыу аҫтында уҡыу йортоноң музейында булды һәм яу ҡырында ятып ҡалған ватандаштарыбыҙҙы хәтергә төшөрҙө.
Әйтергә кәрәк, институт музейында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы айырым урынды биләй. Бында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы һәм шанлы яу юлына, уның командиры - генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арнап бай стенд булдырылған. Ошонда уҡ дивизияның Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған яҡташтарҙың исемлеге бирелгән һәм фотоһүрәттәре ҡуйылған.
Ватан һуғышы темаһын ”Сибай һәм Урал аръяғы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тигән бай эстәлекле стенд тулыландыра. Унда төбәктәге яугирҙәр хаҡында тулы мәғлүмәт менән танышырға мөмкин, ҡайһыларының шәхси әйберҙәре лә урын алған. Иң ҡәҙерле һәм иҫтәлекле экспонаттар араһында һуғыш йылдарында баҫылып сыҡҡан гәзит, фронт яланынан килгән өсмөйөшлө хаттар һаҡлана. Уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре яу яланынан килгән өсмөйөшлө хаттар менән танышты, уларҙы институттың китапхана һәм музей етәксеһе Рәүилә Хәсәнова оҙатып йөрөнө.
Уҡыу йортондағы музейҙа шулай уҡ студенттар ҙа йыш була, музей һәр саҡ яңы экспонаттар менән тулылана.
Фото: Рәүилә Хәсәнова.