Йылдар үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы һирәгәйә бара. Ҡасандыр һәр ҡала һәм ауылда тиерлек миҙалдарын сыңлатып, кәүҙәләрен тура тотоп, йөҙҙәренән ғорурлыҡ балҡыған яугир инәй-олатайҙар үтә ине. Бөгөн иһә уларҙы табыу еңелдән түгел, сөнки тотош дәүер шаһиттары көндән-көн кәмей.
Сибай ҡалаһында оҙаҡ йылдар “Фронтташ әхирәттәр” клубы эшләп килде. Ул үҙ сафына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ ветеранды туплаһа, бөгөн уларҙан ни бары ике кеше иҫән. Шуларҙың береһе – 10 майҙа үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйынған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ольга Неретина.
“Был михнәттәрҙе бер кемгә лә күрергә яҙмаһын...”
Ольга Никитична 19 йәшендә генә һуғыш ғәрәсәтенә барып ингән. Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең Яңы Михайловка ҡасабаһында тыуған. 1932 йылда уларҙың ғаиләһе Баймаҡ районының “Йылайыр” совхозына күсеп килгән. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Баймаҡта бер йыллыҡ шәфҡәт туташтары курсын бөткән, ауыл дауаханаһында эшләгән.
1942 йылдың майында Баймаҡ хәрби комиссариаты фронтҡа саҡырған. Шәфҡәт туташтары булараҡ һуғышҡа алынған ҡыҙҙарҙы ат менән Өфөгә ебәрәләр. Унан 33-сө санитар поезға ултыртып, яралы һалдаттарға ярҙам күрһәтергә оҙаталар. Илебеҙҙең төрлө ауыл һәм ҡалаларынан үтеп, урмандарҙан медицина ярҙамына мохтаж аяҡ-ҡулһыҙ, имгәнгән ир-егеттәрҙе йыялар. Яҡындарына хат яҙып, ҡәҙерле кешеләренең иҫән булыуын да белгертәләр. 33-сө санитар поезд бер ваҡытта ла бер урында тормай.
Ольга Никитична һуғыштан һуң да изге һөнәренә тоғро ҡалған. “Йылайыр” совхозы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүен дауам иткән. 1959 йылда үҙе кеүек яугир Леонид Самсонович Неретинға кейәүгә сыға һәм ғаиләһе менән Сибай ҡалаһына күсеп килә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлегендә өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Ире менән ике ул тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итәләр. Өлкән улы Владимирға 71 йәш, ул Магнитогорскиҙа төпләнгән.
– Һуғыш бер ҡасан да онотолмай, хәҙер бигерәк тә. Төшөмдә лә сәскәләр, тәбиғәт күрмәйем, гел һөжүмгә барабыҙ йәки бомбалар шартлауы ишетелә. Беҙ күргән михнәттәрҙе бер кемгә лә күрергә яҙмаһын. Беҙ, фронтовиктар, тормош ҡәҙерен, йәшәү йәмен беләбеҙ. Бына тиҙҙән бер быуатлыҡ юбилейымды ҡаршыларға йыйынам, ҡартым да оҙон ғүмерле булды, 92 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡалала өс тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгән “Фронтташ-әхирәттәр” клубы етәксеһе Наталья Кодаковаға ҙур рәхмәт! Ул беҙҙе һәр саҡ хәстәрләп йөрөнө, әле икенсе ҡалаға балалары янына күсеп китте. Бында булһа, икебеҙ өсөн дә әллә ниндәй саралар үткәрер ине, – ти өлкән сержант Ольга Никитична.
Санитар поездың шәфҡәт туташы Ольга Неретинаның яу яланында күрһәткән намыҫлы хеҙмәте “Германияны еңгән өсөн”, “Хәрби хеҙмәт өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән баһаланған.
Әйткәндәй, ветерандың 100 йәшлек оло юбилейы уңайынан һәм Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы айҡанлы, Сибай ҡалаһының “Ресурс” йәмғиәте етәксеһе Рөстәм Ҡотоев үҙ иҫәбенә ветерандың йортон бынамын итеп ремонтлаған. Бөгөн Сибай ҡалаһының сая йөрәкле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ольга Неретина бар уңайлыҡтары булған йортта йәшәй.
Тарих шаһиты
“Фронтташ-әхирәттәр” клубының йәнә бер ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиға Ырыҫбаева әле 98 йәштә. Оло булыуына ҡарамаҫтан, ул барыһын да яҡшы хәтерләй, зиһене теүәл.
Сәмиға Ырыҫбаева Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында күп балалы шахтер ғаиләһендә тыуған. 1942 йылда 18 йәшендә Совет Армияһы сафына алына, училище тамамлағас, 637-се авиация-штурмансылар полкына ебәрелә. Көньяҡ-Көнсығыш, 1-се, 4-се Украина фронттарында авиамеханик, парашют йыйыусы булып хеҙмәт итә.
Балалыҡтан да сығып өлгөрмәгән 11 ҡыҙҙың бурысы хәрби самолеттарҙы махсус заданиеға әҙерләү була. Улар ауыр бомбаларҙы тейәй, осоу аппаратын пулемет һәм башҡа кәрәкле ҡоралдар менән тәьмин итә, һәр ҡорос “ҡош”то ҡаршы алып, яңынан осорға әҙерләй.
Сәмиға Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы Украина, Польша, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша, Еңеүҙе Чехословакияла ҡаршылай. Бөйөк Еңеү яуланғас та, тыуған яҡтарына ашҡынған һалдаттарға 1945 йылдың аҙағында ғына ҡайтырға насип була. Уларҙың полкын тарҡатмай, Украинала тоталар.
Фронттан ҡайтҡас, Медногорск ҡалаһында хәрби заводта эшләй, артабан Сибай баҡыр-көкөрт комбинатының руднигында тир түгә, ташсы һөнәрен дә үҙләштерә. Тормош иптәше итеп үҙе кеүек дәһшәтле һуғыш юлын үткән һалдатты һайлай. Нәҙерша Шәйхетдин улы Ырыҫбаевҡа кейәүгә сыға һәм өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире һуғышта алған яраларҙан бик иртә вафат була.
Сибай ветеранының күкрәген II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Германияны еңгән өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” миҙалдары биҙәй.
Быйыл 8 Март байрамы алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Сибай ҡалаһындағы эш сәфәрендә ветерандың йортонда булып, уның йөҙ йәшлек юбилейына килергә һүҙ бирҙе.
Кәримә УСМАНОВА.