Сәләх Кулибай 1910 йылдың 15 июлендә Баймаҡ районының Таһир ауылында тыуа. Иртә етем ҡалып, 1921 йылдан Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924-1925 йылдарҙа Түбә руднигының фабрика-завод йәштәре мәктәбендә (фабзавучта) уҡый, аҙаҡ приисктарҙа эшләй.
1929 йылда Баймаҡ заводының тау-техник мәктәбен тамамлай. Баймаҡ баҡыр иретеү, Свердловск заводтарында практика үтә. 1930 йылда “Башҡортостан” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр була. Артабан “Октябрь” журналы һәм Башҡортостан Пролетариат яҙыусылары ассоциацияһында (БАПП) яуаплы секретарь вазифаһын башҡара, республика китап нәшриәтендә нәфис әҙәбиәт бүлеген етәкләй.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Көнбайыш Украина, Карпат, Польша, Чехословакия ерҙәрендәге ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана. Һуғыштан һуң Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, “Әҙәби Башҡортостан” журналы хеҙмәткәре, СССР Яҙыусылар союзында әҙәби фонд вәкиле булып эшләй. Артабан ун йыл самаһы Башҡортостан китап нәшриәтендә нәфис әҙәбиәт бүлеге мөдире була.
Ике тиҫтәнән ашыу китап авторы Сәләх Кулибайҙың “Эш тауышында” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1930 йылда донъя күрә. Әҙәбиәттең төрлө жанрында уңышлы эшләгән әҙип лирик шиғырҙар, мәҫәлдәр, поэмалар, повестар, пьесалар ижад итә. Балалар өсөн дә матур әҫәрҙәр яҙа. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуар жанрын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә: 1972 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади портреттары тупланған “Ватан улдары” китабын сығара. Яҙыусы 1976 йылда вафат була.
Йылдар бураҙнаһы
Йылдарымдың тәрән бураҙнаһы
Ҡаплап ҡуйыр, тиеп ҡурҡманым;
Маҡтанмайым да мин, юҡһынмайым,
Бар байлығым – минең дуҫтарым.
Борсолмайым, ҡайғы аҙ булманы...
Балҡып ҡалҡа тормош сыуағы,
Алда, юлда әле кәртәләр бар,
Мин яҡтыға йырып сығамын.
Мин йәш әле,
Керһеҙ йөрәк майын
Һурмаһын, тим, үткән көндәрем.
Ҡалһын ҡайғы, ҡалһын, ул йәлме ни!
Яңғырап торһон шатлыҡ көйҙәрем.
Көрәштәргә индек.
Ҡаршыбыҙҙа
Көрәшәсәк әле йылдар бар.
Беҙ иркендә рәхәт йәшәгәнгә,
Дошмандарҙың эсе-күңеле тар.
* * *
Бер генә көн ҡайғым булманы, тип
Һис вайымһыҙ күңел йыуатһам, –
Тура ҡарап миңә: “Ялған!” – тиген,
Быға ҡаршы бүтән һүҙ тапмам.
Булды ҡара ялҡын йотҡан көнөм,
“Уф!” тигәндә үлән көйөрлөк,
Әммә башты түбән эймәнем һис,
Үлермен, тип ерҙән төңөлөп.
Тыуған төйәгемдән яман яҙмыш
Күпме йән эйәһен тараны?
Уфтаныуым сикһеҙ булғанда ла,
Шәхси ҡайғы, тинем, был бары.
Һалдат терһәгенә терһәк терәп,
Яу ялҡынын кисеп, һыҙланып,
Йән дуҫтарҙың: “Хуш!” – тип ауыуҙары –
Дөйөм ҡайғы ине былары.
Иңрәүҙәре йөрөй күңелемдә
Үкһеҙ ҡалған күпме сабыйҙың.
Уны оноторға теләһәм дә,
Сатҡылары ҡалған ҡайғының.
Шәхси ҡайғы туҙан кеүек осто,
Дөйөм ҡайғы һаман иҫкәртә:
Ҡабат ҡубып, һуғыш-һәләкәттәр
Борсомаһын, тием, кис-иртән.
Керпек ҡаҡмай ҡарап мин үлемгә,
Йөрәк һүҙҙәремде аныҡлап,
Бар ҡайғыны үртәп бөтөр инем,
Бар шатлыҡты халыҡҡа бағышлап.
Юл
Тау-урмандар аша оҙон юлдың
Үтеп яртыһын йә артығын,
Ҡайтып була. Ғүмер юлынан тик
Мөмкин түгел кире ҡайтыуы.
Һәм кәрәкмәй. Юлдың һәр сатында
Мин шау рәхәт күреп барманым.
Тау, соҡорһоҙ түтә һуҡмаҡ түгел,
Йөк аттары юлын һайланым.
Ҡайһы саҡта хәсрәт йәнде өттө,
Ағыуындай сая йыландың;
Бәхет яҙын бары төштә татып,
Татлы йоҡом бүлеп уяндым.
Үтер дуҫтар дусар булмаһын тип,
Упҡын һайын бырғап ыҙаны,
Өлөшөмә тура килгән саҡта
Йәл, тимәнем, шатлыҡ сыуағын.
Тик күңелдә ҡалған, ә юлда юҡ
Яланаяҡ баҫып уйған эҙ.
Һәм күңелдә хатта ҡан тамған ер,
Һинең өсөн арнап, Тыуған ил.
Йәйәү, һыбай үттем, ҡоштай остом,
Күкрәк менән шыуҙым, кәрәкһә;
Ватҡан таш та, тотҡан автомат та
Түҙем бирҙе, ахыры, йөрәккә.
Айҡалышып, алышып, яғалашып,
Йөҙөнә тура ҡарап үлемдең,
Бәхет ҡанатына ҡағылдырмай,
Юлын дауам итәм ғүмерҙең...
Ауыр һәм һөйөклө ғүмер юлы!
Булһа еңел юлдың һуҡмағы,–
Аяҡтарым тартмаҫ, баҫмаҫ унда
Буранында аҡман-тоҡмандың!
Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА әҙерләне.