Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Май 2022, 17:30

Республика Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнә

Район һәм ҡалаларҙа байрам саралары үтә

Республика Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнә
Республика Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнә

Бөгөн республика буйынса байрам алды саралары үтте. Мәҫәлән, Архангел районы “Хәтер тупрағы” акцияһын ҡаршы алды. Архангел ауылындағы Еңеү паркына халыҡ эркелешеп килде, митинг үтте, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен бер минут тын ҡалып хәтергә төшөрҙөләр, һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Һалдат каскаһына хәтер тупрағын һалыу Афған һуғышында ҡатнашҡан Фирғәт Шәрәфетдиновҡа ышанып тапшырылды.

Архангел районы Бөйөк Еңеү байрамын яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән: 9 415 кеше фронтҡа алынған, шуларҙың 4 500-ө һуғыш яланында ятып ҡалған. Дүрт кеше Советтар Союзы Геройы исемен алған, 5 351 кеше “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов иһә үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Көсөк ауылындағы тулҡынландырғыс ваҡиға тураһында яҙа. 77 йылдан һуң бында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡунаҡбаев Фәтхулла Нух улының балаларына ваҡытында тапшырылмаған Ҡыҙыл Йондоҙ орденын тапшырыу тантанаһы үткән.
Наградалар ҡағыҙында киткән хата арҡаһында орден адресатын таба алмай, яңлышып йөрөгән. Ветеран 1995 йылда беҙҙең аранан киткән. Ә уның батырлығы һаман үҙен хәтерләтә. Приказда ошондай һүҙҙәр бар: “Ҡунаҡбаев пулемет уты менән рота килеп еткәнсе бейеклекте тотоп тора, дошманды яҡынлатмай. Алға үткән мәлдә дошмандың һалдаттарын юҡ итә”.

Баҡалы районының Иҫке Әзмей ауылында “Үлемһеҙ полк” акцияһы бик йәнле үткән. Мәктәп балалары урам буйлап үткән, һуңынан тантаналы сара обелиск эргәһендә митинг менән тамамланған.  

Балтас районында Бөйөк Еңеүгә бағышланған “Ағиҙел” тип исемләнгән эстетик гимнастика буйынса беренсе асыҡ турнир үтте. Сараны район хакимиәте башлығы Илгиз Сөбөшев, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Шәрипов тантаналы рәүештә астылар.

Турнирҙа илдең төрлө төбәгенән 36 команда ҡатнашты. Өфө, Мәләүез, Борай, Балтас, күршеләребеҙҙән Ижау ҡалаһы командаһы ярышты.

Был көндө спортҡа балтастар ғына түгел, республиканың күпселек райондары өҫтөнлөк бирҙе. Асҡын, Тәтешле, Бишбүләк, Шаран, Дәүләкән, Нуриман, Миәкә, Дүртөйлө, Ейәнсура, Мәләүез, Туймазы, Учалы райондарында еңел атлетика, мини-футбол, волейбол буйынса ярыштар уҙҙы.

 

Фотолар республиканың район һәм ҡала хакимиәттәре сайттарынан алынды.

Республика Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнә
Республика Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнә
Республика Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнә
Республика Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: